Content-Length: 128543 | pFad | https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%92%D0%B0%D2%A1%D0%BB%D0%B0%D0%BF_%D2%BB%D0%B0%D1%82%D1%8B%D1%83

Ваҡлап һатыу — Википедия Эстәлеккә күсергә

Ваҡлап һатыу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ваҡлап һатыу
Рәсем
Ҡапма-ҡаршыһы оптовая торговля[d]
 Ваҡлап һатыу Викимилектә
Универсамдың сауҙа залы

Ваҡлап сауҙа итеү, ваҡлап һатыу йәки ретейл (ингл. retail — «ваҡлап һатыу») — тауарҙарҙы (хеҙмәттәрҙе) әҙләп, даналап һатыу. Ваҡлап һатыу предприятиелары аша тормошҡа ашырыла. Шәхси, ғаилә, йорт йәки башҡа төрлө ҡулланыу (эшҡыуарлыҡ өсөн ҡулланыуҙан тыш) өсөн тауар һатып алыусы ваҡлап һатыу сауҙаһы объекты булып тора. Һатыусы ваҡлап һатыу сауҙаһы субъекты була.

Тауарҙы ваҡлап һатыу предприятиелары аша һатҡан саҡта сауҙа майҙандары, хеҙмәткәрҙәр штаты тотоу, залда һәм складта күпләп тауар һаҡлау сығымдары тауарҙың хаҡын арттыра. Сығымдарҙы ҡаплау һәм табыш алыу өсөн сауҙа өҫтәмәһе (маржа) ҡулланыла. Сауҙа өҫтәмәһенең дәүмәле баҙарҙың дөйөм хәле йә хаҡтарҙы дәүләт көйләүе (тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙең ҡайһы бер категориялары өсөн) аша көйләнә. Дәүләт көйләүе категорияһына инмәгән тауарҙарға (хеҙмәттәргә) ҡуйылған өҫтәмә уртаса 30-ҙан 200 процентҡа тиклем һәм унан күберәк була.

Тауар һатыу фактын раҫлау өсөн ваҡлап һатыу предприятиеларында башлыса касса аппараты ҡуйыла (касса аппараты ҡулланыу мөмкин булмаған йә һатыу автоматы ҡулланылған осраҡтарҙан тыш), был касса аппараты 2 чек баҫа. Чектың береһе һатып алыусыға тапшырыла, икенсеһе һатыусыла ҡала.

Касса чектарында түбәндәгеләр булырға тейеш:

— сауҙа итеүсе предприятиеның атамаһы

— тауарҙарҙың (хеҙмәттәрҙең) хаҡы

— һалым ставкаһын күрһәтеп, өҫтәмә хаҡҡа һалым суммаһы

— һатыу датаһы һәм ваҡыты.

Бынан тыш, касса чегында һатып алынған тауарҙарҙың исемлеге бирелергә мөмкин. Әгәр чекта һатып алынған тауарҙарҙың исемлеге булмаһа, уға накладной һәм/йәки һатып алынған тауарҙарҙы конкретлаштырыусы счет-фактура ҡушып бирелә ала.

Материаль мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килгәндән бирле кешеләр тауарҙар һәм хеҙмәттәр менән алмаша. Баҙар майҙандарында һатыу итеү ваҡлап сауҙа итеүҙең тәүге төрө була.

Рәсәйҙә революцияға тиклем ваҡлап сауҙа итеү һәйбәт үҫкән була. Мәҫәлән, булған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, 1913 йылда Силәбелә 1912 йылғы моделле инглиз велосипедтары һатыла. Сауҙагәрҙәрҙең өс гильдияһы була: 3-сө гильдия сауҙагәренең әйләнеше йылына 5 мең һумдан артмай, 2-се гильдияныҡы йылына 100 меңдән үтмәй, 1-се гильдия (иң бай) сауҙагәр йылына кәм тигәндә 100 мең һумлыҡ тауар һата.

Рәсәй Федерацияһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Федерацияһында ваҡлап сауҙа итеү өлкәһендә һатыусы менән һатып алыусы араһындағы мөнәсәбәттәр Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһындағы закон менән һаҡлана.

«Рәсәй Федерацияһында сауҙа эшмәкәрлеген дәүләт көйләүе нигеҙҙәре тураһында» Федераль закон[1] ваҡлап сауҙа итеүгә билдәләмә бирә.

Рәсәйҙең ваҡлап һатыу баҙары күләм йәһәтенән 2011 йылда донъяла 8-се урынды биләй (уның өлөшөнә донъя баҙарының 2 проценты тап килә).

  • Донъяла дөйөм ваҡлап сауҙа итеү күләме яҡынса 10 трлн доллар тәшкил итә.
  • АҠШ-тың «Wal-Mart» компанияһы иң эре ваҡлап сауҙа итеү селтәре һанала. 2015 финанс йылында уның әйләнеше 482 млрд АҠШ доллары тәшкил итә. Wal-Mart өлөшөнә топ-250 ҡатнашыусыларының дөйөм кеременең 10 проценты тап килә.
  • Грег Тейн, Джон Брэдли. Торговые войны: Битва за успех на прилавках и онлайн = Store Wars. — М.: Альпина Паблишер, 2013. — 315 с. — ISBN 978-5-9614-4324-0.
  1. Федеральный закон от 28.12.2009 N 381-ФЗ «Об основах государственного регулирования торговой деятельности в Российской Федерации»








ApplySandwichStrip

pFad - (p)hone/(F)rame/(a)nonymizer/(d)eclutterfier!      Saves Data!


--- a PPN by Garber Painting Akron. With Image Size Reduction included!

Fetched URL: https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%92%D0%B0%D2%A1%D0%BB%D0%B0%D0%BF_%D2%BB%D0%B0%D1%82%D1%8B%D1%83

Alternative Proxies:

Alternative Proxy

pFad Proxy

pFad v3 Proxy

pFad v4 Proxy