Эстәлеккә күсергә

Германия империяһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Германия империяһы
нем. Deutsches Reich
Байраҡ[d]Герб[d]
Нигеҙләү датаһы 1 ғинуар 1871[1]
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы Германская империя
Ҡатнашыусы Битва на Лисе[d]
Этнохороним német, גרמני һәм German
Рәсми тел Немец теле
Гимн Heil dir im Siegerkranz[d]
Девиз тексы Gott mit uns
Донъя ҡитғаһы Европа
Административ үҙәк Берлин
Идара итеү формаһы федеративная монархия[d] һәм Конституцион монархия
Дәүләт башлығы вазифаһы король Пруссии[d]
Дәүләт башлығы Вильгельм I[d], Фридрих III[d] һәм Вильгельм II[d]
Закондар сығарыу органы Рейхстаг[d]
Ойошма ағзаһы Центральные державы[d] һәм Австро-германский договор[d]
Халыҡ һаны 41 058 792 кеше (1 декабрь 1871),
49 428 470 кеше (1 декабрь 1890),
64 925 993 кеше (1 декабрь 1910),
67 790 000 кеше (1914)
Валюта золотая марка[d]
Милке Kronprinzenvilla[d]
Сиктәш Рәсәй империяһы, Австро-Венгрия, Өсөнсө француз республикаһы[d], Швейцария, Дания, Нидерланд, Бельгия һәм Люксембург
Нигеҙендәге текст Constitution of the German Confederation 1871[d]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Веймар Республикаһы
Алыштырған Северогерманский союз[d]
Ҡулланылған тел Немец теле
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 9 ноябрь 1918
Майҙан 540 858 км² (1910)
Урынлашыу картаһы
Подробная карта
Рәсми дине Лютерандар, реформатство[d] һәм Католицизм
Тема иҡтисады economy of the German Empire[d]
Карта
 Германия империяһы Викимилектә

Герма́ния импе́рияһы — 1871—1918 йылдарҙағы немец дәүләтенең Рәсәйҙә ҡабул ителгән атамаһы.

1871 — 1943 йылдарҙағы немец дәүләтенең рәсми атамаһы — Deutsches Reich (Германия рейхы), ул шулай уҡ «Германия империяһы» йәки «Германия дәүләте» (1943 йылдан — Großdeutsches Reich, «Бөйөк Германия дәүләте», «Бөйөк Германия империяһы») тип тәржемә ителә.

Был осорҙо Германия (кайзер Германияһы) (1871—1918), Веймар республикаһы (1918—1933) һәм Өсөнсө рейх (нацист Германияһы) (1933—1945) тигән бүлеү ҡабул ителгән. Шула итеп, «Германия империяһы» терминын башлыса кайзер Германияһына ҡулланыу ҡаралған, һәм был немец тарихнамәһе терминына тап килә Deutsches Kaiserreich. Веймар республикаһын һәм Өсөнсө рейхты ғәҙәттә был төшөнсәгә ҡаратмайҙар.

Германия империяһына нигеҙ һалыусы тип Отто фон Бисмарк һәм Вильгельм I (герман императоры Вильгельм I Гогенцоллерн) һанала. Ҡайһы берҙә уны «Икенсе рейх» (ҡара: «Беренсе рейх» һәм «Өсөнсө рейх») тип атайҙар. Германия империяһы 1918 йылғы Ноябрь революцияһы һөҙөмтәһендә юҡҡа сыға.

Франк-прус һуғышынан һуң Германия

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Версалдең Көҙгөлө галереяһында Германия империяһын иғлан итеү (Версаль һарайы). Картина уртаһында аҡ кейемдә Бисмарк
Вильгельм I (герман императоры)
Отто фон Бисмарк

1866 йылда Австрия-пруссия-итальян һуғышында еңгәндән һуң, Пруссия Германияның берләшеүенә ҡаршы торған бөтә дошмандарын да ҡыйрата. Әммә Франция Германияның берләшеүенә бар көсө менән ҡаршы тора. Француз императоры Наполеон III Германияның берләшеүен теләмәгән һәм Францияның Европалағы өҫтөнлөклө ролен һаҡлап ҡалырға тырышҡан. 1870 йылда франк-пруссия һуғышы башлана. Пруссия канцлеры Отто фон Бисмарк һәм король Вильгельм I һуғыш һөҙөмтәһендә Германияны берләштерергә һәм Францияның ҡеүәтен һындырырға өмөтләнгән. Төньяҡ герман союзы ғәскәрҙәре тулы еңеүгә өлгәшә. 1871 йылдың 18 ғинуарында Версаль һарайының Көҙгөлө залында Германия империяһы иғлан ителә, кайзеры — Вильгельм I (герман императоры). Төньяҡ герман союзына ҡарамаған дәүләттәр ҙә тҙ генә империяға — Бавария короллеге һәм башҡа көньяҡ герман илдәре ҡушыыла. Германия Австрияһы Германияға инмәй ҡала. Француздар немецтарға түләгән биш миллиард франк контрибуция немец иҡтисадының ныҡлы фундаменты була.

Ошонан һуң фон Бисмарк, колониаль сәйәсәт Германия империяһы өсөн өҫтөнлөклө түгел ти. 1864 йылда Дат-прус һуғышынан һуң, Дания Шлезвигты тулыһынса юғалтыуҙан ҡурҡып, Пруссияға һәм Австрияға Дания Вест-Һиндостанын тәҡдим итеп ҡарай[2]. 1870 йылда, Франк-прус һуғышынан һуң, Францияның Кохинхинды биреү тәҡдиме кире ҡағыла. Әммә 1873 йылда уҡ, Африканы тикшереү маҡсатын ҡуйған «Африканское общество в Германии» (Afrikanische Gesellschaft in Deutschland) булдырыла. 1882 йылда 15 меңдән ашыу колониаль сәйәсәт яҡлыларҙы берләштергән «Немецкое колониальное общество» (Deutscher Kolonialverein) барлыҡҡа килә. 1887 йылда ул 1884 йылда был сәйәсәтте ысынбарлыҡта тормошҡа ашырыу маҡсат ҡуйған «Общество за немецкую колонизацию» (Gesellschaft für Deutsche Kolonisation) йәмғиәте менән берләшә.

Германия Көньяҡ-Көнбайыш Африкаһында Людерица бухтаһы (1900 йыл тирәһе)

1884 ылда Бисмарк, герман коммерсанттарының сит илдәрҙәге биләмәләре Германия дәүләте тарафынан яҡланасаҡ, тигән иғлан итә. Африкала һәм Океанияла байтаҡ ҙур территорияларҙы ҡулға төшөргән булалар. Әммә 1885 йылда Бисмарк, Франция һәм Англия менән мөнәсәттәрен яҡшыртыу ниәте менән, колониаль сәйәсәттән ситләшә. 1884 йылда үткән Берлин конференцияһынан һуң, 1884—1885 йылдарҙа, Африканы европа илдәре үҙ-ара бүлешеп ала. Гельголанд-занзибар килешеүенә ярашлы, 1890 йылда Африкалағы протектораты Виту Германия өсөн стратегик яҡтан әһәмиәткә эйә Төньяҡ диңеҙендәге Гельголанд утрауына алмаштырыла.

Өс император йылы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Фридрих III (Германия императоры)

1888 йылдың 9 мартында Германия императоры Вильгельм I, улы Фридрих III-нө Германияның яңы императоры итеп ҡалдырып, 91-се тыуған көнө алдынан вафат була. Фридрих либерал һәм британ конституцияһына мөкиббән ғашиҡ (поклонник) була. Шулай уҡ Британия королеваһы Викторияның өлкән ҡыҙы принцесса Виктория Саксен-Кобург-Готскаяға өйләнеүе лә уның Бөйөк Британия менән мөнәсәбәттәре нығыныуын килтерә. Ул тәхеткә килгәндән һуң, күптәр Фридрихтың идара итеүе рейхтың либералләшеүенә һәм парламенттың сәйәси процесҡа йөғөнтоһо көсәйеүенә килтерер тип өмөтләнә. 8 июндә юғары консерватив прус эске эштәр министры Роберт Виктор фон Путткамерҙы эштән сығарыу көтөлгән йүнәлеш билдәһе һәм Бисмарк хакимиәтенә ҙур баҫым була.

Әммә тәхеткә ултырыр алдынан, 1887 йылда, Фридрихтың тамаҡ яман шеше менән сирләүе билдәле була. Ул идаралыҡ итә башлауының 99-сы көнөнә, 1888 йылдың 15 июненә вафат була.

Германия Беренсе донъя һуғышы алдынан

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фридрих үлгәндән һуң, тәхеткә улы Вильгельм II ултыра. Ул батшалыҡ итә башлар алдынан ғына Германия Африкала (Тоголенд, Немец Камеруны, Герман Көньяҡ-Көнбайыш Африкаһы, Герман Көнсығыш Африкаһы) Азияла (Циндао порты) һәм Океанияла (Герман Яңы Гвинеяһы, Германское Самоаһы) яңы колонияларға эйә була, Австро-Венгрия һәм Рәсәй менән Францияға һәм Англияға ҡаршы Өс император хәрби союз килешеүе төҙөлә (Рәсәй тиҙҙән союздан сыға), армия һәм флот ҙурайтыла. Шул уҡ ваҡытта килемгә прогрессив һалым индерелә налог (һалым һалыу ставкаһы килем күләменә ҡарата арта бара).

Беренсе донъя һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыш башы Германия өсөн уңышлы була: Көнсығыш Пруссия ғәскәре рәсәй ғәскәрен Танненберг алышында ҡыйрата, немец армияһы Бельгияны, Люксембургты яулай, Төньяҡ-Көнсығыш Францияны, Польша Батшалығын һәм Белоруссияның бер өлөшөн баҫып ала.

Германияның союздаштары насар һуғыша: австрийлылар Галицияла тар-мар ителә, тҡрҡктәр Кавказ фронтында күп тапҡыр еңеләләр. Италия союздаштарын һата һәм 1915 йылдың 23 майында Австро-Венгрияға һуғыш иғлан итә. Фәҡәт немец армияһы ярҙамында австрийлылар һәм төрөктәр ҡайһы бер позицияларын кире ҡайтаралар, итальяндар Капоретто алышында тар-мар ителә.

Германия әүҙем һуғыш хәрәкәттәре барышында күп еңеүгә өлгәшә, әммә 1915 йылға барлыҡ фронттарҙа ла бер-береһен бөлдөрөрлөк ҡамау йәки позиция һуғыштары башлана. Үҙенең сәнәғәт потенциалына ҡарамаҫтан, Германия дошманы өҫтөнән позиция һуғышында еңеүгә өлгәшә алмай. Немец колониялары оккупациялана. Ил тамам бөлгөнлөккә төшә. Көс ресурстары яғынан Антанта өҫтөнлөк ала, һәм 1918 йылдың 5 октябрендә герман хөкүмәте тыныслыҡ һорап мөрәжәғәт итә. Ул 1918 йылдың 11 ноябрендә, Ноябрь революцияһы башланыр алдынан төҙөлә.

1918 йылдың 9 ноябрендә Германияла Ноябрь революцияһы башлана, һөҙөмтәлә монархия түңкәрелә, һәм Вильгельм Нидерландҡа ҡаса.

Германия, франк-герман сиге буйлап оҙайлы һуғыш алып барырға теләмәгәнлектән, Шлиффен планын, Бельгия һәм Люксембургҡа баҫып инеп, Парижды уратып алып һәм сиктәге ғәскәрҙәренә һөжүм итә Францияға зыян килтерерлек хәрби стратегияны ҡабул итә. Өсөнсө француз республикаһын ҡыйратҡас, Германия Рәсәй империяһына һөжүм итергә шәбәйеп китә. План буйынса Британия империяһы килешеүе буйынса гарантияланған Бельгия һәм Люксембург нейтралитетын өҙөргә маташа. Әммә немецтар Британияның да һуғышҡа инерен алдан күҙаллаған. Башта атака уңышлы була: Немец армияһы Бельгиянан һәм Люксембургтан Парижға Марна йылғаһы аша һөжүм иткән. XIX быуатта ҡоралдың үҫеше, бигерәк тә баҫып инеүсе күп көс талап иткән пулемёт арҡаһында, һөжүмгә түгел, оборона яҡшырыуына килтергән. Был немецтарҙы һөжүм расписаниеһын алмаштырырға мәжбүр иткән, ә француз һыҙаттары киңәйгән. Бынан тыш, ҡайһы бер немец частары, Рәсәй империяһы башлаған мобилизацияға яуап итеп, Көнсығыш фронтҡа күсерелгән. Немец уң флангыһы һөжүм итеүсе француз стратегик резервтарына асылған. Асыҡ ҡалған немец уң флангыһына һөжүм итеп француз һәм британ армиялары Парижды һаҡлап ҡалыу өсөн, 1914 йылғы Марна алышында көслө ҡаршылыҡ күрһәтә, һөҙөмтәлә немец армияһы сигенә.

Рейхсвер йәки немец армияһы һәм Антанта араһында Марналағы беренсе алыштан һуң, окоп һуғышында оҙаҡҡа һуҙылған тупик ситуация булған. Немецтарҙың Францияға үтеп инергә маташыуҙары Ипрҙағы ике алышта ҙур юғалтыуҙар менән тамамлана. Германияның штабы начальнигы Эрих фон Фалькенһайн решил отойти от плана Шлиффен планынан ситләшергә һәм и вместо этого сосредоточиться на войне на истощение против Францияны бөлгөнлөккә төшөрөү һуғышына күсерергә ҡарар итә. Фалькенһайн 1870 йылда немец армияһына бирешмәгән иң һуңғы ҡалаларҙың береһе боронғо Верденға уҡтала году, сөнки Фалькенһайн француз милли ғорурлығы талабына ярашлы, Верденды бирмәҫ өсөн, француздар булмағанды эшләргә әҙер икәнен белгән. Дөрөҫ тактика һайлағанда, немецтарға ҡарағанда француздар күберәк ғәскәр юғалтасағын, ә һуңынан немец армияһы француздарҙы еңел яулай алырын белгән. 1916 йылда ҡаланы даими атыу һәм газ менән ағыулау ҡурҡынысы аҫтында тотҡан ҙур юғалтыуҙарға алып килгән Верден алышы башлана. Әммә немецтар яғында юғалтыуҙар күберәк була. Фалькенһайн урынына Эрих Людендорф ҡуйыла, 1916 йылдың декабрендә немец армияһы Вердендан сығарыла, һәм алыш тамамлана.

Августовкаға оҙатыр алдынан урыҫ хәрби әсирҙәренә икмәк таратыу

Беренсе донъя һуғышындағы Көнбайыш фронты немец армияһы өсөн тупик булһа, Көнсығыш фронты уңышлы була. Урыҫ армияһын көтөлмәгән тиҙ мобилизациялауы Көнсығыш Пруссияға һәм Австрия Галицияһына һөжүм итеүгә килтергән, насар ойошторолған һәм тәьмин ителгән Урыҫ армияһының хәле бөлгөн була, һәм Рейхсвер 1915 йылда көнсығышҡа хәрәкәт итә. Немецтар Рәсәйҙең сәйәси тотороҡһоҙлоғонан һәм ҡайһы бер сәйәси төркөмдәрҙең популистик маҡсатта һуғышта еңелеүе өсөн агитациянан отош ала. 1917 йылда Германия хөкүмәте рәсәй коммунистик большевиктар лидеры Владимир Ильич Ленинға Швейцариянан Германия буйлап Рәсәйгә үтергә рөхсәт бирә. Германия, Көнбайыш фронтта немец армияһына тупланыуға ҡамасау булмаһа, Ленин артабанғы сәйәси тулҡынланыуҙар булдыра ҡалһа, Рәсәй Германияға ҡаршы һуғыша алмауын белгән.

1917 йылдың мартында Февраль революцияһы Николай II-не тәхеттән ҡолата, ә ноябрҙә Ленин етәкселегендәге большевистик хөкүмәт булдырыла. Большевиктарҙың сәйәси оппозицияһына осрап, большевистик көстө эске ризаһыҙлыҡҡа йүнәлтеп, ул Германияға, Австро-Венгрияға, Ғосман империяһына һәм Өсөнсө Болғар батшалығына Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы кампанияһын туҡтатырға була. 1918 йылдың мартында Брест-Литовск тыныслыҡ килешеүе нигеҙендә большевистик хөкүмәт Көнсығыш фронтта һуғыш туҡтатыу алмашына Германия һәм Ғосман империяһына ҙур территориялар һәм иҡтисади ташламаларға риза була. Белоруссия Халыҡ Республикаһы һәм Украина Халыҡ Республикаһы менән бергә, хәҙерге Балтик буйы илдәре Ober Ost немец оккупация власына бирелә. Шулай итеп, Германия ахырҙа «МиттельЕвропа»ға (Көнсығыш Европа) эйә булыуға һәм хәҙер Көнбайыш фронтта тулыһынса Антантаны тар-мар итеүгә өлгәшә.

Ваҡыты менән Германия бөтә колонияларын юғалта (ҡара: Германия колонияһы). Әммә Германия Көнсығыш Африкаһында Германияның колониаль армияһы лидеры генерал-майор Пауль Эмиль фон Леттов-Форбек иҫтә ҡалырлыҡ Көнсығыш африка кампанияһын (партизан) үткәрә. Немецтарҙы һәм Аскари халҡын файҙаланып, Леттов-Форбек Кенияла һәм Родезияла британ ғәскәрҙәренә ҡаршы күп партизан рейдтары ойошторҙо. Ул, трофейҙар иҫәбенә үҙ ғәскәренең запастарын арттырырға һәм Аскариҙа яңы хеҙмәт итеүселәр йыйыу маҡсатында, шулай уҡ Португалия Көнсығыш Африка территорияһына баҫып инде. Һуғыш тамамланғансы, ул еңелмәҫ булып ҡалды. Фон Леттов-Форбектың белдекле һәм тәүәккәл хәрәкәте дошманының ихтирамын яулауға һәм генералдың тыуған илендә батыр тип танылыуына килтергән.

РСФСРҙың 1917 йылда еңелеүе Германияға йөҙәр меңләгән ғәскәрен Көнсығыш фронттан Көнбайыш фронтҡа күсереү, Антанта алдында һан яғынан өҫтөнлөклө булыу мөмкинлеген бирә. Һалдаттарҙы штурм отрядтарының яңы тактикаһына әҙерләп, Антанта яғында һуғышҡа ҡушылған АҠШ армияһы ҙур көскә әйләнгәнсе, немецтар яу яланын һыуындырырға һәм хәл иткес еңеүгә өлгәшергә иҫәп тотҡан. Союздаштар сигенгәнлектән, немецтарҙың өлгәшкән яулауҙарын тупларлыҡ резервтары ҡалмай һәм 1918 йылғы яҙғы һөжүм итеүҙәре уңышлы булмай. 1917 йылғы урыҫ революцияһы тәьҫирендә һалдаттар радикалләшә һәм көрәште дауам итерлек булмай. Хәрби ынтылыштар Германияла тәртипһеҙлектәргә сәбәп була, ә һуғыш яланында даими ярҙамһыҙ тороп ҡалған ғәскәр асыға, хәлһеҙләнә һәм еңеүгә өмөтөн юғалта бара. 1918 йылдың йәйендә, американдар көнөнә 10 000 һалдат тиҙлеге менән артҡанда һәм немец резервтары кәмегәндә, был ваҡытҡа бәйле булған, һәм союздаштарҙың күп һанлы һөжүме немец армияһын юҡ иткән.

Ноябрь революцияһы һәм империяның юҡҡа сығыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Немецтарҙың күпселеге һуғыштың тамамланыуын теләй, һәм улар һуғыштың тамамланыуын талап итеүсе Германияның социал-демократик партияһы һәм артыҡ радикаль Бойондороҡһоҙ социал-демократик партия һымағыраҡ сәйәси һулдар менән ассоциялашҡан. 1917 йылдың апрелендә АҠШ-тың Беренсе донъя һуғышына инеүе көстәр балансын союздаштар файҙаһына үҙгәртә.

1918 йылдың октябрь һуңында Германияның төньяғындағы Киль ҡалаһында Ноябрь революцияһы (1918—1919) башлана. Германия хәрби-диңгеҙ флотының хәрби-диңгеҙ частары, һуңғы эре масштаблы операцияға барырға баш тартып, ихтиал башлай. 3 ноябрҙә ихтилал илдең башҡа ҡалаларына ла тарала, һәм уларҙа эшсе һәм һалдат советтары булдырыла. Шуның менән бергә Пауль фон Гинденбург һәм өлкән генералдар кайзерға һәм уның хөкүмәтенә ышанысын юғалта. Өсөнсө Болгар хөкүмәте 29 сентября 1918 йылдың 29 сентябрендә, Ғосман империяһы 1918 йылдың 30 октябрендә килешеүгә ҡул ҡуя. 1918 йылдың 24 октябрь-3 ноябрендә Витторио-Венето алышында Италия һәм Австро-Венгрияны еңә, һәм 1918 йылдың 3 ноябрендә Австро-Венгрия килешеүенә ҡул ҡуя. Шулай итеп, 1918 йылдың ноябрендә, эске революция еңгәндән һуң, Көнбайыш фронтында Германия йүнәлешендә алға барған. Австро-Венгрия яғынан һәм уның башҡа союздаштары, һуғыш һәм немец юғары командованиеһы, кайзер һәм тәхетенән баш тартҡан бөтә герман идара итеүсе королдәре, герцогтары һәм принцтары баҫымға дусар ителеп, бик күп этник көсөргәнеш аша үҫкән, ә немец дворяндары юҡҡа сыҡҡан. 9 ноябрҙә социал-демократ Филипп Шайдеманн республика иғлан иткән. Герман социал-демократтары башындағы яңы хөкүмәт саҡырыуы буйынса 11 ноябрҙә тыныслыҡ яулана. Империя урынына Веймар республикаһы урынлаша. Дошмандар, шул иҫәптән, ризаһыҙлыҡ белдереүсе ветерандар фрайкор, Ойома консулы һәм коммунист кеүек төрлө хәрбиләшкән һәм йәшерен сәйәси төркөмдәргә ҡушылалар.

"Тоталь һуғыш" концепцияһы бөтә ресурстар ҡораллы көстәргә ярҙамға йүнәлтелергә тейешлекте аңлатҡан. Союздаштарҙың Диңгеҙ блокадаһы арҡаһында немец сауҙаһы бөтөнләй тиерлек туҡтағандан һуң, тыныс немец халҡы күпкә насарайған иҡтисади хәлдә йәшәргә тейеш була. Тәүҙә ашамлыҡтарға хаҡтар контролгә алына, аҙаҡ аҙыҡты норма менән тотоноуға күсәләр. Һуғыш ваҡытында яҡынса 750 000 немец тыныс халҡы аслыҡтан үлә.

Һуғыш ахырына немецком эске тылында кинәт аҙыҡ-түлек етмәү күҙәтелә. Бының сәбәбе - фермер һәм илдең аҙыҡ-түлек сәнәғәте эшселәрен армия хеҙмәтенә алыу, тимер юл системаһының көсөргәнеше, күмер етмәүҙә һәм британ блокадаһында. 1916—1917 йылғы ҡыш, мал аҙығы хеҙмәтен үтәүсе йәшелсәләр ашап үткәнлектән, «шалҡан ҡышы» тип тарихҡа кергән. Астарҙы ашатыр өсөн асылған меңәрләгән өйрә кухнялары асылған. Аҙыҡ етмәгәнлектән, армияла ла һалдат рационын ҡыҫҡарталар. Һөҙөмтәлә халыҡтың да, һалдаттарҙың да хәле ауырлаша.

1900 йылда Герман иҡтисады ​​Европала иң ҙуры һәм донъяла АҠШ-тан ҡала икенсе урында була. Алдараҡ был урынды Британия Берләшкән Короллеге, ә уның артынан Өсөнсө француз республикаһы һәм Рәсәй империяһы биләгән. Германияның төп иҡтисади конкуренттары Бөйөк Британия һәм АҠШ булған. Үҙенең йәшәү дәүерендә Германия иҡтисади үҫеш тә һәм ауыр сәнәғәт етәкселегендә модернизация ла үткән. 1871 йылда ил халҡы 41 миллион, ә 1913 йылға 68 миллион кеше тәшкил иткән.

Башта, технологик базаһы булмағанда, немецтар техника һәм ҡорамалдарын Бөйөк Британиянан килтергән, ләкин тимер юлдарҙы эксплуатациялау һәм киңәйтеүҙә кәрәкле күнекмәләргә тиҙ өйрәнгән. Күп ҡалаларҙа яңы тимер юл оҫтаханалары технологик аңлау һәм өйрәнеү үҙәктәре булған, шуның өсөн 1850 йылға Пруссия тимер юл төҙөү мәнфәғәттәрен үтәүҙә етешле кимәлгә сыҡҡан, ә тимер юлдар яңы ҡорос ҡойоу сәнәғәтендә төп стимул булған. Әммә Германияның берләшеүе 1870 йылда дәүләт компанияларына туплауҙы, националләштереү консолидацияһын һәм тиҙ үҫеүен стимуллаштырған. Франция хәленән айырмалы, Германияның маҡсаты булып индустриалләштереүгә ярҙам итеү була, һәм шуның өсөн ауыр юлдар, Гамбург һәм Бремен кеүек төп порттар менән яҡшы бәйләнеш булдырып, Рурҙы һәм башҡа сәнәғәт райондарын тоташтыра. 1880 йылда Германияла 43 мең пассажирҙы һәм 30 мең тонна йөктө күсереүсе 9400 локомотив була, тиҙҙән улар Өсөнсө француз республикаһын ҡыуып етеп уҙа. Германия тимер юлдарының дөйөм оҙонлоғо 1871 йылда 21 мең километрҙан 1913 йылда 63 мең километрға етә, һәм АҠШ-тан ҡала донъяла иң ҙур тимер юл селтәрен булдырып һәм шул уҡ йылда Бөйөк Британиялағы 32 мең километр тимер юлдан ике тапҡырға артыҡ оҙонлоҡҡа етә.

30 йыл дауамында Германия Европаның алдынғы сәнәғәт державаһы исеме өсөн Бөйөк Британия һәм Ирландия короллеге менән көнәркәшлек итә. Эссендә төҙөлгән магнат Крупптың беренсе ҡорос ҡойоу заводы немец сәнәғәтенең тәүге предприятиеһы булды.

Бисмарк осоронда Германия дөйөм уңайлылығы булған дәүләт төҙөү буйынса донъя новаторы була. Немец эшселәре медицина ҡулланмалары, яра йәки сирләү йәки яраланыу һәм йөклө булыу һәм бала тыуҙырыу уңайынан пособие, ашхана, сисенеү һәм милли пенсия системаһы менән файҙалана.

Германияла индустриалләштереү шәп һәм динамик темптар менән бара, һәм немец етештереүселәре британия импорты иҫәбенә эске баҙарҙы яулай, шулай уҡ сит илдә, бигерәк тә АҠШ-та, британ сәнәғәте менән көнәркәшлек итә. 1870 йылға немец туҡыу һәм металл эшкәртеү сәнәғәте ойоштороу һәм техник эффектлылыҡ буйынса британ сәнәғәтенән алдараҡ барған. Британ етештереүселәрен эске баҙарға ҡыҫырыҡлап сығарып, Германия континентта өҫтөнлөклө иҡтисади держава һәм Британиянан ҡала ҙурлығы буйынса икенсе экспортёр ил була.

Немец индустриалләштереүе осоронда техник прогресс дүрт тулҡында: тимер юл тулҡыны (1877—1886), буяу тулҡыны (1887—1896), химик тулҡын (1897—1902) һәм электротехника тулҡынында (1903—1918) бара. Германия Британиянан һуңыраҡ индустриалләштерелгәндән һуң, ул, капиталын эффектлы файҙаланып, технологик үҫешендә иҫкергән методтарҙан ситләшеп, үҙ заводтарын британ заводтарынан һуң заманса моделләштергән. Германия тикшеренеүҙәрен, бигерәк тә химия, двигателдәр һәм электричество буйынса, британлыларҙан күберәк инвестициялаған. Бөтә Нобель премиялары алыусы уйлап табыусы һәм өйрәнеүселәрҙең өсөнсө өлөшө немецтарҙан тороуы физика һәм химия өлкәһендә Германияның өҫтөнлөгөн күрһәтә.

Немец картель системаһы («концерндар» булараҡ билдәле), байтаҡ тупланған булараҡ, капиталды ныҡ эффектлы файҙалана алған. Германия оборонаға мохтаж ҡиммәт торған бөтә донъя империяһын йөкләмәгән булған. Германия 1871 йылда Эльзас-Лотарингияны аннексиялағандан һуң, Францияның сәнәғәт базаһы өлөштәрен үҙләштергән.

1900 йылға немец химия сәнәғәте донъя синтетик буяуҙар баҙарында өҫтөнлөклө була. Өс ҙур фирма, BASF, Bayer һәм Hoechst, шулай уҡ биш ҙур булмаған фирма бер нисә төрлө буяу етештергән. 1913 йылда был һигеҙ фирма донъя буяуҙар менән тәьмин итеүҙең 90%-н үтәй һәм продукцияның 80 %-ҡа яҡынын сит илгә һата. Шулай уҡ өс ҙур фирма сеймалды етештереүгә интеграциялай һәм фармацевтика, фотоплёнка, сауыл хужалығы химияһы һәм электрохимикаттар кеүек химияның башҡа өлкәләрендә эшмәкәрлеген йәйелдерә. Юғары кимәлдә ҡарарҙар ҡабул итеү профессиональ ялланған менеджерҙар ҡулында була. Химик тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән фармацевтика сәнәғәтендә күп ситләтелгән һөҙөмтәләр була.

1902 йылға фабриканың «үҙ урамдары, полицияһы, янғын хеҙмәте, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре булған. Бында 150 километр тимер юлы, 60 төрлө завод биналары, 8500 станок, 7 электр станцияһы, 140 километр ер аҫты һәм 46 ер өҫтө кабеле» була.

Беренсе донъя һуғышы башына немец сәнәғәте хәрби етештереүгә күсә. Артиллерия һәм снарядтар етештереүҙә ҡулланылған күмергә һәм ҡоросҡа, шулай уҡ импорт сикләүҙәре йәйелдерелгән материалдар синтезлаусы химик матдәләргә, химик ҡоралға һәм хәрби ташыуҙарға иң юғары талаптар ҡуйыла.

Социаль проблемалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1871 йылда формаль берләшеүҙе ҡаҙанған Бисмарк үҙенең иғтибарын милли берҙәмлек эшенә бағышлаған. Ул консерватив католик әүҙемлеккә һәм эмансипацияға, бигерәк тә Папа Пий IX Ватиканы осоро власына, Германия социал-демократик партияһы аша күрһәтелгән эшсе синыфы радикализмына ҡаршы сығыш яһаған.

Аҡса берәмеге — алтын стандартҡа (алтын тәңкә) нигеҙләнгән (0,358 г. алтын, Рәсәй империяһының 46 тине[3]) марка:

  • номиналы 5 һәм 10 булған империя ҡаҙна билеттары (Reichskassenschein), ә 1906 йылға шулай уҡ Империя ҡаҙна идаралығы (Reichsschuldenverwaltung) тарафынан эмитирланған һәм 20 һәм 50 марка ҡаҙна ҡиммәтенә эйә [4]
  • номиналы 100 һәм 1000 маркаға тиң рейхсбанкноттар (Reichsbanknote), ә 1906 йылдан шулай уҡ Империя ҡаҙна идаралығы һәм Рейхсбанк (Reichsbank) тарафынан эмитирланған һәм уның активтары менән тәьмин ителгән, һәм Империя типографияһы (Reichsdruckerei) тарафынан баҫылған 20 һәм 50 марка ҡаҙна ҡиммәтенә эйә[5];
    • Бавария эмиссион банкы (Bayerische Notenbank);
    • Саксон эмиссион банкы (Sächsische Notenbank);
    • Вюртемберг эмиссион банкы (Württembergische Notenbank);
    • Баден банкыһы (Badische Bank) тарафынан эмитирланған номиналы 100 һәм 1000 марка булған бавар, саксон, вютртембергһәм баден банкноталары;
  • номиналы 5 (1877—1878 йй.), 10 һәм 20 марка булған алтын тәңкәләр, реверсында рейхсадлер, номиналдары һәм надпись «Deutsches Reich» яҙыуы, аверсында — монарх портреты йәки ирекле ҡала гербы;
  • номиналы 20 (1887 йылға тиклем), 50 пфенниг (1905 й. — марканың 1/2), 1, 2 һәм 5 марка (һуңғыһы 1877—1878 йй. оорона тиклем) көмөш тәңкәләр (алтын тәңкәләргә бәйләнгән), реверсында — рейхсадлер, «Deutsches Reich» яҙмаһы һәм тәңкәнең яҙыу күренешендәге хаҡы, аверста: 2 маркаға тиклемге тәңкләрҙә — номинал, имән япраҡтары, «Deutsches Reich» яҙыуы һәм сыҡҡан йылы, на монетах с 2 марканан һәм унан ҙурыраҡтарында — союздың дәүләте монархы портреты, ганзей ҡалаларында — ҡала гербы;
  • номиналы 1 һәм 2 пфенниг булған баҡыр һәм ҡурғаш ҡушымталы тәңкәләр, реверсында рейхсадлер, аверсында — номинал һәм «Deutsches Reich» яҙыуы;
  • номиналы 5, 10 булған баҡыр һәм никель ҡушымталы тәңкәләр, ә 1887 йылдан — 20 пфенниг (1909 йылдан — 25), реверсында рейхсадлер, аверсында — номинал һәм «Deutsches Reich» яҙыуы.
    • Прусия финанс министрлығына буйһоноусы Берлин тәңкә һуғыу һарайында (Preußische Staatsmünze);
    • Гамбург тәңкә һуғыу һарайында (Hamburgische Münze);
    • Баден финанс министрлығына буйһоноусы Карлсруэлағы Баден-Вюртемберг Дәүләт тәңкә һуғыу һарайында (Staatliche Münze Karlsruhe);
    • Вюртемберг финанс министрлығына буйһоноусы Штутгарттағы Баден-Вюртемберг Дәүләт тәңкә һуғыу һарайында (Staatliche Münze Stuttgart);
    • Бавар финанс министрлығына буйһоноусы Мюнхен Дәүләт тәңкә һуғыу һарайында (Bayerisches Hauptmünzamt);
    • Саксон финанс Мюльденхюттен тәңкә һуғыу һарайында (Münzstätte Muldenhütten) һуғылған.

Иң ҙур коммерция банкыһы — Deutsche Bank, Commerzbank һәм Dresdner Bank.

Транспорт һәм элемтә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тимер юлдарының бер нисә төбәк операторы булған

  • Пруссия дәүләт тимер юлдары (Preußischen Staatseisenbahnen)
  • Бавар дәүләт тимер юлдары (Bayerischen Staatseisenbahnen)
  • Саксон дәүләт тимер юлдары (Sächsischen Staatseisenbahnen)
  • Вюртемберг дәүләт тимер юлдары (Württembergischen Staatseisenbahnen)
  • Баден дәүләт тимер юлдары (Badischen Staatseisenbahnen)
  • Гессен дәүләт тимер юлдары (Hessischen Staatseisenbahnen)
  • Ольденбург дәүләт тимер юлдары (Oldenburgischen Staatseisenbahnen)
  • Мекленбург ер тимер юлдары (Mecklenburgische Landeseisenbahn)

Почта һәм телефон элемтәһе операторы — Рейхспочта, төбәк операторҙары — Бавар король почтаһы һәм Вюртемберг король почтаһы. Диңгеҙ порттары Пиллауҙа, Данцигта, Штеттинда, Ростокта, Висмарҙа, Килдә, Фленсбургта, Гамбургта, Висльгельмсхафенда, Бремерхафен һәм Эмдендә булған, АҠШ-ҡа пассажир рейстары HAPAG яһаған (иң күп билдәле суднолар — SS Deutschland, Беренгария (SS Imperator лайнеры), Левиафан лайнеры (SS Vaterland), Маджестик лайнеры (SS Bismarck), Латин Америкаһына рейстар — Hamburg Süd.

Берләшеү сәйәсәте һөҙөмтәләренең береһе булып, немец булмаған халыҡтарға, улар үҙҙәренең милли оҡшашлығынан баш тарттырыу маҡсатында йәмәғәт тормошонда, мәктәптә һәм уҡыу йорттарында герман булмаған телдәрҙе мөмкин тиклем ҡулланмау тенденияһы үҫеше (германизация) күҙәтелә. Был тенденция, ҡаршылыҡ күрһәтеүҙе стимуллаштырып, кире тәьҫир яһаған, ғәҙәттә өй уҡыуҙары һәм аҙсылыҡ төркөмдәрендә (бигерәк тә поляктарҙа) тығыҙ берҙәмлек формаһында ойошторолған.

Германлаштырыу сәйәсәте бигерәк тә Пруссия Польшаны баҫып алғандан һуң бүлгән осорҙан бирле йәшәгән империяның күп кенә һандағы поляк аҙсылығына ҡарата йүнәлтелгән. Поляктар, поляктарға ҡаршы йүнәлтелгән саралар үткәрелгән Позен провинцияһындағы кеүек, хатта күпселек тәшкил иткән хәлдә лә, аҙсылыҡ тәшкил иткән. Поляктарға ҡаршы йүнәлтелгән күп һандағы закондар, бигерәк тә 1871 йылда 42,8 % тәшкил иткән һәм 1905 йылда 38,1 % тәшкил иткән Позен провинцияһында, ҙур эффектҡа эйә булмаған, где немецкоязычное население сократилось с 42,8 % в 1871 году до 38,1 % в 1905 году, несмотря на все усилия.

Халыҡ һаны (1880) — 45 234 061. Гражданлыҡ мөнәсәбәттә халыҡтың күпселеге (колония халҡынан тыш) — «немецтар» (deutsche, е. ч. deutsch, Рәсәйҙә рәсми булмағанса «германдар», Көнсығыш Европалағы немец диаспораһы — Deutschländer) — союздың бөтә дәүләттәренең бөтә граждандары (пруссия граждандары («пруссактар»), бавария граждандары («баварҙар»), саксония граждандары («саксондар»), вюртемберг граждандары («вюртембергтар») һ. б., союз дәүләттәре граждандары пасскартына эйә булғандар, шулай уҡ рейхсбюргерҙар — ҡағиҙә булараҡ, милләтенә ҡарамай, Эльзасс-Лотарингияла һәм колонияларҙа йәшәүселәр[6]). Герман союзының һәр дәүләте граждандары союздың теләһә ниндәй башҡа дәүләте территорияһында улар террторияһында йәшәүсе граждандар менән бер тиң хоҡуҡҡа эйә, допускалось наличие гражданства сразу в нескольких государствах союздың бер нисә дәүләте гражданы булыу мөмкин булған, ә бына союз дәүләтенең гражданлығы менән бергә сит ил дәүләте гражданлығы алыу йәки ике гражданлыҡ рөхсәт ителмәгән. Немец ерҙәрендә йәшәү видына эйә сит ил граждандары (сит ил кешеһе пасскартына эйәләр) — 275 856, шуларҙан үҙ сиратында, 117 574 — австрия граждандары, швейцария граждандары — 28 244, дания граждандары — 23 593, нидерланд граждандары — 17 772, француз граждандары — 17 393, рәсәй граждандары — 15 107[7]. Күпселеге өсөн немец теле туған тел, сит ил халыҡтарынан датса һөйләшеүселәр (күп өлөшө Шлезвиг-Гольштейнда йәшәгән), франкофондар (күп өлөшө Эльзас-Лотарингияла йәшәй), фризса һөйләшеүселәр (күп өлөшө Шлезвиг-Гольштейнда йәшәй), нидерландса һөйләшеүселәр (күп өлөшө Һанноверҙа, Вестфалияла һәм Рейн провинцияһында йәшәгән), кашубса һөйләшеүселәр (күп өлөшө Көнбайыш Пруссияла йәшәгән), литваса һөйләшеүселәр (күп өлөшө Көнсығыш Пруссияла йәшәгән), мазурса һөйләшеүселәр (күп өлөшө Көнсығыш Пруссияла йәшәгән), полякса һөйләшеүселәр (күп өлөшө Позенда, Силезияла һәм Көнбайыш Пруссияла йәшәгән) һәм вендса һөйләшеүселәр (күп өлөшө Бранденбургта, Силезияла һәм Саксонияла йәшәгән)[8].

1910 йылға ҡалаларҙа йәшәгән халыҡтар:

Город Население

(1910)

1 Берлин 2 071 257
2 Һамбург 931 025
3 Мюнхен 596 467
4 Дрезден 548 308
5 Вроцлав (Бреслау) 512 105
6 Калининград (Кёнигсберг) 245 994
7 Щецин (Штеттин) 236 000
8 Страсбург 178 891
9 Гданьск (Данциг) 170 337

Административ-территориаль бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
1871—1918 йылдарҙа Германия империяһыгоды

Германия берләшкәндән һуң, элек бойондороҡһоҙ дәүләттәр хакимдары үҙ власын һаҡлап ҡалған һәм фәҡәт императорға — королю Пруссия короленә буйһонғандар. Германияла берҙәм административ-территориаль бүленеш системаһы булмай.

Германия Империяһы территорияһы союз дәүләттәренә (bundesstaaten) бүленгән:

  • Короллектәр:
  • Ирекле һанзей ҡалалары:
    • Һамбург
    • Любек
    • Бремен
  • Бөйөк герцоглыҡтар:
    • Баден Бөйөк герцоглығы
    • Һессен һәм Рейн
    • Мекленбург-Шверин
    • Мекленбург-Стрелиц
    • Ольденбург
    • Саксен-Веймар-Эйзенах (1877 й. — Бөйөк Саксония герцоглығы, буласаҡ Тюрингияның өлөшө).
  • Герцоглығы:
    • Анһальт
    • Брауншвейг (1884—1913 йй. император тәғәйенләгән регент башында торған)
    • Саксен-Альтенбург (буласаҡ Тюрингияның өлөшө)
    • Саксен-Кобург-Гота (буласаҡ Тюрингияның өлөшө)
    • Саксен-Мейнинген (буласаҡ Тюрингияның өлөшө)
    • Саксен-Лауэнбург (1865—1876 йй. Пруссия менән унияла, 1876 й. Пруссияның өлөшө)
  • Кенәздәр:
    • Вальдек
    • Липпе-Детмольд
    • Рейсс (кесе линияла) (буласаҡ Тюрингияның өлөшө)
    • Рейсс (өлкән линияла)(буласаҡ Тюрингияның өлөшө)
    • Шаумбург-Липпе
    • Шварцбург-Зондерсһаузен (1909 й. Шварцбург-Рудольштадт менән унияла, (буласаҡ Тюрингияның өлөшө)
    • Шварцбург-Рудольштадт (1909 й. Шварцбург-Зондерсхаузен менән унияла, (буласаҡ Тюрингияның өлөшө)

Союз дәүләтенең закондар сығарыу органы — ландтаг (landtag) (элек — беренсе палатанан (erste kammer) йәки лордтар палатаһынан (herrenhaus) һәм икенсе палатанан (zweite kammer) йәки депутаттар палатаһынан (abgeordnetenhaus) торған земство штаттары (landesstaende), союз дәүләттәре башында монархтар — королдәр, герцогтар, графтар, кенәздәр, союз дәүләттәренең башҡарма органы — министрҙар советынан (ministerrat) йәки дәүләт министрынан (staatsminister) йәки премьер-министрҙан (ministerpraesident) һәм дәүләт кәңәшселәренән (staatsrat) йәки министрҙарҙан торған дәүләт министрлығы (staatsministerium).

Пруссия һәм Һессен провинцияларға (provinz), провинциялар ҡала райондарына (stadtkreis) һәм райондарға (kreis), райондар ҡала общиналарына (stadtgemeinde) һәм общиналарға (gemeinde) бүленгән, Берлин бер провинцияға ла инмәгән, округтарға (bezirk) бүленгән. Пруссия райондары административ округтарға төркөмләнгән (regierungsbezirk), Пруссия общиналары административ райондарға (amtsbezirk). Союздың ҡалған дәүләттәре амттарға (amt) йәки бецирксамтарға (bezirksamt), амттар ҡалаларға общиналарға бүленгән. Союздың ҡайһы бер дәүләттәрендә амттар райондарға төркөмләнеүе мөмкин.

Провинция башында король тәғәйенләгән обер-президент (oberpraesident) торған. Провинцияның вәкәләтле органы — халыҡ һайлаған провинциаль ландтаг (provinzillantag) (элегерәк — провинциаль штаттар (provinzialstaende)). Башҡарма орган — король тәғәйенләгән ер комитеты (landesausschuss), ер капитанынан (landeshauptmann), беренсе ер кәңәшсеһенән (erste landesrat) һәм ер кәңәшсеһенән (landesrat) тора.

Административ округ башында король тәғәйенләгән регирунгс-президент (regierungspraesident) торған, амт башында монарх тәғәйенләгән амтманн (amtmann) торған. Райондың вәкәләтле органы — халыҡ һайлаған крейстаг (kreistag) (элегерәк — район штаттары (kreisstaende)). Башҡарма орган — король тәғәйенләгән район комитеты (kreisausschuss), ландраттан (landrat), беренсе район олдерменынан (erste kreisbeigeordeter) һәм район кәңәшселәренән (kreisbeigeordeter) тора.

Ҡала районы йәки ҡала общинаһы вәкәләтле органы — халыҡ һайлаған вәкилдәрҙең ҡала йыйылышы (stadtvereordnetenversammlung) (Пруссияла һәм Һессендә) йәки ҡала советы (stadtrat). Ҡала районы йәки ҡала общнаһы башҡарма органы — король тәғәйенләгән магистрат (magistrat), бургомистрҙан (buergermeister) (йәки обер-бургомистрҙан (oberbuergermeister)), беренсе ҡала кәңәшсеһенән (erste stadtrat) һәм ҡала кәңәшселәренән (stadtrat) тора. Көньяҡ ерҙәрендә ҡала башҡарма органы — бер үк ваҡытта ҡала советы рәйесе булып торған бургомистр.

Общинаның вәкәләтле органы — халыҡ һайлаған община вәкиллеге (gemeindevertretung) (Пруссияла һәм Һессендә) йәки община советы (gemeinderat), общинаның башҡарма органы — король тәғәйенләгән община идаралығы (gemeindevorstand), община старостаһынан (gemeindevorsteher) (йәки бургомистрҙан), беренсе олдермендан (erste beigeordneter) һәм олдермендан (beigeordneter) тора. Көньяҡ ерҙәрендә община башҡарма органы — бер үк ваҡытта община советы рәйесе булып торған бургомистр.

  • «Империя ере» айырым территорияға бүленгән:
    • Эльзас-Лотарингия

1911 йылға тиклем Эльзас-Лотарингияның үҙенең ландтагы булмаған, уның функцияһын консультатив ер комитеты башҡарған, штатгальтер аша күрһәтелгән империя ере башлығы булып Пруссия Короле тора.

Германия колониялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Германия империяһының колониялары картаһы
  • Тоголенд — XIX быуат аҙағынан — XX быуат башынан Гана өлөшө менән бергә — германия колонияһы.
  • Германия Камеруны — XIX быуат аҙағынан — Германия протектораты.
  • Германия Көнсығыш Африкаһы (Deutsch-Ostafrika) — Танзанияның континенталь өлөшө (Танганьика), Руанда һәм Бурунди.
    • Танганьика (Танзанияның континенталь өлөшө). 1880-се йылдар аҙағынан — Германия власы аҫтында.
    • Бурунди. Колонияа әйләнмәҫ элек — Бурундия. 1903 й. — (Руанда-Урунди) составында Германия Көнсығыш Африкаһы колонияһына индерелгән.
    • Руанда. XIX быуат аҙағынан Германия баҫып алған һәм (Руанда-Урунди составында) Германия Көнсығыш Африкаһы колонияһы индерелгән.
  • Германия Көньяҡ-Көнбайыш Африкаһы — Намибия (Deutsch-Südwestafrika). 1884 й. — Германия Көньяҡ-Көнбайыш Африкаһы герман протектораты.
  • Цзяо-Чжоу (Цзяочжоу ҡултығы) — Циндао порты менән 1897 йылда Шаньдун ярымутрауында баҫып алынған, һәм һуңынан ҡытай хөкүмәтенән 99 йылға «ҡортомға алған».
  • Германия Яңы Гвинеяһы (Deutsch-Neuguinea)
    • Яңы Гвинея. 1880-се йылдар уртаһынан. Кайзер Вильһельм Ере (утрауҙың төньяҡ-көнсығыш өлөшөн Германия үҙ колонияһына әйләндергән.
    • Науру. 1888 й. — Яңы Гвинея герман протекторатының өлөшө.
    • Палау. 1899 й. — герман колонияһы.
    • Мариан утрауҙары — 1889 йылда Германияға Испания һатҡан.
    • Маршалл утрауҙары — 1885 йылда баҫып алынған. 1886 й. — герман протектораты.
    • Каролин утрауҙары шулай уҡ Испаниянан һатып алынған.
  • Германия Самоаһы (Deutsch-Samoa). XIX быуат аҙағында Германия тарафынан баҫып алынған.

Һәр колония менән император губернаторҙары (Kaiserliсher Gouverneur) етәкселек иткән, һәр колония император бецирксамтманндары (Kaiserliche Bezirksamtmann) етәкселек иткән бецирксамтарға бүленгән.

  • Германия империя армияһы (Deutsches Kaiserliches Heer);
  • Германия Империяһы хәрби-һауа көстәре (Deutsche Luftstreitkräfte);
  • Император хәрби-диңгеҙ көстәре (Kaiserliche Marine);

Германия империяһы Конституцияһы буйынса, германия императоры титулын ҡулланған пруссия короле эйә булған союз президентлығы (нем. Bundespräsidium). Император закон сығарыу мәсьәләләрен хәл иткәндә фәҡәт пруссия короле сифатында ғына ҡатнашырға хоҡуҡлы булған. Император закондарҙы халыҡҡа иғлан итеү хоҡуғына эйә булған; ләкин конституция буйынса ул кисектереү ветоһы хоҡуғы менән дә файҙалана алмағанлыҡтан, халыҡҡа иғлан итеү хоҡуғы башҡарма властың бурысына әйләнгән. Хәйер, императорҙың үҙенең күрһәтмәләрен сығара алырлыҡ яҡшы уҡ киң хоҡуғы булған. Һуғыш осоронда ла, тыныс тормошта ла, йәмәғәт хәүефһеҙлегенә ҡурҡыныс янағанда, императорға империяның теләһә ниндәй өлөшөн (был Баварияға ҡағылмаған) ҡамау хәлендә тип иғлан итә алған. Союз советы (нем. Bundesrat) ағзалары дөйөм һайлау хоҡуғына нигеҙләнеп һайланған закон сығарыу органын — Рейхстаг (нем. Reichstag) һайлаған.

Император, канцлерҙан башлап, бөтә империя вазифаларына тәғәйенләү һәм сығарыу хоҡуғына эйә булған. Рейхсканцлер (нем. Reichskanzler) йәғни империя канцлерә башҡарма властың төп органы һәм шуның менән бергә ошо властың бөтә эш-ғәмәлдәре өсөн союз советы һәм Рейхстаг алдында яуаплы берҙән-бер кеше булған. Союз канцлерының үҙенән башҡа Германия империяһында бер ниндәй ҙә министрҙар булмаған. Улар урынына рейхсканцлерға буйһонған империя ведомстволарында рәйеслек иткән дәүләт секретарҙары (нем. Reichsämter) булған. Шуның менән бәйле Империя тимер юлдар ведомствоһы (нем. Reichseisenbahnamt), Империя почта ведомствоһы (нем. Reichspostamt), Империя юстиция идаралығы (нем. Reichsjustizamt), Империя ҡаҙна идаралығы (нем. Reichsschatzamt), Эльзас-Лотарингия идаралығы, тышҡы сәйәсәт һәм эске сәйәсәт ведомстволары, Империя диңгеҙ идаралығы (нем. Reichsmarineamt) һәм, ахырҙа, Колония эштәре бкйынса Империя идаралығы (нем. Reichskolonialamt).

