Content-Length: 293106 | pFad | https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%91%D0%B5%D1%81%D3%99%D0%B9

Бесәй — Википедия Эстәлеккә күсергә

Бесәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бесәй

Мейн-кун

Персид бесәйе

Урыҫ бесәйе

Тай бесәйе
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Суб-тип: умыртҡалылар
Класс: Һөтимәрҙәр
Инфракласс: Плаценталылар
Отряд: Йыртҡыстар
Ғаилә: Бесәй һымаҡтар
Суб-ғаилә: Урман бесәйе
Ырыу: Бесәйҙәр
Төр: Бесәй
Латинса исеме
Felis silvestris catus
ITIS 183798
NCBI 9685

Бесәй (лат. Félis silvéstris cátus) — эт менән бер рәттән кешенең иң яратҡан йорт хайуаны.

Зоологик күҙлектән бесәй йыртҡыстар отряды бесәй һымаҡтар ғаиләһендәге һөт имеҙеүсе хайуан.[1]; Элегерәк бесәйҙе айырым биологик төр булараҡ ҡарағандар. Хәҙерге заман биология системаһында йорт бесәйе (Felis silvestris catus) урман бесәйенән бәләкәй төрө булып тора (Felis silvestris).

Кимереүселәргә һәм башҡа ваҡ хайуандарға яңғыҙ һунарсы булһа ла, бесәй социаль хайуан. Ул тирә-яҡтағыларға мөнәсәбәтен белдереү өсөн төрлө тауыштар, феромондар, хәрәкәттәр ҡуллана.

Хәҙерге заманда донъяла 600 млн. йорт бесәйе иҫәпләнә. 200-гә яҡын тоҡомо сығарылған, улар араһында оҙон йөнлө (персид бесәйе) һәм бөтөнләй йөнһөҙ (сфинкс) төрҙәре бар.

Кимереүселәргә һүнар итеү һәләте булған өсөн бесәйҙе кешелек донъяһы 10 000 йыл буйы хөрмәт итә.

Фәнни классификация

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1758 йылда Карл Линней «Системе природы» тигән китабында йорт бесәйенә Felis catus тигән биномиаль исем бирәм[2]. Иоганн Христиан фон Шребер ҡырағай бесәйгә 1775 йылда Felis silvestris исемен бирә[3][4].

Хәҙерге заман филогенетикаһы мәғлүмәттәре буйынса йорт бесәйе — Felis silvestris ҡырағай бесәйҙең биш ярым төрҙәренең береһе[5], ә уның дөрөҫ халыҡ-ара фәнни атамаһы — Felis silvestris catus[6][7]. Ҡырағай бесәйгә F. silvestris һәм уның эйәләштерелгән төрҙәренә F. silvestris catus атамаларын биреү тураһында ҡарарҙы 2003 йылда Зоология номенклатураһы буйынса Халыҡ-ара комиссия ҡабул итә[8], һәм, әгәр йорт бесәйен ниндәй ҙә булһа классификацияла айырым төр итеп һүрәтләнгәндә, тейешле таксонды атар өсөн Карл Линней тәҡдим иткән F. catus комбинацияһын ҡулланылырға тейеш тип һөйләшенелә.

Әҙәбиәттә, йорт бесәйенең халыҡ-ара фәнни (латин телендә) атамаһы булараҡ ҡулланылған башҡа атамалар ҙа бар: Felis catus domesticus, Felis silvestris domesticus, шулай уҡ 1777 йылда Иоганн Христиан Поликарп Эркслебен «Начало естествознания» китабында тәҡдим иткән Felis domesticus. Был исемдәрҙең барыһы ла таксон синонимы булып тора, шуға күрә ҡулланылырға тейеш түгел.

Әҙәбиәттә был таксондың башҡортса атамаһы булараҡ, «йорт бесәйе» тигән һүҙбәйләнеше йәки ябай «бесәй» һүҙе ҡулланыла.

Нормаль физиологик күрһәткестәр[9]
Тән температураһы +38,6 °C
Йөрәк һуғыу йышлығы минутына 110—140 удар[10]
Һулыш алыу йышлығы минутына 16—40 һулыш

Өлкән бесәйҙең нормаль эске (ректаль) тән температураһы +38... +39,5 °C, бесәй балаларында бер аҙ юғарыраҡ. Бесәйҙәрҙең йөнө булмаған тоҡомдарында тәндең эске температураһы бөтә бесәйҙәрҙәге кеүек була, әммә сфинкс һәм петерболд бесәйҙәренең тәнендә йөн япмаһы булмау сәбәпле, тире температураһы кеше тарафынан тактиль рәүештә юғары тип ҡабул ителә.

Өлкән бесәйҙәрҙә пульстың йышлығы физик һәм психик әүҙемлеккә ҡарап үҙгәрә һәм минутына 120-нән 220-гә тиклем һуғыу тәшкил итә. Һулыш алыу йышлығы минутына уртаса 20-40 һулыш алыу хәрәкәтен тәшкил итә.

Бесәйҙәрҙә өс ҡан төркөмө айырыла — А, В һәм АB. А ҡан төркөмө менән бесәйҙәрҙең В ҡан төркөмөнә антиесемдәре булыуы ихтимал, һәм киреһенсә. АB ҡан төркөмө менән бесәйҙәрҙең А ҡан төркөмөнә лә, В төркөмөнә лә антиесемдәре юҡ, шуға күрә улар ҡан ебәргәндә ике ҡан төркөмөнә лә реципиент була алалар. АB ҡан төркөмө — иң һирәк осрағаны, ул бөтә йорт бесәйҙәренең 1 процентында осрай һәм шуға күрә насар өйрәнелгән, әммә ғалимдар АB-ның килеп сығышы буйынса А һәм В ҡан төркөмдәре менән бәйле булмауын асыҡлай алған.

МозгСпинной мозгДиафрагмаПеченьЖелудокПочкаТолстая кишкаАнусСеменникиУретраМочевой пузырьСелезёнкаЖелчный пузырьСердцеЛёгкиеПищеводТрахеяРотовая полостьНосовая полость
Бесәйҙең эске органдары
Бесәй башын 180 градусҡа борған
Бесәйҙең баш һөйәге

Ҡойроҡто шутламайынса бесәйҙең уртаса тән оҙонлоғо — 60 см, ҡойроғоноң оҙонлоғо — 25-35 см. Ҡағиҙә булараҡ, инә бесәйҙәр, башҡа һөтимәрҙәрҙәге кеүек үк, аталарға ҡарағанда бәләкәйерәк (енси диморфизм күренеше). Иң эре бесәйҙең, Гиннесстың рекордтар китабына ярашлы, оҙонлоғо 121,9 см-ға тиклем етә.

Һау-сәләмәт бесәйҙең ауырлығы — 2,5-6,5 кг, шулай уҡ ҙурыраҡ вәкилдәр ҙә бар, уларҙың ауырлығы 7-9 кг-ға етә. Себер бесәйе һәм мейн-кун бесәйҙәре 11,5-13 кг ауырлыҡта булыуы мөмкин. Бесәйҙәр массаһы 20 килограмға ла етә ала, ә иң ауыр бесәйҙең ауырлығы 21,3 кг булған. Ғәҙәттә бесәйҙең сағыштырмаса ҙур ауырлығы һимереү эҙемтәһе булып тора.

Бесәй — анатомияның үҙенә генә хас һыҙаттары булған типик ваҡ йыртҡыс. Бесәй һөлдәһе яҡынса 240 һөйәктән тора һәм ике бүлектән тора: күсәр һәм периферик. Һөлдәнең күсәр бүлеге баш һөйәгенән, умыртҡалыҡтан һәм күкрәк ситлегенән тора. Аяҡ-ҡулдарҙың йәки периферик һөлдәһе һөлдәһе 2 күкрәк (алғы) һәм 2 оса (артҡы) ослоҡтарҙан тора.

Баш һөйәге һәм умыртҡалы үҙәк нервы системаһын (баш һәм арҡа мейе) йәрәхәтләнеүҙәрҙән һаҡлай. Бесәйҙең умыртҡалығы һөйәге 7 муйын, 13 күкрәк, 7 бил, 3 тоташҡан Һигеҙгүҙ һәм 20-26 ҡойроҡ умыртҡаларынан тора. Умыртҡаларға 13 пар ҡабырға беркетелгән. Ҡабырғалар күкрәк умыртҡалары һәм күкрәк һөйәге менән бергә, күкрәк ситлеге барлыҡҡа килтерә. Тәүге 9 пар ҡабырға туранан-тура күкрәк һөйәге менән тоташҡан, ҡалған 4 пар ирекле. Алғы ослаҡ һөйәктәре күкрәк ситлеге менән тоташтырғыс туҡыма һәм мускулдар ярҙамында тоташа.

Бесәйҙең баш һөйәге башҡа һөтимәрҙәрҙең баш һөйәгенән бик ҙур күҙ соҡорҙары һәм ҡеүәтле һәм махсуслаштырылған яңаҡтары менән айырыла, шулай уҡ яҡынса бер үк бит һәм баш мейеһе бүлектәренең үҫеше менән айырыла. Бесәйҙең баш һөйәге баш мейеһе өлөшө 11 һөйәктән тора, ә бит өлөшө — 13. Уртаса бесәй мейеһенең оҙонлоғо 5 см, ауырлығы 30 г.

Бесәйҙең 30 тештәре бар (өҫкө яңағында — 16, аҫҡы яңаҡта — 14), шуларҙың 12 ҡырҡҡыс тештәр, 4 ҡаҙык тештәр, 10 премоляр һәм 4 моляр. Бесәйҙең тештәре табышты үлтереү һәм итте өҙгөләү өсөн яраҡлаштырылған. Табышты эләктергәндән һуң бесәй, ике умыртҡа һөйәге араһына сәсеп, уны ике оҙон ҡаҙыш тештәре менән тешләй, шуның менән арҡа мейеһенә зыян килтерә, һәм был кире ҡайтмаҫлыҡ фалижға һәм үлемгә килтерә. Бесәйҙең теш формулаһы бесәйҙәргә хас

Күп һөтимәрҙәргә хас булған бесәй күҙе төҙөлөшөнөң үҙенсәлеге булып күҙҙең йомолоусы яры (өсөнсө күҙ ҡабағы) булыуы. Ул күҙҙең күренеп торған мөгөҙсәһенең өҫтөн саңдан таҙарта һәм дымландыра. Өсөнсө күҙ ҡабағын бесәй күҙҙәрен асып йоҡлағанда йәки арыған сағында күрергә мөмкин. Өсөнсө ҡабаҡ даими күренһә, шул иҫәптән бесәй уяу булғанда ла, был күп осраҡта ауырыу билдәһе булыуы мөмкин.

Өйрәнелмәгән урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бесәй анатомияһының тикшерелмәгән йүнәлештәренең береһе — ҡолағында Генрих кеҫәһе. Әлеге ваҡытта уның функциональ тәғәйенләнеше билдәһеҙ.

Күп зоологтар фекеренсә, һөтимәрҙәр араһында һиҙеү органдары бесәйҙәрҙә нығыраҡ үҫешкән. Уларҙың ишетеү һәләте, мәҫәлән, сысҡандарһан ҡалышһа ла (кеше нормалары буйынса), тактиль һәм тәм һиҙеү рецептарҙары менән бергә күреү һәм ишетеү һәләте бесәйҙәрҙә ныҡ үҫешкән.

Бесәйҙәрҙең уртаса йәшәү оҙонлоғо — 14 йыл. Әммә Крим Пафф исемле бесәйҙең йәше 38-гә етә. 2011 йылдың ғинуарына ҡарата Люси исемле бесәй иң олоһо тип һаналған. Британ ғаиләһе менән йәшәйгән һәм 39 йәшен билдәләгән. Хайуан хужаһы Билл Томас әйтеүенсә, бесәй 1972 йылда тыуған. Гиннесстың рекордтар китабы вәкилдәре Люсиҙың донъялағы иң оло төр вәкиле булыуын рәсми рәүештә таный.

Ата бесәйҙәрҙе көйҙөрөү һәм инә бесәйҙәрҙе стерилләү уларҙың һаулығына ыңғай йоғонто яһай, сөнки көйҙөрөлгән бесәйҙәрҙә орлоҡлоҡ яман шеш, ә стерилизацияланған бесәйҙәрҙә — аналыҡ йәки туллек яман шеше барлыҡҡа килә алмай, бынан тыш бесәйҙәр ҙә һөт биҙе яман шеше хәүефен кәметә. Әммә көйҙөрөлгән бесәйҙәр йыш ҡына һейҙек ташы ауырыуы менән яфалана һәм һимереүгә дусар булалар. Иртә көйҙөрөү (8-9 айҙан кәмерәк) һейҙек ташы ауырыуы үҫешенә килтереүе мөмкин.

Эйәһеҙ бесәйҙәрҙең ғүмер оҙонлоғон аныҡ ҡына билдәләүе ҡыйын. Әммә бер тикшеренеү буйынса, ҡайһы бер эйәһеҙ бесәйҙәрҙең күптәре бала сағында үк үлеүенә ҡарамаҫтан, бындай хайуандарҙың уртаса йәше 4,7 йәш тәшкил итә, әммә ҡайһы берҙәре 10 йәшкә тиклем дә йәшәй ала. Хәҙерге ҡала шарттарында эйәһеҙ бесәйҙәр ғәҙәттә ике йылдан артыҡ йәшәмәй, әммә идара ителеүсе колонияларҙа стерилизацияланған бесәйҙәр күпкә оҙағыраҡ йәшәй ала. British Cat Action Trust мәғлүмәттәре буйынса, билдәле булған иң боронғо эйәһеҙ бесәйгә 19 йәш булған. Иң оло эйәһеҙ бесәй 26 йәшлек Марк була, ул Бесәйҙәр именлеге хәйриә союзы һағында тора.

Бесәйҙәрҙең һаулығы менән төрлө проблемалар булыуы мөмкин, шул иҫәптән төрлө характерҙағы ауырыуҙар, паразиттар булыуы, йәрәхәтләнеү һәм генетик бозолоштар. Бесәйҙәрҙең йоғошло һәм эске йоғошһоҙ ауырыуҙары, шулай уҡ бесәйҙәрҙең хирургик һәм акушер-гинекологик ауырыуҙары бар. Айырым төркөмгә бесәйҙәрҙең инвазив (паразит) ауырыуҙары инә, уларға бесәйҙәрҙең төрлө гельминтоздар инә. Белгестәр фекеренсә, атап әйткәндә Корнелл университетының ветеринария колледжының, эсәктәге паразиттар — бесәйҙәрҙең сәләмәтлеге өсөн киң таралған проблема, бесәйҙәрҙең 45 проценты ғәҙәттә гельминт менән зарарланған, мәҫәлән, Ollanulus tricuspis, Physaloptera, Ancylostoma һәм Uncinaria менән.

Бесәйҙәрҙең иң йыш осраған ауырыуҙары: калицивироз, микроспория, панлейкопения, ринотрахеит, шәкәр диабеты, токсоплазмоз һәм бесәй хламидиозы. Бесәйҙәрҙең иң хәүефле сирҙәренең береһе, уны кеше лә йоҡторорға мөмкин— токсоплазмоз.

Бесәйҙәр, башҡа һөтимәрҙәр кеүек үк, ҡотороу сире менән ауырый алалар, шулай уҡ уны кешегә йоҡтора алалар. Ауырыу бесәйгә ауырыған хайуан тешләүе аша (мәҫәлән, төлкө) тапшырыла. Инкубация осоро 2 аҙнанан 24 аҙнаға тиклем дауам итә, әммә күп осраҡта симптомдар 4-6 аҙнала барлыҡҡа килә, хайуан уларҙың сағылышынан һуң 3-4-се көнөндә үлә.

Бесәйҙәр — йыртҡыстар. Эттәрҙән айырмалы рәүештә, эттәр, бүреләр, төлкөләр, койоттар — бөтә нәмәне ашай алалар, шуға күрә йыш ҡына хайуан аяҡтарын үҫемлектәр менән төрлөләндерәләр һәм еңел генә вегетариан була алалар, ә бесәйҙәр, ғәҙәттә, аш һеңдереү тракты ит өсөн ҡулайлаштырылған хайуан ризыҡтарын ғына ашайҙар. Иң тәүҙә үҫешкән ҡаҙыш тештәре ашамлыҡты сәйнәү мөмкинлеген бирә; оҙон һәм хәрәкәтсел бесәй теленең ситтәрендә махсус тумһәләк менән йыһазландырылған, улар итте һөйәктән айырырға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ был тумһәләктәр кератин булып сығаралар һәм был бесәйгә йыуынғанда ярҙам итә. Сәйнәгәндә бесәйҙең башы ҡайһы яңағы менән сәйнәй, шул яғына төшә. Ике сәйнәү мускулдары ла насар үҫешкәнлектән, бесәй йыш ҡына сәйнәгәндә яңаҡтың ян-яғын үҙгәртә.

Бесәйҙең эсәге, күп кенә йыртҡыстарҙы кеүек үк, арыуыҡ ҡыҫҡа һәм оҙонлоғо 1,8 метрҙан артмай. Бесәйҙең ашҡаҙаны аш һеңдереү функцияһын үтәй, шул уҡ ваҡытта бесәйгә уны үҙләшмәгән аҙыҡ киҫәксәләренән: һөйәктәрҙән, тарамыштарҙан һәм үҙ йөндәренән әленән-әле таҙартырға кәрәк. Ашҡаҙанды таҙартыу ҡоҫоу юлы менән бара, ул киң таралған һаҡлаусы рефлекс булып тора, шулай уҡ ауырыу билдәһе лә булыуы мөмкин.

Икенсе ҡырағайланған бесәйҙәр, шулай уҡ өйҙән тышҡа сығыу мөмкинлеге булған бесәйҙәр ваҡ табыш, башлыса кимереүселәр һәм ваҡ ҡоштар менән туҡланалар. Хатта хужалары тейешле аҙыҡ менән тәьмин иткән бесәйҙәр ҙә, ваҡ һөтимәрҙәр, ҡоштарға, ер-һыу хайуандарға, һөйрәлеүселәргә, балыҡтар ға, умыртҡаһыҙҙарға өйҙән ситкә алып сығыу мөмкинлеге булған саҡта һунар итәләр. Бесәйҙәр көнөнә бер нисә тапҡыр ваҡ-төйәк ашауҙы өҫтөн күрә.

Бесәйҙәрҙе ит ризыҡтарынан мәхрүм итергә ярамай, сөнки үҫемлек ризыҡтарынан кәрәкле бөтә аминокислоталарҙы синтезлау мөмкин түгел. Бесәйҙәр өсөн иң мөһим матдәләрҙең береһе — таурин, туҡланыу рационында булмауы сәләмәтлектең насарлауына килтерә һәм һуҡырлыҡҡа килтереүе мөмкин. Һыйыр һөтө тауриндың насар сығанағы булып тора, шулай уҡ күп бесәйҙәргә лактоза килешмәй, ә һөт эсереү бесәйҙәрҙә аш һеңдереүҙең бозолоштарына килтерә.

Бесәйгә хайуан ризығында булған А витамины кәрәк, сөнки башҡа күп хайуандарҙан айырмалы рәүештә уны бета-каротиндан синтезлай алмай.

Ҡайһы берҙә бесәйҙәр кеше ризығының ҡайһы бер төрҙәренә яраҡлашалар, әммә бындай ризыҡ бесәйгә зыян килтерә һәм ҡайһы бер ауырыуҙарҙы тыуҙырыуы мөмкин (мәҫәлән, һейҙек ташы ауырыуы, хроник бөйөр етешмәүсәнлеге), ә шоколад, какао, кофе ҡулланыу хатта хайуандың ҡаты ағыуланыуына һәм үлеменә килтереүе мөмкин.

Шулай уҡ ҡайһы бер бесәйҙәр аҙ ғына йәшелсә, емеш-еләк, икмәк ашай ала. Туҡланыу рационында 1-2 балғалаҡ эремсек йәки ҡатыҡ булыуы отошло.

Аш һеңдереү системаһын яҡшыртыу һәм таҙартыу өсөн ҡоҫоуға этәргес биреү өсөн бесәйҙәр ваҡыты-ваҡыты менән үлән, япраҡ һәм йәш үҫентеләр йота. Яраҡлы үлән булмаған осраҡта бесәйҙәр , мәҫәлән, рауза таждары ашай ала. Ҡайһы саҡта аҙыҡта микроэлементтар етмәгән осраҡта бесәйҙәр тупраҡ ашай ала.

Һуңғы йылдарҙа йортта бесәйҙәрең аҡһымдар, витаминдар, аминокислоталар һәм кәрәкле микроэлементар булған махсус әҙер бесәй ризығы менән туҡландыралар. Микроэлементтар етмәгәндә магний һәм уға бәйле файҙалы минералдар сығанағы булған көл менән ҡаплана ала, шуға күрә уны хайуан аҙығы етештереүселәр өҫтәйҙәр.

Бесәйҙәр — бик таҙа йәнлектәр. Көнөнә кәм тигәндә ун тапҡыр тиреләрен ялап йыуалар; уларҙың шайыҡтары һөҙөмтәле таҙартҡыс булып тора. Таҙалыҡ бөтә бесәйҙәрҙә лә инстинкт булып тора: тәндең таҙа булыуы һунар иткәндә, табыш йыртҡыс еҫе һиҙмәһен өсөн кәрәк. Бесәйҙәр йыш ҡына заттарын һәм кешеләрҙе яларға ярата, әммә уларҙың шайыҡтары ҡайһы бер кешеләрҙә аллергия тыуҙырға мөмкин. Ялағанда бесәйҙәр бәүел сығардағы кеүек үк шунса шыйыҡса сығара. Бесәйҙәрҙең күбеһе йыш ҡына трихобезоар үтләйҙәр.

Бесәйҙәр һәр ваҡыт тырнаҡтарын хәстәрләйҙәр. Ғәҙәти шарттарҙа ағастарға менгәндә һәм йүгергәндә бик оҙон тырнаҡ шымартыла. Өйҙә бесәй тырнаҡтарын ҡул аҫтындағы әйберҙәргә шымарта.

Ҡайһы бер бесәйҙәр үҙаллы йәки кеше ярҙамында бәҙрәфкә йөрөргә өйрәнәләр.

Бесәйҙең, йорт хайуаны булараҡ, йәшәү урыны — кеше торлағы. Бесәйҙең хужаһы һайлаған йәшәү шарттарына ҡарап, бесәйҙәр бер ҡасан да кеше өйөнән сыҡмағандарға һәм өйҙән ситкә сығыу мөмкинлеге булғандарға бүленә.

Төньяҡ киңлектәрҙә, йорт бесәйҙәре ҡояш нурҙарында йылынып йоҡларға ярата, шул уҡ ваҡытта тиреләренең өҫкө температураһы 52 °C-ҡа еткәс тә дискомфорт тоя башлай. Шул уҡ ваҡытта йорт бесәйҙәре даими эҫелекте насар кисерәләр, ә аҡ ҡолаҡлы һәм бөтөнләй аҡ бесәйҙәр ҡарараҡ бесәйҙәргә ҡарағанда яман шешкә күпкә дусар булалар, шунлыҡтан ҡояштың оҙаҡ тәьҫир итеү улар өсөн хәүефле.

Бесәйҙәр уртаса климат шарттарында үҙҙәрен яҡшы тоя, әммә бөтә шарттарҙа ла түгел — томанды, ямғырҙы һәм ҡарҙы яратмайҙар. Бесәйҙәрҙең күбеһе һыу инергә яратмай, әммә ҡайһы бер тоҡом бесәйҙәре һәм популяциялары (мәҫәлән, ван бесәйҙәре һәм курил бобтейлдары, бенгал бесәйҙәре) быны яраталар.

