Content-Length: 139979 | pFad | https://ba.wikipedia.org/wiki/%D2%BA%D0%B5%D1%80%D0%BA%D3%99%D0%BB%D3%99%D0%BD%D0%B5%D2%AF

Һеркәләнеү — Википедия Эстәлеккә күсергә

Һеркәләнеү

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мир — не только руки, встретившиеся в рукопожатии, это даже не голубь, несущий в клюве оливковую ветвь. Мир — это пчела, сидящая на цветке.
В. А. Солоухин
[1]
Бал ҡорто (Apis mellifera) һеркәләндерә

Һеркәләнеү үҫемлектәр — орлоҡло үҫемлектәрҙең енси үрсеү барышында һеркәләрҙең һеркәлектән емшән ауыҙына (Ябыҡ орлоҡлоларҙа) йәки орлоҡ бөрөһөнә күсеүе ул (Яланғас орлоҡлоларҙа).

Һеркәстәр —ата енесле, емешлек (орлоҡ бөрөһө) —инә енесле орган булып торалар. Аталаныу уңышлы булғанда орлоҡ бөрөһөнән орлоҡ барлыҡҡа килә.

Һеркәләнеү төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ике төрөн айырып йөрөтәләр : үҙ-үҙенән һеркәләнеү — (үҫемлек үҙ һеркәләренән һеркәләнә) һәм ситтән һеркәләнеү.

Ситтән һеркәләнеү ике төркөм үҫемлектәр барлыҡҡа килеүенә мөмкинлек бирә. Былар: бер өйлө һәм ике өйлө үҫемлектәр .

Ситтән һеркәләнеү булғанда һеркәләрҙе емешлек ауыҙына (яланғас орлоҡлоларҙа -орлоҡ бөрөһөнә) күсереүсе араҙашсы булырға тейеш.

Һеркәләрҙең нисек күсеүенә бәйле ошондай һеркәләнеү ысулдарын айырып була:

* Биотик һеркәләнеү — тере организмдар ярҙамында һеркәләнеү

Бындай үҙемлек сәскәләренә эре, йәбешкәк һеркәләр хас. Ҡайһы бер төр үҫемлектәрҙә (мәҫәлән, лютик) яҫы һауытҡа оҡшаған сәскә була. Бөжәк бындай сәскә эсендә иркенләп йөрөй, һеркәләргә буяла, һеркәләндерә ала.

  • Зоофилия —умыртҡалылар ярҙамында һеркәләнеү. Былар: ҡоштар (орнитофилия, мәҫәлән, колибри, нектарница, медосос); ярғанаттар (хироптерофилия); кимереүселәр; (Австралияла) ҡайһы бер муҡсалылар; (Мадагаскарҙа) — лемурҙар
  • Яһалма һеркәләндереү  — кешенең һеркәләрҙе емешлек ауыҙына күсереүе.[2].

Рдестар ғаиләһенән ҡайһы бер үҫемлектәрҙе ҡусҡарҙар һеркәләндерә.

Сәскә һеркәләрен күсереүсе хайуандарҙы һеркәләндереүселәр тип атайҙар.

  • Абиотик һеркәләннеү
  • Анемофилия — ел ярҙамында һеркәләнеү. Ҡыяҡлыларға, күпселек ылыҫлы һәм япраҡлы ағас үҫемлектәргә хас ысул.
  • Гидрофилия — һыу ярҙамында һеркәләнеү. Һыу үҫемлектәрендә таралған ысул.

Барлыҡ үҫемлектәрҙең 80,4 % тирәһе төрө биотик юл менән, бары 19,6 % -ы ғына ел ярҙамында һеркәләнә..

Гейтоногамия —күршеләш һеркәләнеү, йәғни бер үк үҫемлектәге сәскәнең емшәне икенсе сәскәнең һеркәһе менән һеркәләнгән осраҡ[3].

Үҫемлектәрҙең һеркәләндереүселәренә ҡарата төркөмдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҫемлектәрҙең һеркәләндереүселәренә ҡарата төркөмдәре бүлеп йөрөтәләр[4]:

  • эуфилия -киң дәирәләге һеркәләндереүселәргә яраҡлашыу;
  • олигофилия — бер таксонға ҡараған һеркәләндереүселәргә генә йәки бер йәшәү формаһына ҡараған һеркәләндереүселәргә яраҡлашыу күренеше;
  • монофипия -бер генә төр бөжәк һеркәләндерә ;

Бөжәктәрҙең үҫемлектәрҙе һеркәләндереүҙә яраҡлашыуында ошондай кимәлдәрҙе бүлеп йөрөтәләр[4]:

  • полилектия — төрлө ғаиләгә ҡараған киң дәирә үҫемлектәрҙе һеркәләндерә алалар.
  • олиголектия — сикләнгән генә төркөм үҫемлектәрҙе, бер ғаилә йәки сәскәләре төҙөлөше менән оҡшаш булған үҫемлектәрҙе генә һеркәләндереү;
  • монолектия — тик ошо төр йәки ырыу үҫемлегенә бәйле бөжәк

Һеркәләнеүҙең төрлө төркөмдәренә миҫалдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Томат (факультатив үҙ-үҙенән һеркәләнеү) —сәскәләрендә емшәне һәм һеркәстәре лә бар. Һеркәстәре ҡушылып үҫеп, емшәнен үҙ һеркәһе менән һеркәләндерә.

Тирәк менән һырғанаҡ —ике өйлө үҫемлек: ата үҫемлектәрендә тик ата сәскәләр (һеркәсле сәскәләр) , ә инә үҫемлектәрендә емешлекле сәскәләр генә була. Емеште инә үҫемлектәр генә бирә (инә тирәктең мамыҡлы орлоҡтары оса).

Һырғанаҡтың да инә ҡыуағы ғына емеш бирә. Әммә һеркәләндереү өсөн эргәлә ата үҫемлек булмаһа, емеш бирә алмай. Ун инә ҡыуаҡҡа бер ата үҫемлек ултыртыу етә. Кукуруз—инә һәм ата сәскәләре (бер енесле сәскәләр) бер үҫемлектә урынлашҡан бер өйлө үҫемлек. Ата сәскәләре үҫемлектең осонда һеперткебаш яһап йыйылған. Инә сәскәләре япраҡ ҡуйынында сәкән яһап йыйылған була. Бер енесле сәскәле бер өйлө үҫемлектәргә ашҡабаҡлылар төркөмөнән ҡыярҙар, ашҡабаҡ, ҡауын һ.б. инә. Уларҙың инә һәм ата сәскәләре бер үҫемлектә. Ата сәскәләр оҙаҡ тормай ҡойола. Инә сәскәләрҙән емештәр үҫеп сыға.

  1. Солоухин В. А. О траве // Тәбиғәт бүләктәре / В. А. Солоухин, Л. В. Гарибова, А. Д. Турова и др / сост. С. Л. Ошанин. — М., 1984. — 100 000 экз.
  2. Изучение способов размножения растений в курсе ботаники с основами растениеводства 2009 йыл 13 февраль архивланған.
  3. Самигуллина Н. С. Практикум по селекции и сортоведению плодовых и ягодных культур : Учеб. изд. — Мичуринск: Мичуринский гос. аграр. ун-т, 2006. — 197 с.
  4. 4,0 4,1 Фенгри К., ванн дер Пейл Л. Основы экологии опыления. М.: Мир, 1982. 380 с.








ApplySandwichStrip

pFad - (p)hone/(F)rame/(a)nonymizer/(d)eclutterfier!      Saves Data!


--- a PPN by Garber Painting Akron. With Image Size Reduction included!

Fetched URL: https://ba.wikipedia.org/wiki/%D2%BA%D0%B5%D1%80%D0%BA%D3%99%D0%BB%D3%99%D0%BD%D0%B5%D2%AF

Alternative Proxies:

Alternative Proxy

pFad Proxy

pFad v3 Proxy

pFad v4 Proxy