Ибрай (Ҡыйғы районы)
Ауыл | |
Ибрай башҡ. Ибрай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе |
[[Ибрай ауыл Советы (Ҡыйғы районы)|Ибрай ауыл Советы]] |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452503 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Ибрай (рус. Ибраево) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы Ибрай ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 471 кеше[2]. Почта индексы — 452503, ОКАТО коды — 80236830001.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юл оҙонлоғо:[3]
- Район үҙәгенә тиклем (Үрге Ҡыйғы): 14 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 57 км
Ибрай ауылы Әй йылғаһының уң ярында, Әрхәрәй (Арахари) йылғаһы Соңҡа йылғаһына ҡушылған ерҙә, район үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа 14 километрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа 57 километрҙа урынлашҡан[4].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ибрай ауылы (Соңҡа) 1735—1740 йылғы ихтилалда ҡатнашҡан Тырнаҡлы ырыуы башҡорттарының ҡырғындар (каратель) тарафынан яндырылған торағы урынында яңынан төҙөлгән ауыл. Ауылға нигеҙ һалыусылар: Ибрай Нуркин — 1765 йылғы ер һатыу-алыуҙа ҡатнашыусы. Уның улдары: Кинйә Ибраев (1767—1848, уның улы — Ғәлиулла), Яуын Ибраев (1772—1834, улдары: Сабит (уның улдары — Аҡъегет, Ишбулды), Сәғит (уның улдары — Сәйетғәле, Абдулғәли, Абдулхәмит, Әбдрафик). Ауылдың икенсе исеме гидронимдан — Әй йылғаһы ҡушылдығы Соңҡа йылғаһы менән бәйле.[5]. Ауылда оҙон ғүмерле Уйҙаҡай (Сәлих) Ғәликәев (1748—1837) йәшәгән.
Ибрай ауылыда 1795 йылда — 122, 1816 йылда — 149, 1834 йылда 162 кеше йәшәгән.
1842 йылда 162 кешегә 42 сирек ужым һәм 153 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. 29 хужалыҡта 221 ат, 114 һыйыр, 67 һарыҡ, 10 кәзә аҫырағандар. Бер нисә йортта 10 умарта тотолған[6].
Биләмә берәмектәренә инеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теркәү йылы | Улус, ауыл Советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | Тырнаҡлы улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | 8-се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | 8-се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | 8-се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | 8-се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Иҫке Балаҡатай улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Ибрай биләмәһе | Дыуан-Ҡошсо өйәҙе | Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) | РСФСР |
1926 | Ибрай улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Ибрай ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Ибрай ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Ибрай ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1859 йылдың 25 майында үткән X рәүиз мәғлүмәттәре буйынса, Троицк өйәҙе 8-се (элекке 5-се) башҡорт кантонының 8-се йортона ҡараған Ибрай ауылында йәшәгән ата-бабалар:
Туғыҙаҡ Ҡолөмбәт улы Мостаев 70 йәштә, 1-се ҡатынынан: улы Юныс 44 (уның улдары Байрамғәле −13 йәш, Солтанғәле — 8 йәш), 1857 йылда Себергә оҙатылған;
2-се ҡатынынан: Дауыт 32 йәштә (1850 йылда үлгән; уның улдары Фәхрислам — 9 йәш 10 ай, Фәттәхетдин — 2, Минһажетдин — 2); Иҙрис 32 йәштә (уның улдары: Динислам — 7 йәш 5 ай, Исламғол — 2 йәш 5 ай);
3-сө ҡатынынан: улдары Йәмһүр — 28 йәш, Аҙнағура − 17 йәш;
4-се ҡатынынан: Зәйнур − 27 йәш[7].
Халҡы: аҫаба башҡорттар, 56 йортта йәшәгән 125 рәүиз йәне иҫәпкә алынған. Ер бер урында, ауыл эргәһендә. Һөрөнтө ерҙәр Соңҡа йылғаһы тарафынан һуғарылған төрлө яҡтарға еңелсә һөҙәкләнгән таулыҡтарҙа урынлашҡан. Ере — 12 ҡарышҡа тиклем тәрәнлектәге йомшаҡ ҡара тупраҡ; тупраҡ аҫты — ҡыҙыл таҙа балсыҡ, урыны менән — таш. Баҫыуҙарҙа ҡый үләндәре, һирәкләп һаҙ томбойоғо (голыш) осрай. Сәсеү әйләнеше өс баҫыулы. Арыш, һоло, бойҙай, ҡарабойҙай, арпа сәсәләр; өс атлы һабан менән һөрәләр. Ауылда өс атлы 4 һуҡҡыс һәм 4 елгәргес бар. Баҡсаларҙа йәшелсә үҫтерелә.