Донъя тарихи данын кардинал Ришельеның яратҡан ап-аҡ бесәйе — Мириам ала.

Киң мәғлүмәт саралары, әҙәбиәт һәм кино арҡаһында АҠШ президенттары Билл Клинтон — Сокс һәм Джордж Буштың — Индия, Бөйөк Британия премьер-министрҙарҙың — Хамфри, Рим Папаһы Бенедикт XVI — Чико һәм Рәсәйҙең элекке президенты Дмитрий Медведевтың— Дорофей киң танылыу ала. Шахмат буйынса донъя чемпионы Александр Алехиндың даими юлдашы сиам бесәйе Чесс билдәлелек ала.

Күңелле ғәмәлдәр, мауыҡтырғыс йәки ғәҙәти булмаған ҡиәфәттәр арҡаһында бесәйҙәр йыш ҡына YouTube видеояҙмалары һәм интернет-мемдары геройҙарына әйләнә. Бындай бесәйҙәрҙең сағыу миҫалдары булып Grumpy Cat һәм бесәй Мару тора.

  • Бесәй мәсеткә инеү рөхсәт ителгән берҙән-бер хайуан[11].
  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)
  2. Don E. Wilson[en] & DeeAnn M. Reeder (editors). SPECIES Felis catus (ингл.). Mammal Species of the World. A Taxonomic and Geographic Reference (3rd ed). Johns Hopkins University Press (2005). Дата обращения: 29 май 2010. Архивировано 19 май 2012 года. 2012 йыл 10 август архивланған.
  3. Anthea Gentry, Juliet Clutton-Brock[en], Colin P. Groves. The naming of wild animal species and their domestic derivatives (ингл.) 647, 649. Journal of Archaeological Science[en] 31 (2004) 645–651 (2004). Дата обращения: 29 май 2010. Архивировано 19 май 2012 года.
  4. Don E. Wilson & DeeAnn M. Reeder (editors). SPECIES Felis silvestris. Mammal Species of the World. A Taxonomic and Geographic Reference (3rd ed). Johns Hopkins University Press (2005). Дата обращения: 29 май 2010. Архивировано 19 май 2012 года. 2012 йыл 18 ғинуар архивланған.
  5. Carlos A. Driscoll etc. The Near Eastern Origin of Cat Domestication (ингл.). Science Magazine (18 июнь 2007). Дата обращения: 26 июль 2010. Архивировано 19 май 2012 года.

    A genetic assessment of 979 domestic cats and their wild progenitors (Felis silvestris silvestris — European wildcat; F. s. lybica — Near Eastern wildcat; F. s. ornata — Central Asian wildcat; F. s. cafra — sub Saharan African wildcat; and F. s. bieti — Chinese desert cat) indicated that each wild group represents a distinctive subspecies of Felis silvestris.

  6. Official Lists and Indexes of Names in Zoology, Updated March 2010 (ингл.) 795. The International Commission on Zoological Nomenclature (март 2003). Дата обращения: 29 май 2010.
  7. Taxonomic Hierarchy, Taxonomic Serial No.: 180586 (ингл.). Integrated Taxonomic Information System. Дата обращения: 29 май 2010. Архивировано 19 май 2012 года.
  8. Opinion 2027, Bulletin of Zoological Nomenclature 60(1) (март 2003). Дата обращения: 29 май 2010.
  9. Cynthia M. Kahn, Scott Line. The Merck/Merial Manual for Pet Health. — Merck, 2007. — С. 330. — ISBN 0911910999.
  10. The heart of the cat (ингл.). Еurocatfancy. Дата обращения: 17 ғинуар 2011. Архивировано 19 май 2012 года. 2012 йыл 22 апрель архивланған.
  11. Правила поведения в мечети








ApplySandwichStrip

pFad - (p)hone/(F)rame/(a)nonymizer/(d)eclutterfier!      Saves Data!


--- a PPN by Garber Painting Akron. With Image Size Reduction included!

Fetched URL: https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%91%D0%B5%D1%81%D3%99%D0%B9

Alternative Proxies:

Alternative Proxy

pFad Proxy

pFad v3 Proxy

pFad v4 Proxy