  • Немец консерватив партияһы (Deutschkonservative Partei, DKP, НКП) — Көнсығыш Пруссия, Көнбайыш Пруссия, Позен, Силезия, Бранденбург, Пруссия Саксонияһы, Мекленбург-Штрелиц һәм Мекленбург-Шверин ауыл райондарындағы протестант немецтар араһында ҙур йоғонтоға эйә булған, дуалистик монархияны хуплаған, һуңғараҡ ҡайһы бер райондарҙа уны Ирекле-консерватив партия (1871 й. Империя партияһы) — милләтсе-консерватив партия ҡыҫырыҡлап сығара.
  • Милли-либераль партия (Nationalliberale Partei) — Немец консерватив партияһынан һулыраҡ ҡарашлы, Шлезвиг-Гольштейн, Брауншвейг, Ольденбург һәм Һессен ауыл райондарындағы протестант немецтарға иң ҙур йоғонто яһаған, һуңғараҡ ҡайһы бер райондарҙа уны Немец крәҫтиән союзы (Deutscher Bauerbund), Бавария крәҫтиән союзы (Bayerischer Bauerbund), Ауыл хужалары союзы (Bund der Landwirte) ҡыҫырыҡлап сығарған.
  • Немец Үҙәк партияһы (Deutsche Zentrumspartei) — Бавария, Баден, Вестфалия, Рейн провинцияһы, көньяҡ Вюртемберг һәм Үрге Силезия ауыл райондарындағы католик немецтарында иң ҙур йоғонтоға эйә булған.
  • Прогрессив халыҡ партияһы (1911 й. тиклем — Немец халыҡ партияһы, Ирекле фекер йөрөтөүсе халыҡ партияһы һәм Немец ирекле фекер йөрөтөүсе союзы, 1895 й. тиклем — Немецкая Ирекле фекер йөрөтөүселәр партияһы, 1894 й. тиклем — Немец прогрессив партияһы һәм Либераль союз) — Национал-либераль партиянан һулыраҡ ҡарашта, ҡала райондары немецтары араһында ҙур йоғонтоға эйә булған, парламент демократияһы урынлаштырыуҙы хуплаған.
  • Германия Социал-демократик партияһы (Sozialdemokratische Partei Deutschlands, SPD, СДПГ) — Прогрессив халыҡ партияһынан һулыраҡ ҡарашлы (1875 й. Дөйөм Германия эшселәр лассальян союзының һәм марксистик Социал-демократик эшсләр партияһының берләшеүе), XX быуат башынан ҡала райондарындағы иң йоғонтоло партия.
  • Поляк фракцияһы (Polnische Fraktion) — Позен, Көнбайыш Пруссия, Үрге Силезия һәм Вармияның ауыл райондарындағы германлашҡан поляктар араһында ҙур йоғонто менән файҙаланған.
  • Немец-һанновер партияһы (Deutsch-Hannoversche Partei) — Һанноверҙың ауыл райондарындағы германлашҡан поляктары араһында ҙур йоғонто менән файҙаланған.
  • Эльзас-лотарингия партияһы — Эльзас-Лотарингия ауыл райондарындағы немецтар һәм француздар араһында ҙур йоғонто менән файҙаланған.
  • Дат партияһы — Төньяҡ Шлезвиг ауыл райондарындағы даттар араһында ҙур йоғонто менән файҙаланған.
  • Немец социаль партияһы һәм Немец реформалар партияһы — антисемит, Немец консерватив партияһынан уңыраҡ ҡарашлы, Позен, Һессен һәм Һессен-Нассауҙа ҙур йоғонто менән файҙаланған.
  • Юғары суд инстанциялары — Империя суды (Лейпциг) (Reichsgericht) һәм Бавария юғары суды (Bayerisches Oberstes Landesgericht), апелляция инстанцияһы судтары — ер юғары судтары (Oberlandesgericht), беренсе инстанция судтары — ер судтары (landgericht), суд системаһының түбәнге звеноһы — участка судтары (amtsgericht):
    • Кёнигсберг Пруссия король оберландесгерихты (Königlich Preußische Oberlandesgericht Königsberg) (Көнсығыш Пруссия)
    • Мариенвердер Пруссия король оберландесгерихты (Königlich Preußische Oberlandesgericht Marienwerder) (Көнбайыш Пруссия)
    • Позен Пруссия король оберландесгерихты (Königlich Preußische Oberlandesgericht Posen) (Позен)
    • Пруссия король камергерихты (Königlich Preußische Kammergericht) (Берлин һәм Бранденбург)
    • Штеттин Пруссия король Оберландесгерихты (Königlich Preußische Oberlandesgericht Stettin) (Померания)
    • Бреслау Пруссия король Оберландесгерихты (Königlich Preußische Oberlandesgericht Breslau) (Силезия)
    • Наумбург Пруссия король Оберландесгерихты (Königlich Preußische Oberlandesgericht Naumburg) (Прусская Саксония)
    • Киль Пруссия король Оберландесгерихты (Königlich Preußische Oberlandesgericht Kiel) (Шлезвиг-Гольштейн)
    • Целле Пруссия король Оберландесгерихты (Königlich Preußische Oberlandesgericht Celle) (Ганновер)
    • Һамм Пруссия король Оберландесгерихты (Königlich Preußische Oberlandesgericht Hamm) (Вестфалия)
    • Кёльн Пруссия король Оберландесгерихты (Königlich Preußische Oberlandesgericht Köln) (Рейн провинцияһы)
    • Майндағы Франкфурт Пруссия король Оберландесгерихты (Königlich Preußische Oberlandesgericht Frankfurt am Main) (Һессен-Нассау)
    • Кассель Пруссия король Оберландесгерихты (Königlich Preußische Oberlandesgericht Kassel) (Һессен-Нассау)[9]
    • Дрезден Саксония король Оберландесгерихты (Königlich Sachische Oberlandesgericht Dresden) (Саксония)
    • Брауншвейг герцог оберландесгерихты (Herzogliche Oberlandesgericht Braunschweig) (Брауншвейг)
    • Ольденбург бөйөк герцог Оберландесгерихты (Grossherzogliche Oberlandesgericht Oldenburg) (Ольденбург)
    • Тюрингия Оберландесгерихты (Thüringer Oberlandesgericht) (Саксен-Веймар-Айзенах, Саксен-Кобург-Гота, Саксен-Майнинген, Шварцбург-Рудольштадт, Шварцбург-Зондерһаузен, Ройсс-Гера, Ройсс-Грейц)
    • Һанзей Оберландесгерихты (Hanseatisches Oberlandesgericht) (Һамбург, Бремен һәм Любек)
    • Росток Оберландесгерихты (Oberlandesgericht Rostock) (Мекленбург-Шверин, Мекленбург-Стрелиц)
    • Дармштадт Һессен бөйөк герцог оберландесгерихты (Hessische Oberlandesgericht Darmstadt) (Һессен)
    • Карлсруе Баден бөйөк герцог оберландесгерихты (Badische Oberlandesgericht Karlsruhe) (Баден)
    • Штутгарт Вюртемберг король оберландесгерихты (Königlich Württembergische Oberlandesgericht Stuttgart) (Вюртемберг)
    • Мюнхен Бавария король оберландесгерихты (Königlich Bayerische Oberlandesgericht München) (Бавария)
    • Нюрнберг Бавария король оберландесгерихты (Königlich Bayerische Oberlandesgericht Nürnberg) (Бавария)
    • Бамберг Бавария король оберландесгерихты (Königlich Bayerische Oberlandesgericht Bamberg) (Бавария)
    • Аугсбург Бавария король оберландесгерихты (Königlich Bayerische Oberlandesgericht Augsburg) (Бавария)
    • Цвайбрюккен Бавария король оберландесгерихты (Königlich Bayerische Oberlandesgericht Zweibrücken) (Бавария)
    • Кольм Бавария король оберландесгерихты (Königlich Bayerische Oberlandesgericht Colmar) (Эльзасс-Лотарингия
  • Союздың немец дәүләттәре колонияларында — бецирксгерихттарҙа (bezirksgericht) йәшәүсе граждандары өсөн беренсе инстанция судтары, суды апелляционной инстанции для граждан немецких государств Союздың дәүләттәре колонияларында — император обергерихттарында (kaiserliche obergericht) йәшәүсе граждандары өсөн аппеляция инстанцияһы судтары, колонияларҙағы ерле халыҡты йола (туземные) судтары хөкөм иткән.
  • административ юстицияның юғары суд инстанцияһы — Империя административ суды (Reichsverwaltungsgericht), административ юстицияның аппеляция суды — ерҙәр юғары административ судтары (oberlandesverwaltungsgericht) (Пруссия король оберфервальтунгсгерихт (Königlich Preußisches Oberverwaltungsgericht), Бавария король суд административ палатаһы (Königlich Bayerische Verwaltungsgerichtshof), Саксония король оберфервальтунгсгерихт (Königlich Sächsische Oberverwaltungsgericht) һ. б.), административ юстицияның беренсе инстанция судтары — округ административ судтары (bezirksverwaltungsgericht), административ юстиция суд системаһының түбәнге звеноһы — район административ судтары (kreisverwaltungsgericht);
  • юғары суд инстанцияһы — империя хәрби суды (Reichsmilitärgericht), апелляция инстанцияһы судтары — юғары хәрби судтар (obermilitärgericht), беренсе инстанция судтары — хәрби судтар (militärgericht).
  • прокуратура органдары — ландгерихттар прокуратураһы, юғары прокуратура (oberstaatsanwalt), император юғары империя прокуратураһы (Kaiserlischer Oberreichsanwaltschaft)

Немец император илселектәре (Kaiserlich Deutsche Botschaft (Рәсәйҙә, Бөйөк Британияла, Францияла, Испанияла, Австро-Венгрияла, Италияла, АҠШ-та һәм Ғосман Империяһында) һәм Kaiserliche Deutsche Gesandtschaft (Данияла, Швецияла, Швейцарияла, Нидерландта, Бельгияла, Грецияла, Ҡытайҙа)), император генераль консуллыҡтар (Kaiserlich Deutsches Generalkonsulat), император консуллыҡтар (Kaiserlich Deutsches Konsulat) менән бер рәттән күп кенә сит илдәрҙә шулай уҡ:

  • Бавария король илселектәре (Königliche Bayerische Gesandtschaft)
  • Саксония король илселектәре (Königliche Sachsische Gesandtschaft)
  • Вюртемберг король илселектәре булған.

Күпселек сит илдәр Берлиндә (илселәр етәкләгән), Дрездендә, Мюнхенда һәм Штутгартта (илселек ебәргән вәкилдәр етәкләгән) шуға оҡшаш илселектәрен булдырған. Шулай уҡ союз дәүләттәре араһынан һәр короллектең башҡа короллектәрҙә үҙ илселеге булған.

Мәғарифы һәм фәне

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фән академиялары:

  • Пруссия король фәндәр академияһы
  • Саксония король фәндәр академияһы
  • Баварсия король фәндәр академияһы
  • Гельдеберг бөйөк герцог фәндәр академияһы

Университеттар:

  • Герцог Альбрехт исемендәге Кёнигсберг король университеты (Königliche Universität Königsberg) (Кёнигсберг, Көнсығыш Пруссия, Пруссия)
  • Фридрих-Вильһельм III исемендәге Бреслау король университеты (Königliche Universität Breslau) (Бреслау, Силезия, Пруссия)
  • Грайфсвальд король университет (Königliche Universität Greifswald) (Грайфсвальд, Померания, Пруссия)
  • Фридрих-Вильгельма III исемендәге (Һумбольдт исемендәге) Берлин король университеты (Königliche Universität Berlin) (Берлин, Бранденбург, Пруссия)
  • Һалле (Һалле-Виттенберг) король университеты (Königliche Universität Halle) (Галле, Прусская Саксония, Пруссия)
  • Христиан-Альбрехт исемендәге Киль король университеты (Königliche Universität Kiel) (Киль, Шлезвиг-Гольштейн, Пруссия)
  • Георг-Август исемендәге Гёттинген король университеты (Königliche Universität Göttingen) (Гёттинген, Һанновер, Пруссия)
  • Вильгельм II исемендәге Мюнстер (Вестфалия) король университеты (Königliche Universität Münster) (Мюнстер, Вестфалия, Пруссия)
  • Фридрих-Вильһельм III исемендәге Бонн король университеты (Königliche Universität Bonn) (Бонн, Рейн провинцияһы, Пруссия)
  • Ландграф Филипп исемендәге Марбург король университеты (Königliche Universität Marburg) (Марбург, Гессен-Кассель, Пруссия)
  • Лейпциг король университеты (Königliche Sächsische Universität Leipzig) (Лейпциг, Саксония)
  • Мюнхен король университеты (Königliche Bayerische Universität München) (Мюнхен, Бавария)
  • Вюрцбург король университеты (Königliche Bayerische Universität Würzburg) (Вюрцбург, Бавария)
  • Эрланген ( Эрланген — Нюрнберг) король университеты (Königliche Bayerische Universität Erlangen) (Эрланген, Бавария)
  • Тюбинген король университеты (Königliche Würtembergische Universität Tübingen) (Тюбинген, Вюртемберг)
  • Һейдельберг бөйөк герцог университеты (Grossherzogliche Badische Universität Heidelberg) (Гейдельберг, Баден)
  • Фрайбург бөйөк герцог университеты (Grossherzogliche Badische Universität Freiburg) (Фрайбург, Баден)
  • Гисен бөйөк герцог университы (Гисен, Һессен)
  • Росток бөйөк герцог университеты (Росток, Мекленбург-Шверин)
  • Йена бөйөк герцог университеты (Фридрих Шиллер исемендәге университет) (Йена, Саксен-Веймар-Айзенах)
  • Страсбург университеты (Страсбург, Эльзас-Лотарингия)[10]
  • Юғары техник училищелар
    • Берлин король юғары техник училищеһы (Берлин техник университеты)
    • Һанновер король юғары техник училищеһы (Һанновер университеты)
    • Ахен король юғары техник училищеһы (Рейн-Вестфалия Ахен техник университеты)
    • Клаусталь король тау академияһы (Клаусталь техник университеты)
    • Мюнхен король политехник училищеһы (Мюнхен техник университеты)
    • Дрезден король юғары техник училищеһы (Дрезден техник университеты)
    • Штутгарт король политехник училищеһы (Штутгарт университеты)
    • Карлсруэ бөйөк герцог политехник училищеһы (Карлсруэ технологик университеты)
    • Дармштадт бөйөк герцог юғары техник училищеһы (Дармштадт техник университеты)
    • Брауншвейг герцог юғары техник училищеһы (Брауншвейг техник университеты)
  • Концертхаус (Берлин король һарай театры) (Königliche Hoftheater) (Берлин, Пруссия)
  • Милли театр (Мюнхен король һарай театры) (Königliche Hof- und Nationaltheater) (Мюнхен, Бавария)
  • Земпер операһы (Король һарай театры) (Königliches Hoftheater Dresden) (Дрезден, Саксония)
  • Король һарай театры (Königlichen Hoftheater) (Вюртемберг, Штутгарт)
  • Бөйөк герцог һарай театры (Баден дәүләт театры) (Großherzogliche Hoftheater) (Карлсруе, Баден)
  • Һарай театры (Hoftheater) (Дармштадт, Һессен)
  • Бөйөк герцог һарай театры (Großherzogliches Hoftheater) (Ольденбург)
  • Веймар һарай театры (Веймар Немец милли театры (Weimarer Hoftheater) (Веймар, Саксен-Веймар-Айзенах)
  • Бөйөк герцог һарай театры (Großherzogliche Hoftheater) (Шверин, Мекленбург-Шверин)
  • Мекленбург-Штрелиц һарай театры (Mecklenburgisch-Strelitzsches Hoftheater) (Нойштрелиц, Мекленбург-Штрелиц)
  • Герцог һарай театры (Herzogliche Hoftheater) (Брауншвейг)
  • Герцог һарай яны театры (Herzogliche Hoftheater) (Дессау, Анһальт)
  • Кобург герцог саксон һарай театры (Herzoglich sächsische Hoftheater zu Coburg) (Гота, Саксен-Кобург-Гота)
  • Герцог һарай театры (Herzogliche Hoftheater) (Альтенбург, Саксен-Альтенбург)
  • Мейнинген һарай театры (Meininger Hoftheater) (Майнинген, Саксен-Мейнинген)
  • Кенәз липп һарай театры (Hochfürstlich Lippischen Hoftheaters) (Детмольд, Липпе-Детмольд)
  • Кенәз һарай театры (Fürstliches Hoftheater) (Гера, Ройсс-Гера)
  • Король пруссия һарай яны капеллаһы (Берлин дәүләт капеллаһы) (Königlich Preußische Hofkapelle) (Берлин, Пруссия)
  • Мюнхен һарай капеллаһы (Hofkapelle München) (Мюнхен, Бавария)
  • Король саксония музыкаль капеллаһы (Саксония дәүләт капеллаһы) (Königlich-sächsische musikalische Kapelle) (Дрезден, Саксония)
  • Штутгарт Вюртемберг һарай капеллаһы (Württembergische Hofkapelle Stuttgart) (Штутгарт, Вюртемберг)
  • Бөйөк герцог баден һарай капеллаһы (Баден дәүләт капеллаһы) (Großherzoglich Badische Hofkapelle) (Карлсруе, Баден)
  • Веймар һарай яны капеллаһы (Weimarer Hofkapelle) (Веймар, Саксен-Веймар-Айзенах)
  • Шверин һарай капеллаһы (Schweriner Hofkapelle) (Шверин, Мекленбург-Шверин)
  • Герцог һарай яны капеллаһы (Herzogliche Hofkapelle) (Брауншвейг)
  • Герцог һарай яны капеллаһы (Herzogliche Hofkapelle) (Дессау, Анһальт)
  • Гот һарай яны капеллаһы (Gothaer Hofkapelle) (Гота, Саксен-Кобург-Гота)
  • Мейнинген һарай яны капеллаһы (Meininger Hofkapelle) (Мейнинген, Саксен-Мейнинген)
  • Рудольштадт һарай яны капеллаһы (Тюрингия симфоник оркестры) (Rudolstädter Hofkapelle) (Рудольштадт, Шварцбург-Рудольштадт)
  • Һарай яны капеллаһы (Зондерсһаузен оркестры) (Hofkapelle) (Зондерхаузен, Шварцбург-Зондерхаузен)

Динлеләр — протестанттар (62 %) һәм католиктар (36 %)[10].

Киң мәғлүмәт саралары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иң ҙур мәғлүмәт агентлығы — Вольфф Телеграф Бюроһы — DPA (Wolffs Telegraphisches Bureau)

Ҡалып:Центральные державы Ҡалып:Колонии Германии Ҡалып:История Германии Ҡалып:Упразднённые монархии

pFad - Phonifier reborn

Pfad - The Proxy pFad of © 2024 Garber Painting. All rights reserved.

Note: This service is not intended for secure transactions such as banking, social media, email, or purchasing. Use at your own risk. We assume no liability whatsoever for broken pages.


Alternative Proxies:

Alternative Proxy

pFad Proxy

pFad v3 Proxy

pFad v4 Proxy