Эстәлеккә күсергә

Автономия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Автономия, этностың ойошоп йәшәгән тарихи тыуған ерендә үҙ аллы идара итеүе.

Автономиялы берәмектәр үҙәк власть билдәләгән сиктәрҙә дәүләт власын һәм идара итеүҙе үҙ аллы тормошҡа ашырыу хоҡуғына эйә. СССР-ҙа автономиялар милли-территроиаль принцип буйынса төҙөлдө. Уға дәүләттең тормош-көнкүреше һәм милли составы менән айырылып торған, биләдәле кимәлдә иҡтдисади бөтөн булған төбәктәр эйә булды. Тәүге мәлдә совет автономиялары сәйәси һәм административ автономиялар рәүешендә барлыҡҡа килә. Юғары, сәйәси автономияларға — автономиялы совет социалистик республикалары, ә административ автономияларға — автономиялы өлкә, милли округтар, хеҙмәт коммуналары инә.

Дәүләт булараҡ, БАССР-ҙың үҙ Конституцияһы, дәүләт власының юғары органдары (Юғары Советы, Юғары Советы Президумы), хөкүмәте (Министрҙар Советы), идара итеүҙең үҙәк органдары (министырлыҡтар һәм ведомствалар), хөкөм эшмәкәрлегенең юғары органы (Юғары суды), закондар сығарыуға, гражданлыҡҡа, территорияның тейелмәҫлегенә хоҡуғы, дәүләт символдары (гербы, флагы, баш ҡалаһы) һәм башҡа дәүләт атрибуттары булдырылғайны. (ҡара: «Үҙәк Совет власының Башҡорт хөкүмәте менән Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүе»)

  • Народы России: Энциклопедия. М., 1994


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

pFad - Phonifier reborn

Pfad - The Proxy pFad of © 2024 Garber Painting. All rights reserved.

Note: This service is not intended for secure transactions such as banking, social media, email, or purchasing. Use at your own risk. We assume no liability whatsoever for broken pages.


Alternative Proxies:

Alternative Proxy

pFad Proxy

pFad v3 Proxy

pFad v4 Proxy