Эстәлеккә күсергә

Кариб берләшмәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кариб берләшмәһе
Caribbean Community
Кариб берләшмәһенең флагы

Ағза

Антигуа һәм Барбуда Антигуа һәм Барбуда
Багам Утрауҙары‎ Багам Утрауҙары‎
Барбадос Барбадос
Белиз Белиз
Гаити Республикаһы Гаити
Гайана Гайана
Гренада Гренада
Доминика Доминика
Монтсеррат Монтсеррат
Сент-Винсент һәм Гренадин Сент-Винсент һәм Гренадин
Сент-Китс һәм Невис Сент-Китс һәм Невис
Сент-Люсия Сент-Люсия
Суринам Суринам
Тринидад һәм Тобаго Тринидад һәм Тобаго
Ямайка Ямайка

Ойошма төрө

Сауҙа-иҡтисади союз

Рәсми телдәре

Испан, Инглиз, Нидерланд[1]

Етәкселәре
Генераль секретарь

Белиз Карла Натали Барнетт[2]

Рәйес

Антигуа һәм Барбуда Гастон Браун[3] [4] [5]

Нигеҙләнгән
Нигеҙләнгән ваҡыты

4 июль 1973 йыл

Бөтөрөлгән
-
Тармаҡ

Иҡдисади союз

 Кариб берләшмәһе Викимилектә

Кариб берләшмәһе (ингл. Caribbean Community (CARICOM)) — Үҙәк һәм Көньяҡ Американың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан илдәрҙең сауҙа-иҡтисади берлеге[6].

Берләшмә сәйәсәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҡтисад өлкәһендә таможня пошлиналарын һәм импортҡа һан яғынан сикләүҙәрҙе бөтөрөү юлы менән CARICOM илдәрен яҡынайтыу планлаштырыла; дөйөм таможня режимын урынлаштырыу; дөйөм сауҙа һәм ауыл хужалығы сәйәсәте үткәреү; аҡса һәм финанс сәйәсәтен координациялау; кешеләрҙең, капиталдарҙың һәм хеҙмәттәрҙең ирекле хәрәкәтенә сикләүҙәрҙе бөтөрөү; инфраструктура, туризм, транспорт һәм элемтә өлкәһендә хеҙмәттәшлек.

Кариб ирекле сауҙа ассоциацияһы булған осорҙа таможня кәртәләре һәм урындағы етештерелгән тауарҙарҙың ҙур өлөшөн импортлау буйынса һан сикләүҙәре бөтөрөлә. CARICOM булдырылған ваҡытҡа тиклем үҙ-ара сауҙаның 90 проценты тиерлек таможня пошлиналарынан азат ителгән була. Чагуарамас килешеүе, ташламалар исемлегенә индерелгән сикләнгән төркөмдән тыш, бөтә тауарҙарға ла тиерлек таможня һалымын бөтөрөү ҡаралған. CARICOM-дың аҙ үҫешкән илдәре өсөн сауҙаны тулыһынса либералләштереү өсөн ун йыл ваҡыт билдәләнгән. 1985 йылда «өсөнсө» илдәргә ҡарата дөйөм таможня тарифын индереү күҙ уңында [7].

Уға нигеҙ һалыусыларҙың һәм тәүге ағзаларының береһе булалар:Барбадос, Гайана, Тринидад һәм Тобаго, Ямайка

2005 йылда 15 дәүләт Кариб берләшмәһенең һәм дөйөм баҙарҙың тулы хоҡуҡлы ағзаһы була:

Антигуа һәм Барбуда (1974 йылдың 4 июлендә ҡушыла)

Багам утрауҙары (1983 йылдың 4 июлендә ҡушылалар) — берләшмә ағзалары булып торалар, әммә дөйөм баҙар программаларында ҡатнашмайҙар

Барбадос (1973 йылдың 1 авгусында ҡушыла)

Белиз (1974 йылдың 1 майында ҡушыла)

Доминика (1974 йылдың 1 майында ҡушыла)

Гренада (1974 йылдың 1 майында ҡушыла)

Гайана (1973 йылдың 1 авгусында ҡушыла)

Гаити Республикаһы (1998 йылдың 4 июленән берләшмәнең ваҡытлыса ағзаһы, 2002 йылдың 2 июленән даими ағзаһы)

Ямайка (1974 йылдың 1 авгусында ҡушыла)

Монтсеррат (Бөйөк Британия территорияһы, 1974 йылдың 1 майында ҡушыла)

Сент-Китс һәм Невис (1974 йылдың 26 июлендә ҡушылалар)

Сент-Люсия (1974 йылдың 1 майында ҡушыла)

Сент-Винсент һәм Гренадин (1974 йылдың 1 майында ҡушыла)

Суринам (1995 йылдың 4 июлендә ҡушыла)

Тринидад һәм Тобаго (1973 йылдың 1 авгусында ҡушылалар)

2005 йылда түбәндәге илдәр CARICOM-дың ассоциацияланған ағзалығына эйә була:

Британия Виргин утрауҙары (июль, 1991 йыл)

Теркс һәм Кайкос утрауҙары (июль, 1991 йыл)

Ангилья (июль, 1999 йыл)

Кайман Утрауҙары (2002 йылдың 16 майы)

Бермуд утрауҙары (2003 йылдың 2 июле)

2010 йылда берләшмәлә күҙәтеүсе илдәр:

Аруба

Кюрасао

Бонайре

Колумбия

Доминика Республикаһы

Мексика

Пуэрто-Рико

Венесуэла

Иң әүҙемдәре — Мексика, Венесуэла һәм Колумбия.

Берләшмәнең органдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Берләшмәнең юғары органы булып дәүләт башлыҡтары конференцияһы тора, башҡарма органдары — Министрҙар Советы һәм Генераль Секретариат, шулай уҡ даими комитеттар һәм махсус эшсе төркөмдәр. Штаб-квартираһы Гайананың Джорджтаун ҡалаһында урынлашҡан.

CARICOM («the Caribbean Community and Common Market») берләшмәһе 1973 йылдың 1 авгусында үҙ көсөнә ингән Чагуарамас килешеүе тарафынан барлыҡҡа килә[8]. Тәүҙә килешеү дүрт ил тарафынан төҙөлгән һәм ҡул ҡуйылған булған — Барбадос, Ямайка, Гайана һәм Тринидад һәм Тобаго.

1958 йылдың 3 ғинуарынан 1962 йылдың 31 майына тиклем булған Вест-Инд Федерацияһының үҙтаралышынан һуң Кариб диңгеҙе бассейнының инглиз телле илдәре тарафынан булдырылған 1965—1972 йылдарҙағы КАРИФТА-ның (Кариб ирекле сауҙа итеү ассоциацияһы (англ. «en: Caribbean Free Trade Association» (CARIFTA)) юридик вариҫы тип CARICOM иғлан ителә.

  • 1990 йылдың июль-август айҙарында КАРИКОМ дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтары саммитында интеграцияны тиҙләтеү буйынса ҡарарҙар ҡабул ителә. Илдәр өсөнсө илдәрҙән тауарҙар импортына дөйөм тарифтар индереү, йәғни таможня берлеген булдырыу, субрегион сиктәрендә етештерелгән тауарҙар менән сауҙа итеү өсөн тарифһыҙ кәртәләрҙе бөтөрөү, капиталдың ирекле хәрәкәте менән дөйөм баҙар булдырыу, дөйөм валюта берәмеге, сит ил инвестицияларына ҡарата берҙәм финанс сәйәсәте тураһында килешәләр.
  • 1991 йылдың ғинуарынан дөйөм тышҡы тариф (ЕВТ) КАРИКОМ-дың эске баҙарын һаҡлау өсөн ҡулланылған төп ҡоралы булған импортҡа һан яғынан сикләү системаһын алмаштыра.
  • 1992 йылдың октябрендә хөкүмәт башлыҡтарының махсус кәңәшмәһендә, 1993 йылдың ғинуарынан башлап дөйөм тышҡы тарифты этаплап кәметеү графигы раҫлана. 1998 йылға ауыл хужалығы тауарҙарына, кейем-һалымға, әҙер сәнәғәт продукцияһына импорт пошлиналарының максималь ставкаһы 1992 йылдағы 45 процент менән сағыштырғанда 20 % тәшкил итәсәк тип уйланыла (1995 йылдың декабренә дөйөм тышҡы тарифтың юғары сиге 30 процентҡа тиклем төшә). Дөйөм тышҡы тарифтың минималь ставкаһы — 5 % (иң аҙ үҫешкән илдәр өсөн — 0-5 %).
  • 2005 йылдың 5 июлендә Нассауҙа КАРИКОМ дәүләт башлыҡтарының XXII конференцияһында «КАРИКОМ Дөйөм иҡтисади һәм баҙар киңлеге»н (англ. «CARICOM Single Market and Economy (CSME)») үҙ эсенә алған «Кариб берләшмәһе»н булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан яңыртылған «Чагуарама килешеүенә» ҡул ҡуйыла[9]. Яңыртылған договор берҙәм кариб баҙары тураһындағы идеяны ысынбарлыҡҡа әйләндереү өсөн юл аса. Договорҙың айырым пункттары КАРИКОМ ағзалары араһында эске иҡтисади бәхәстәр буйынса Кариб юғары судын булдырыуҙы күҙаллай.
  • Гаити Республикаһының КАРИКОМ-да ағзалығы 2004 йылдың 29 февраленән алып 2006 йылдың июнь башына тиклем, дәүләт түңкәрелешенән һәм президент Ж. Б. Аристидтың ҡолатылыуынан һуң һорау аҫтында тора[10][11]. КАРИКОМ, демократик юл менән һайланған КАРИКОМ лидеры «ҡолатылырға» тейеш түгел, тип белдерә. КАРИКОМ-дың ҡалған 14 тулы хоҡуҡлы ағзаһы ҡолатылған президентты оппозиция менән яраштырыу мөмкинлеген эҙләй, быға Гаитиҙың ваҡытлы хөкүмәте башлығы Жерар Латортю Гаити КАРИКОМ-дан сығырға теләй тип ҡырҡа протест белдерә. Яуап итеп КАРИКОМ структураһы башҡарма органдары ултырыштарында Гаити вәкилдәренең ҡатнашыуын туҡтата[12]. Гаити президентын һайлауҙарында Рене Преваль еңгәс тә Гаитиҙың ағзалығы яңыртыла һәм КАРИКОМ министрҙар советының июль кәңәшмәһендә Рене Реваль уға рәсми адрес менән мөрәжәғәт итә.
  • 2013 йылдан КАРИКОМ (Доминика Республикаһы менән берлектә) һәм Европа Берләшмәһе араһында 2008 йылда ҡул ҡуйылған һәм CARIFORUM булараҡ билдәле махсус партнерлыҡ килешеүе бар[13]. Килешеү инвестициялар һәм сауҙа өлкәһендә ЕС һәм CARICOM ағзаларына тиң хоҡуҡтар бирә[13].
  • КАРИКОМ илдәренең халҡы 16 миллион 743 мең кеше тәшкил [14].
  1. Who we are - CARICOM. Дата обращения: 9 август 2021. Архивировано 12 август 2021 года.
  2. ‘I AM HERE TO SERVE’ – CARICOM SECRETARY-GENERAL DR. CARLA BARNETT. Дата обращения: 18 август 2021. Архивировано 18 август 2021 года.
  3. No Place For Violence, Personal Physical Assaults In CARICOM Democracies -CARICOM Chair - CARICOM. Дата обращения: 10 август 2021. Архивировано 10 август 2021 года.
  4. Antigua, Barbuda PM is new Caricom chairman. Дата обращения: 10 август 2021. Архивировано 9 июль 2021 года.
  5. Архивированная копия. Дата обращения: 10 август 2021. Архивировано 5 июль 2021 года.
  6. Внешне-экономический толковый словарь/Под ред. И.Фаминского, 2001 г.
  7. Геополитика Карибского сообщества. Дата обращения: 24 сентябрь 2012. Архивировано 13 май 2013 года.
  8. Original Treaty of Chaguaramas 2007 йыл 11 октябрь архивланған.
  9. Revised Treaty of Chaguaramas 2011 йыл 10 ноябрь архивланған.
  10. Aristide accuses U.S. of coup d'état. Canadian Broadcast Corporation (2 март 2004). Дата обращения: 25 март 2011. Архивировано 14 февраль 2009 года.
  11. Aristide launches kidnap lawsuit. BBC News (31 март 2004). Дата обращения: 25 март 2011. Архивировано 9 декабрь 2011 года.
  12. Haiti suspends ties with CARICOM. Trinidadandtobagonews.com. Дата обращения: 25 март 2011. Архивировано 22 сентябрь 2009 года.
  13. 13,0 13,1 Caribbean moves afoot to restructure CARIFORUM 2013 йыл 17 июнь архивланған., Peter Richards, Tuesday April 12th 2011
  14. "World Population Prospects: The 2017 Revision (билдәһеҙ). . United Nations Department of Economic and Social Affairs, Population Division. OUN (10 сентябрь 2017). Дата обращения: 30 октябрь 2018. Архивировано 28 июль 2019 года.
pFad - Phonifier reborn

Pfad - The Proxy pFad of © 2024 Garber Painting. All rights reserved.

Note: This service is not intended for secure transactions such as banking, social media, email, or purchasing. Use at your own risk. We assume no liability whatsoever for broken pages.


Alternative Proxies:

Alternative Proxy

pFad Proxy

pFad v3 Proxy

pFad v4 Proxy