Эстәлеккә күсергә

Аналыҡты орлоҡландырыу (инсеминация)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
19:05, 4 октябрь 2024 өлгөһө; Akkashka (фекер алышыу | өлөш) ("Внутриматочная инсеминация" битен тәржемә итеп төҙөлгән)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)

Аналыҡ эсенә орлоҡ һалыу - инсеминация (от лат. semina - сперма; ҡыҫҡартыу: ВМИ, шулай уҡ — яһалма инсеминация) — енси мөнәсәбәттән тыш алдан алынған ир-ат мәнейен (сперма) цервикаль канал йәки ҡатын-ҡыҙҙың аналығына һалыу ғәмәленән ғибәрәт медицина технологияһы (ярҙамсы репродуктив технология).

Бала тапмаған парҙарҙа йөклөлөккә өлгәшеү йәки яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙарҙың ауырға ҡалыу мөмкинлеген биреү маҡсатында ҡулланыла, гинекология профилендәге медицина учреждениеларында амбулатория шарттарында үткәрелә.

Яһалма инсеминация XVIII быуат аҙағынан билдәле. 1784 йылда итальян кешеһе Лазаро Спалацци эттең йөклөлөгөн булдырған яһалма аталандырыу ҡуллана. Өс көсөк тә һау-сәләмәт булып тыуа. 1790 йылда шотланд табибы Джон Хантер беренсе тапҡыр гипоспадия кеүек тайпылышы булған ирҙең ҡатыны аналығына иренең мәнейен индереүҙе (инсеминация) тормошҡа ашырырға тырыша .

Рәсәйҙә яһалма инсеминация ҡулланыу Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2012 йылдың 30 авгусындағы 107н һанлы «Ярҙамсы репродуктив технологияларҙы ҡулланыу тәртибе, уларҙы ҡулланыуға ҡаршы күрһәтмәләр һәм сикләүҙәр тураһында» бойороғо менән рәсмиләштерелә[1].

Үткәреү методикаһы

Процедура периовулятор осорҙа (овуляция көндәрендә) үткәрелә, уның ваҡытын гинеколог үҙенең ҡарамағындағы сараларға ярашлы билдәләй. Яһалма инсеминация ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғи циклында ла, гормональ стимуляция ярҙамында супервуляция булдырып та ҡулланыла.

Аналыҡ эсенә инсеминация өсөн мәнейҙе туранан-тура индереү процедураһы алдынан (процедуранан 1-3 сәғәт алда) алалар йәки алдан криоконсервацияланған һәм иретелгән мәнейҙе ҡулланалар. Ҡулланыу өсөн йә натив (эшкәртелмәгән) мәней, йә алдан эшкәртелгән сперма ҡулланыла. Мәнейҙе эшкәртеү сперматозоидтарҙы орлоҡ шыйыҡсаһынан алдан айырыуҙан ғибәрәт, бының өсөн, мәнейҙе физиологик мөхит менән шыйыҡландырып, сперматозоидтарҙы центрифугала ике йәки өс тапҡыр тондоралар. Аналыҡты орлоҡландырыу өсөн эшкәртелгән мәнейҙе ҡулланыу өҫтөнлөклө, сөнки аналыҡҡа тәбиғи сперма индереүҙең анафилактик шокка килтереү хәүефе бар.

Донор спермаһын ҡулланыу РФ Һаулыҡ һаҡлау Министрлығының 67-се бойороғо менән регламентлана, уға ярашлы донор мәнейен туңдырылған хәлдә 6 айлыҡ карантиндан һуң ғына ҡулланырға мөмкин. Донор спермаһының 6 айлыҡ карантинын талап итеү алған ваҡытта уның мәнейендә йәшерен инфекция мөмкинлеген булдырмау кәрәклеге менән аңлатыла, донорҙың инфекцияға ҡабаттан биргән анализының кире һөҙөмтәһенән һуң ғына туңдырылған донор мәнейенең карантинын алып ташларға мөмкин.

Аналыҡ эсенә сперма пластик катетерға тоташтырылған шприц аша индерелә. Процедура ауыртыуһыҙ башҡарыла, бер нисә минут дауам итә.

Аналыҡты орлоҡландырыу (ВМИ) процедураһы алдынан тикшереү

Яһалма инсеминация процедураһын үткәреү алдынан енси партнёрҙарҙың икеһенә лә анализдар комплексы тәғәйенләнә, был кире күрһәткестәрҙе (мәҫәлән, енси юл менән аша мөмкин булған йоғошло сирҙәр йәки сперма патологияһы) булдырмау өсөн эшләнә. Мотлаҡ тикшеренеүҙәр комплексына түбәндәгеләр: ҡан анализы (ОАК); иммунодефицит вирусы, сифилис, В һәм С гепатитына анализ; ПЦР (Chlamydia trachomatis, Neisseria gonorrhoeae, Trichomonas vaginalis, Mycoplasma genitalium, Mycoplasma hominis, Ureaplasma spp, Ureaplasma parvum, Ureaplasma urealyticum) ысулы менән инфекцион ауырыуҙарҙы асыҡлау. Ҡатын микроскопик тикшереү: аналыҡ һәм аналыҡ муйынынан мазок алыу; гормональ фонды тикшереү үтә. Ир спермограмма тапшыра.

Әгәр табип парҙың балаға уҙа алмауына бәйле процедура тәғәйенләһә, яһалма инсеминацияны ғына ҡулланыу һөҙөмтәһеҙ булыуы мөмкин. Шуға күрә бала табыу һәләтен юғалтыу сәбәбен асыҡлау өсөн ике партнёрҙы ла өҫтәмә тикшереү талап ителеүе ихтимал.[2]

Медицина күрһәтмәләре һәм ҡаршы күрһәтмәләр

РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 67-се бойороғона ярашлы, яһалма инсеминация өсөн түбәндәге күрһәтмәләр һәм ҡаршы күрһәтмәләр билдәләнгән:

Ире яғынан донор спермаһын яһалма инсеминация өсөн күрһәтмәләр булып:

  • балаға уҙа алмау (мәҫәлән, азооспермия);
  • эякулятор-енси тайпылыштар;
  • тиҫкәре медик-генетик прогнозы (нәҫелдән килгән сирҙе йөрөтөү);

Ҡатын яғынан:

  • енси партнёрҙың булмауы.

Ире яғынан ирҙең спермаһы ярҙамында яһалма инсеминация үткәреү өсөн күрһәтмәләр булып:

  • субфертиль сперма;
  • эякулятор -енси тайпылыштар

Ҡатын яғынан:

  • түлһеҙлектең цервикаль факторы;
  • вагинизм.

Ҡатын яғынан яһалма инсеминация үткәреү өсөн ҡаршы күрһәтмәләр булып:

  • йөклөлөктө булдырмауға сәбәпле соматик һәм психик ауырыуҙар;
  • ауырға ҡалыу мөмкин булмаған үҫеш етешһеҙлектәре һәм аналыҡ патологияһы;
  • йомортҡалыҡтың яман шеше һәм шеш һымаҡ барлыҡҡа килгән нәмәләр;
  • локализацияһы теләһә ниндәй яман шештәр;
  • теләһә ниндәй локализациялы киҫкен шешеү сирҙәре.

Һөҙөмтәлелеге

Бер тапҡыр яһалма инсеминация ҡулланғандан һуң йөклөлөк һәм бала тыуыу прогнозы яҡынса 12 % тәшкил итә. Мәҫәлән, 2004 йылда Европа кеше репродукцияһы һәм эмбриология йәмғиәте докладында (ингл. ESHRE) түбәндәге мәғлүмәттәр килтерелә: Европаның 19 илендә 98 388 аналыҡ эсенә инсеминация процедураһы үткәрелгән, 12 081 осраҡта йөклөлөк башланыуы һәм артабанғы бала тыуыуы теркәлгән (12,3 %), йөклөлөктөң 87%-нда бер бала, 13%-нда - күп бала тыуған[3]. Д. О. Отт исемендәге Акушерлыҡ һәм гинекология институтында үткәрелгән тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре (Санкт-Петербург) буйынса, 2001 йылда бер инсеминация процедураһына йөклөлөктөң уртаса йышлығы 11,6 % тәшкил иткән[4].

Яһалма инсеминация процедураһын үткәргәндә йөклөлөк ихтималлығын арттырыусы ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк:

  • Ике партнёрға ла тәмәке тартыуҙан һәм алкоголдән тулыһынса баш тартыу.
  • Ҡатын-ҡыҙ өсөн дә, ир-ат өсөн дә ауырлыҡты нормалләштереү. Артыҡ ауырлыҡ йәки кәүҙә ауырлығы етмәү бала табыуға (фертильность) йоғонто яһай һәм йөклөлөк ихтималлығын кәметә.
  • Хеҙмәт һәм ял режимын тергеҙеү, партнёрҙарҙың икеһе өсөн дә стресс һәм физик көсөргәнешлекте булдырмау.
  • Дауалаусы табип ирле-ҡатынлыға фолий кислотаһы, йод һәм D витамины профилактик дозаларын ҡулланырға кәңәш итә.
  • Ир – егеттәргә мунсаға, саунаға йөрөүҙе тыйырға, ҡайнар ваннала ҡойонмау кәңәш ителә – был сперматогенезға кире йоғонто яһай.[2]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Бала табыу һәләтһеҙлеге
  • Спермограмма
  • Яһалма аталандырыу
  • Экстракорпораль аталандырыу
  • Ярҙамсы репродуктив технология
  • Сперма банкы

Иҫкәрмәләр

  1. приказ Министерства здравоохранения Российской Федерации от 30 августа 2012 г. № 107н «О порядке использования вспомогательных репродуктивных технологий, противопоказаниях и ограничениях к их применению»
  2. 2,0 2,1 Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 18 июнь 2024.
  3. Andersen AN, Goossens V, Ferraretti AP, Bhattacharya S, Felberbaum R, de Mouzon J, Nygren KG; European IVF-monitoring (EIM) Consortium; European Society of Human Reproduction and Embryology (ESHRE). Assisted reproductive technology in Europe, 2004: results generated from European registers by ESHRE. Hum Reprod. 2008 Apr;23(4):756-71. — http://humrep.oxfordjournals.org/content/23/4/756.abstract?ijkey=9d2be46f4ff479be10c81259f634f7e2673c011b&keytype2=tf_ipsecsha
  4. Корсак В. С., Каменецкий Б. А., Исакова Э. В., Маринченко А. Г. Место внутриматочной искусственной инсеминации в преодолении бесплодия // Проблемы репродукции. 2001. N5. — Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
pFad - Phonifier reborn

Pfad - The Proxy pFad of © 2024 Garber Painting. All rights reserved.

Note: This service is not intended for secure transactions such as banking, social media, email, or purchasing. Use at your own risk. We assume no liability whatsoever for broken pages.


Alternative Proxies:

Alternative Proxy

pFad Proxy

pFad v3 Proxy

pFad v4 Proxy