Content-Length: 133759 | pFad | https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%9B%D0%B8%D0%BC%D0%BD%D0%BE%D0%BB%D0%BE%D0%B3%D0%B8%D1%8F

Лимнология — Википедия Эстәлеккә күсергә

Лимнология

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лимнология
Өйрәнеү объекты континентальные воды[d]
Һештег Limnology
 Лимнология Викимилектә
Үрге күл — донъялағы иң ҙур сөсө күлдәрҙең береһе

Лимнология (грек. λίμνη – күл + λόγος – өйрәнеү) йәки күлдәрҙе өйрәнеү — күлдәрҙе, һыуһаҡлағыстарҙы һәм башҡа сөсө һыу ятҡылыҡтарын физик, химик һәм биологик ҡараштан өйрәнә торған гидрология бүлеге. Лимнология һыуҙың пигментацияһын, биологик төрҙәрҙен һәм һыуҙың химик составы үҙгәреүен өйрәнә.

Франсуа-Альфонс Форель Женева күлен өйрәнеүе менән лимнологияға фәненә башлап нигеҙ һала.

Физик үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һыу экосистемаларының физик үҙенсәлектәре температура, ағымдар, тулҡындар һәм тирә-яҡ мөхиттең башҡа миҙгел шарттары ҡушылыуы менән билдәләнә.

Һыу ятҡылығының морфометрияһы һыу ятҡылығының төрөнә (йылға, күл, шишмә, эстуарий) һәм тирә йүнендәге тупраҡ төҙөлөшөнә бәйле. Күлдәр, мәҫәлән, һыуының тәрәнлегенә бәйле төҙөлөшөнә һәм зоналарына ҡарап классификациялана.

Йылғалар һәм шишмәләр район геологияһына, шулай уҡ ағымының дөйөм тиҙлегенә ҡарап системалаштырыла.

Лимнология тарафынан өйрәнелгән һыу системаһының тағы бер төрө — эстуарийҙар. Эстуарий — йылғаны күлгә йәки диңгеҙгә алып барып тоташтырыусы һыу объекты.

Һаҙымат ерҙәр ҙурлығы, формаһы һәм төрө буйынса айырылалар. Уларҙың иң таралған төрө булып һаҙлыҡ тора. Был урындарҙа йыш ҡына миҙгелгә бәйле һыу менән тулылыҡ ныҡ тирбәлә: һайлыҡ барлыҡҡа килтерергә лә, кибергә лә мөмкин.

Яҡтылыҡтың йоғонтоһо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҡтылыҡ буйынса зоналарға бүленеш — һыу объектына ингән ҡояш нурҙарының уға нисек тәьҫир итеүе төшөнсәһе. Был зоналар һыу экосистемаһы сиктәрендә етештереүсәнлектең төрлө кимәлен билдәләй.

Мәҫәлән, һыу ятҡылығының яҡтылыҡ үтеп инә алған һәм флораһының күп өлөшө урынлашҡан тәрәнлегендә фотик йәки эвфотик зона урынлашҡан.

Ә инде яҡтылыҡ көсһөҙ булған йәки үтеп инә алмаған өлөшөндә үҫемлектәрҙең интенсив үҫеүе булмай тиерлек. Ундай урын афотик зона тип атала.

Һыу объекттарының температура стратификацияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҡтылыҡ зонаһына оҡшаш йылылыҡ зоналары буйынса йылылыҡ стратификацияһы — һыу объекты участкаларын төркөмләүҙең бер ысулы.

Һыу ятҡылығының асығыраҡ урындары күберәк яҡтылыҡ ала. Һөҙөмтәлә бындай ҡатлам ҡатламда температура юғарыраҡ була.

Тәрәнлек артҡан һайын температура экспоненциаль рәүештә түбәнәйә. Шуға һыуҙың иң юғары температураһы өҫкө өлөшөндә теркәлә, тәрәнгә төшкән һайын түбәнәйә бара.

Һыу объекттарының термик стратификацияһында өс төп кимәл бар:

Эпилимнион — һыу ятҡылығының өҫкө йөҙө. Ундағы һыу даими ел әйләнешенә дусар ителә, шулай ҙа, ҡағиҙә булараҡ, ер өҫтөнә яҡын булыуы арҡаһында бер тигеҙлектә йылы була.

Һыу бағанаһы эсендәге температураның түбәнәйеүен кисергән аҫтағы ҡатламын йыш ҡына термоклин тип атайҙар. Был зонаның тағы бер атамаһы — металлимнион.

Гиполимнион — һыу ятҡылығының иң түбән ҡатламы. Өҫтөндә һыу массаһы шул кимәлдең йылыныуын сикләгәнгә күрә, унда һыуҙың һалҡынлығы бер тигеҙлектә һаҡлана.

  • Хомскис В. Динамика и термика малых озёр / В. Хомскис. — Вильнюс: Минтис, 1969.
  • Китаев С. П. Основы лимнологии для гидробиологов и ихтиологов. — Петрозаводск, 2007.[1]
  • Лесненко В. К. Мир озёр: Кн. для внеклас. чтения учащихся 8—10 кл. сред. шк. / Фотографии: А. А. Ростовцев, В. Ф. Семёнов, В. И. Торгаев; Рец.: И. Н. Сорокин, О. А. Калинина. — М.: Просвещение, 1989. — 160, [32] с. — (Мир знаний). — 200 000 экз. — ISBN 5-09-001477-9.








ApplySandwichStrip

pFad - (p)hone/(F)rame/(a)nonymizer/(d)eclutterfier!      Saves Data!


--- a PPN by Garber Painting Akron. With Image Size Reduction included!

Fetched URL: https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%9B%D0%B8%D0%BC%D0%BD%D0%BE%D0%BB%D0%BE%D0%B3%D0%B8%D1%8F

Alternative Proxies:

Alternative Proxy

pFad Proxy

pFad v3 Proxy

pFad v4 Proxy