Хужалыҡ малсылығы — төп шөғөлдәре. Малдары төрлө ерҙә — ҡамылда, ҡалдауҙарҙа һәм бөтә урман буйлап көтөүҙә йөрөй. Көтөүлек тәпәш һәм тигеҙ урында урынлашҡан; ере — ҡара тупраҡ. Малдар Әй һәм Соңҡа йылғаларында һыулай. Бесәнлек — һыубаҫар туғайҙарҙа — яҙ көнө Әй йылғаһы һәм ҡайһы берҙә йәйен — ташҡын ваҡытында һыу баҫҡан һәм ҡалдау ерҙәрҙә урынлашҡан. Бесән әҙерләү июнь айында башлана һәм етерлек әҙерләнә. Ағас төрлө урында, ҡара тупраҡта уртаса ҡуйылыҡта үҫә, ҡаҙна уны һаҡ аҫтына алған; мохтаждар урманды тәғәйен бүлеү ярҙамында файҙалана. Йорттар утын һәм һалам яғып йылытыла.
балыҡтың яртыһын һалым урынына тапшырыу килешеүе менән, Әй йылғаһында ҡуртымға бирелгән урында балыҡ тотҡандар. 1897 йылғы тасуирламала: «кәсептәре: заводтарҙа хеҙмәт итеү, ылау менән аҡса эшләү», — тиелгән.
Ибрай ауылында 1859 йылда — 240, 1870 йылда — 235 кеше йәшәгән[6].
Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920 йылда Ибрайҙа 501 кеше иҫәпкә алынған. Хужалыҡтарҙың һаны 19-ҙан 88-гә тиклем артҡан. Халыҡ игенселек менән шөғөлләнгән[6].
Ибрай ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар. «Маяк» һауыҡтырыу лагеры[4]
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1906 йыл | 365 | ||||
1920 йыл 26 август | 501 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 416 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 401 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 428 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 464 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 471 | 230 | 241 | 48,8 | 51,2 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғимаев Рәғиб Насретдин улы (1935 йылдың 1 ғинуары — 2016 йылдың 29 ғинуары) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, химик, Башҡорт дәүләт университетының[8] элекке ректоры, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, техник фәндәр докторы, профессор, Башҡоростан Республикаһы Фәндәр академияһының вице-президенты, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре[9].
- Ғәлина Нәҡиә Хәлил ҡыҙы (1950) — ХХ быуаттың 70—80 йылдарында алдынғы тракторсы, Ленин, Октябрь революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры, Ленин комсомолы премияһы лауреаты, РСФСР Юғары Советының өс саҡырылыш депутаты[9]
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Ибрай ауылы янында Һаҡтау (тауҙың бейеклеге 399 метр) тәбиғәт һәйкәле бар.[11]
Йылғалар:
- Әй, Соңҡа, Әрхәрәй
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ибрай (Ҡыйғы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан.
- Карта д. Ибраево. Улицы
Ҡалып:Населённые пункты Кигинского района
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ 4,0 4,1 Ибрай (Ҡыйғы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Ибраево (билдәһеҙ). http://ufagen.ru.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Ф. 172. Оп. 1. Д. 34. Л. 40. Там же. Ф. 138. Оп. 2. Д. 775. Там же. Д. 468. Там же. Д. 775. Л. 335—342
- ↑ Ушёл из жизни профессор Рагиб Гимаев, официальный сайт БГУ 2017 йыл 24 август архивланған.
- ↑ 9,0 9,1 Официальный сайт Администрации муниципального района Кигинский район Республики Башкортостан 2016 йыл 21 февраль архивланған. (рус.)
- ↑ Карта д. Ибраево. Улицы
- ↑ Сактау (билдәһеҙ). http://wikimapia.org.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |