Content-Length: 146641 | pFad | https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%A1%D0%B0%D2%A3%D2%93%D1%8B_%D1%81%D0%BF%D0%BE%D1%80%D1%82%D1%8B

Саңғы спорты — Википедия Эстәлеккә күсергә

Саңғы спорты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Саңғы спорты
Рәсем
Тасуирлау биттәре skicanada.org/ready/what…
Пиктограмма
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 1 434 448
 Саңғы спорты Викимилектә

Саңғы спорты — ул төрлө ҡышҡы спорт төрҙәренең йыйылмаһы, был төр ярыштар спортсыларҙың саңғы ҡулланыуы менән билдәләнә.

Ул үҙ эсенә төрлө дистанцияға саңғыла уҙышыуҙы, трамплиндан саңғыла һикереүҙе, саңғы ике көрәшлеген (саңғыла уҙышыу һәм саңғы кейеп трамплиндан һикереү), тау саңғыһын һәм башҡаларҙы ала.

Саңғы спорты XVIII быуатта Норвегияла барлыҡҡа килә.

Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһында — ФИС (FIS; 1924 йылда булдырылған) — 60-лап дәүләт ағза булып тора (1991).

Ҡышҡы Олимпия уйындары программаһына саңғы спорты 1924 йылдан башлап индерелә.

Донъя чемпионаттары 1925 йылдан алып (рәсми датаһы — 1937 йыл) ойошторола башлай.

Рәсәйҙә саңғы спортын Рәсәй саңғы спорты төрҙәре ассоциацияһы (RSA — Ski Russian Association) үҫтерә. Ул әлеге көндә ФИС ойошмаһының берҙән-бер рәсми вәкиле булып иҫәпләнә.

Саңғы спортын 4 ҙур категорияға бүлергә мөмкин

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1 Төньяҡ төрҙәре (йәки саңғы уҙыштары), саңғыла спорт ориентирлашыуы, саңғы кейгән килеш трамплиндан һикереү, саңғы ике көрәшлеге (йәки төньяҡ комбинацияһы) — трамплиндан саңғы кейгән килеш һикергәндән һуң, артабанғы саңғы уҙыштары.

2 Альп төрҙәр йәки тау саңғыһы спортының бөтә төрҙәре тип әйтерлек: етеҙ тиҙлектә түбән төшөү, гигант слалом, супергигант слалом, слалом, тау саңғыһы комбинацияһы. Унда чемпион ике төрҙөң суммаһы буйынса билдәләнә — етеҙ тиҙлектә түбән төшөү һәм слалом, шулай уҡ команда ярыштары.

3 Фристайл (саңғы спорты), саңғыла акробатик һикереү һәм балет элементтары ҡулланып, тау битләүенән һарҡыуға төшөү (могул, саңғы акробатикаһы, ски-кросс, слоуп-стайл һәм хаф-пайп).

4 Сноуборд, икенсе төрлө әйткәндә, спортсыларҙың махсус таҡтаһы — сноуборд кейеп ярышыуы.

Саңғы спорты элементтарын үҙ эсенә алған спорт төрҙәре лә (олимпия уйындарына ҡарарға ла, ҡарамаҫҡа ла мөмкин) йәшәп килә.

  • Биатлон — винтовканан атыуҙы үҙ эсенә алған саңғы уҙыштарының береһе, ул — күп кенән илдәрҙә популярлыҡ яулаған спорттың айырым бер төрө. Саңғы спорты кеүек үк Олимпия уйындары программаһына индерелгән;
  • арчеря-биатлон — йәйәнән атыуҙы үҙ эсенә алған саңғы ярыштары (ҡайһы берҙә уны скайп-арч тип тә атайҙар);
  • Скитур — тау саңғыһы спорты, ул саңғыла йөрөү менән әллә ни ҙур булмаған сәйәхәт итеүҙе берләштерә (спорт туризмы төрө);

Бөтә донъяла саңғы спорты иң популяр булған ҡышҡы спорт төрҙәренең береһенә әйләнә. Ул үҙенең демократик булыуы һәм барыһының да мөмкинлегенә тура килеүе йәһәтенән дә, тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнгән булыуы яғынан да кеше өсөн иң файҙалы булған спорт төрө һанала.

Саңғыларҙың барлыҡҡа килеүе кешенең ҡыш көнө һунарҙа аҙыҡ табыу ихтыяжы һәм ҡар менән ҡапланған ер буйлап уңайлы хәрәкәт итеү кәрәклеге менән бәйле барлыҡҡа килгән.

Ҡар яуған яҡтарҙың барыһында ла кешеләр саңғыға өҫтөнлөк бирә. Тәүге саңғылар баҫмалы була. Һуңғы табыштарҙың береһенә (А. М. Микляев, 1982 йыл) Псков өлкәһе биләмәһендә юлығалар. Белгестәр һығымтаһы буйынса, был саңғылар иң боронғоларҙан була: улар яҡынса 4300 йыл элек яһалған.

Шыуып йөрөмәле саңғыларҙы ҡулланыу тураһындағы тәүге яҙма документтар беҙҙең эраның VI—VII быуаттарына ҡарай. Гот монахы Жорданес 552 йылда, грек тарихсыһы Иордан VI быуатта, Авел Диакон 770 йылда голландтарҙың һәм финдәрҙең саңғыны көнкүрештә һәм һунарҙа ҡулланыуҙары тураһында яҙып ҡалдыралар.

VII быуат аҙағында тарихсы Верефрид төньяҡ халыҡтарының йәнлектәр аулағанда саңғы ҡулланыуҙарын бик ентекле тасуирлай. Норвегия короле Олаф Тругвассон 925 йылда яҡшы саңғысы булараҡ танылыу ала.

960 йылда Норвегияла король һарайында хеҙмәт итеүсе сановниктарҙы саңғыла йөрөтөргә өйрәтеү тураһында ла яҙма һаҡланған.

Тәүге тапҡыр саңғыға спорт төрө булараҡ ҡыҙыҡһыныуҙы Норвегия халҡы күрһәтә.

1733 йылда Ганс Эмахузен тигән кеше ғәскәрҙәрҙе саңғыла йөрөргә өйрәтеү буйынса тәүге нәсихәттәрен баҫтырып сығара, улар спорт характерында була. 1767 йылда саңғы спортының бөтә төрҙәре буйынса ла (беҙҙең заман кешеһе аңлауынса) ярыштар үткәрелә: биатлон, слалом, етеҙ тиҙлектә һарҡыуға төшөү һәм уҙыштар.

Саңғыларҙың төрлө типтарының һәм саңғы инвентарҙарының тәүге күргәҙмәһе Тронхеймда, 1862—1863 йылдарҙа асыла. 1877 йылда Норвегияла иң тәүге Саңғы спорты йәмғиәте булдырыла, күп тә тормай Финляндияла спорт клубы ойошторала. Һуңынан саңғыһы клубтары Европа, Азия илдәрендә һәм Америкала эшләй башлай.

Норвегияла саңғы байрамдарыы киң ҡолас ала — Холменколлен уйындары (1883 йыл), Финляндияла — Лахти уйындары (1922 йыл), Швецияла — «Васалоппет» күмәк саңғы уҙышы (1922).

XIX быуат аҙағынан башлап, бөтә илдәрҙә лә саңғы спорты буйынса ярыштар үткәрелә башлай. Саңғы спорты буйынса махлуслашыу төрлө илдә төрлө кимәлдә була.

Норвегияла соҡор-саҡырлы ерҙәр буйлап ярышыу, һикереүҙәр һәм ике көрәшлек киң таралыш таба.

Швецияла — соҡор-саҡырлы ерҙәр буйлап ярышыу популяр була.

Рәсәйҙә һәм Финляндияла тигеҙ урындар буйлап ярышыуҙы үҙ итәләр.

АҠШ -та саңғы спорты үҫешенә скандинав халҡының күсеп килеүе булышлыҡ итә.

Японияла Австрия тренерҙары йоғонтоһо аҫтында тау саңғыһы спорт төрө үҫеш ала.

1910 йылда Ослола 10 ил ҡатнашлығында халыҡ-ара саңғы конгресы үтә. Унда Халыҡ-ара саңғы комиссияһы ойошторола, 1924 йылда ул Халыҡ-ара саңғы Федерацияһы тип үҙгәртелә.

«Саңғы спорты» журналы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

{{mn|«Саңғы спорты» журналы 1971 йылдан «Физкультура һәм спорт» нәшриәте тарафынан баҫтырыла башлай, ул Советтар Союзында берҙән-бер махсуслаштырылған баҫма була.

«Саңғы спорты» журналы үҙ тарихында аныҡ сағылдырылған ике осорға эйә:

  1. «Совет» («иҫке») журналы «Саңғы спорты» журналы(1971 йылдан алып 1986 йылға ҡәҙәр нәшер ителә),
  2. «Рәсәй» («яңы») «Саңғы спорты» журналы (1998 йылдан алып 2016 йылға тиклем нәшер ителә, веб-сайт эшләй).
  • Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһы
  • Саңғы стадиондары исемлеге
  • Саңғы ярыштары








ApplySandwichStrip

pFad - (p)hone/(F)rame/(a)nonymizer/(d)eclutterfier!      Saves Data!


--- a PPN by Garber Painting Akron. With Image Size Reduction included!

Fetched URL: https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%A1%D0%B0%D2%A3%D2%93%D1%8B_%D1%81%D0%BF%D0%BE%D1%80%D1%82%D1%8B

Alternative Proxies:

Alternative Proxy

pFad Proxy

pFad v3 Proxy

pFad v4 Proxy