Эстәлеккә күсергә

Нью-Дели

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Нью-Дели
һинд नई दिल्ली
кб.-пандж. ਨਵੀਂ ਦਿੱਲੀ
урду نئی دلی
Дәүләт Һиндостан
Статус баш ҡала
Координаты 28°42′ с. ш. 77°12′ в. д.HGЯO
Майҙаны 42,7 км²
Үҙәгенең бейеклеге 216 м
Рәсми тел һинд, панджаб, урду
Халыҡ һаны 295 000 кеше (2011)
Тығыҙлығы 3820,37 кеше/км²
Сәғәт бүлкәте UTC+5:30
Телефон коды +91 11
Почта индексы 110 xxx
Автомобиль коды DL-0?
Рәсми сайт http://www.ndmc.gov.in  (инг.)
()
Точка
Нью-Дели
Һумаюн төрбәһе.

Нью-Де́ли (һинд नई दिल्ली, кб.-пандж. ਨਵੀਂ ਦਿੱਲੀ, урду نئی دلی, бенг. নতুন দিল্লি, ингл. New Delhi) — Һиндостандың рәсми баш ҡалаһы, Дели ҡалаһының районы. Майҙаны — 42,7 км²[1]. Нью-Делиҙа Һиндостандың һәм Делиҙың хөкүмәттәре урынлашҡан.

Ҡаланың проектын британ архитекторы Эдвин Лаченс һәм Һерберт Бэйкер төҙөгән. Нью-Дели үҙенең киң, ағастар ултыртылған бульварҙары менән дан ҡаҙана, бында күп кенә дәүләт учреждениелары урынлашҡан һәм бихисап иҫтәлекле урындар бар.

Нью-Дели ҡалаһы Делиҙың үҙәгендә урынлашҡан.

Нью-Дели Һиндостандың төньяғында, тулыһынса тиерлек Һинд-Ганг тигеҙлегендә урынлашҡан. Ҡала IV сейсмик әүҙем бүлкәтендә урынлашҡанға күрә, бында ер тетрәүҙәре булыуы мөмкин[2].

Диңгеҙ яр буйҙарынан һәм тау теҙмәләренән алыҫ арауыҡта урынлашҡас, Нью-Дели һәм уның тирәһендә континенталь климат асыҡ сағыла. Температура йәйен 40 градустан ҡышын 4 градусҡа тиклем үҙгәрә[3]. Йәйге һәм ҡышҡы температураларҙың ҙур айырмаһы менән Нью-Делиҙың климаты ярым арид булып тора. Йәй апрель башынан октябргә ҡәҙәр оҙаҡҡа һуҙыла, июль һәм август айҙарында муссондар сезоны була. Ҡыш ноябрҙә башлана, уның пигы ғинуарҙа күҙәтелә. Йыллыҡ уртаса температура 25 °C тәшкил итә, айлыҡ уртаса температуралар 14 °C-тан 33 °C-ҡа тиклем үҙгәрә[4]. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм күләме яҡынса 714 мм тәшкил итә, яуым-төшөмдөң күп өлөшө муссондар сезоны — июль һәм август айҙарына тура килә[5].

Дели бер нисә боронғо империяның, урта быуаттарҙаДели солтанлығының һәм Бөйөк Моголдар империяһының сәйәси һәм мәҙәни үҙәге булып торған. 1757 йылдан 1911 йылға ҡәҙәр Британ Һиндостанының баш ҡалаһы Калькутта булған. 1900-сы йылдар башында британ хакимиәте Һиндостандың баш ҡалаһын Калькуттанан Делиға күсерергә тәҡдим итә һәм быны 1911 йылдың 12 декабрендә король Георг V хуплап сыға[6].

Нью-Дели Бөйөк Моголдар императоры Шах-и-Йыһан төҙөгән «Иҫке ҡаланан» көньяҡтараҡ урынлаша. Әммә элек Нью-Дели территорияһында 7 боронғо ҡала булғас, унда күп кенә тарихи урындар, шул иҫәптән Джантар-Мантар һәм Лоди баҡсалары бар.

Беренсе донъя һуғышында һәләк булған һалдаттар иҫтәлегенә ҡуйылған «Һиндостан ҡапҡалары»

Нью-Дели проектының күп өлөшөн британ архитекторы Эдвин Лаченс төҙөй. Ҡаланы ҡайһы берҙә хатта «Лаченстың Делиһы» тип атайҙар[7]. