Енәйәт һәм яза (фильм, 1969)
Енәйәт һәм яза | |
Атамаһы | Преступление и наказание |
---|---|
Нигеҙендә эшләнгән | Преступление и наказание[d] |
Жанр | фильм-драма[d][1] һәм экранизация романа[d] |
Ил | СССР |
Әҫәр яҙылған тел | урыҫ теле |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1970 |
Режиссёр | Лев Александрович Кулиджанов[d][1] |
Сценарист | Николай Николаевич Фигуровский[d] |
Ролдәрҙә |
Георгий Георгиевич Тараторкин[d] Смоктуновский Иннокентий Михайлович |
Кинооператор | Вячеслав Михайлович Шумский[d] |
Композитор | Зив, Михаил Павлович[d] |
Продюсер | Межрабпомфильм[d] |
Етештереүсе компания | Киностудия имени М. Горького[d] |
Таратыусы | Netflix[d] |
Место действия | Санкт-Петербург |
Оҙайлылыҡ | 221 Минут |
Төҫ | чёрно-белый[d] |
Таратыу форматы | Видео по запросу[d] |
«Енәйәт һәм яза» — совет нәфис фильмы. 1969 йылда режиссёр Лев Кулиджановтарафынан Федор Достоевскийҙың[2] шул исемдәге романы буйынса төшөрөлгән
Сюжет
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Студент Родион Раскольников талау маҡсатында процентщица әбейҙе балта менән сабып үлтерә, енәйәт барған фатирға осраҡлы ҡайтып ингән әбейҙең һеңлеһен дә Раскольников үлтерә. Родион Раскольников үҙе эшләгән эшенән ныҡ ҡурҡа — ул ү?-үҙенә урын таба алмай. Уның апаһы Дуня, буласаҡ ирен һөймәһә лә, кейәүгә сығырға һәм ҡустыһына ярҙам итергә йыйына. Раскольниковтың «ғәжәп көслө кеше» тураһындағы теорияһы уның күҙ алдында селпәрәмә ватыла, ә ул үҙе көндән-көн шикләнеүгә һәм ныҡ ҡурҡыуға бата бара. Яҙмыш Раскольников менән фәхишәлек юлы менән ас ғаиләһенә ярҙам күрһәтеүсе Сонечка Мармеладова менән осраштыра. Тап ошо йәш ҡыҙ эшләгән ҙур гонаһы-кеше үлтереүе%өсөн язаланғын Родионды үҙ ғәйебен танырға һәм полиция участкаһына барып, үҙенең енәйәте тураһында һөйләргә ышандыра. Раскольников Себергә һөргөнгә китә, ә Сонечка уның янына каторга урынына китеп, Родион Раскольниковҡа рухи терелергә ярҙам итә.
Ролдәрҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Георгий Тараторкин — Родион Романович Раскольников
- Иннокентий Смоктуновский — Порфирий Петрович
- Татьяна Бедова — Софья Мармеладова
- Виктория Федорова — Раскольникова Авдотья Романовна, Родиондың апаһы
- Ефим Копелян — Свидригайлов Аркадий Иванович
- Евгений Лебедев — Семен Захарович Мармеладов
- Майя Булгакова — Катерина Ивановна Мармеладова
- Ирина Гошева — Пульхерия Александровна Раскольникова, Родиондың әсәһе
- Владимир Басов — Лужин Петр Петрович
- Александр Павлов — Разумихин
- Елизавета Евстратова — Алена Ивановна
- Соколова Любовь — Лизавета
- Инна Макарова — Настасья
- Валерий Носик — Заметов
- Юрий Медведев — Лебезятников Андрей Семенович
- Евгений Лазарев — Зосимов
- Юрий Саранцев — поручик Порох
- Юрий Волков — Никодим Фомич
- Константин Адашевский — извозчик
- Николай Афанасьева — түрә
- Анатолий Абрамов — дворник
- Владимир Васильев — шарманщик
- Евгений Гурова — ресторанға килеүсе
- Сергей Никоненко — Николай
- Владимир Носик — трактир хеҙмәтсеһе
- Петр Репнина — доктор
- Дзидра Ритенберга — Луиза Ивановна
- Виктор Рождественский — дин әһеле
- Николай Романов — түрә
- Рыжов Иван — Тит Васильевич, эшсе
- Эрика Ферда — Амалия Ивановна
- Виктор Чекмарев — мещан, Порфирий Петровичтың ярҙамсыһы
- Анатолий Яббаров — ҡунаҡ
- Белокуров владимир — трактирсы (титрҙарҙа юҡ)
Ижади төркөм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сценарий авторҙары: Лев Кулиджанов, Николай Фигуровский
- Режиссер: Лев Кулиджанов
- Оператор: Вячеслав Шумский
- Рәссам: Петр Пашкевич
- Композитор: Михаил Зив
- Тауыш режиссёры: Дмитрий Белевич
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 http://www.imdb.com/title/tt0064839/
- ↑ Преступление и наказание (1969) . Телеканал "Культура". Архивировано 24 февраль 2012 года. 2005 йыл 23 апрель архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Преступление и наказание» (инг.) Internet Movie Database сайтында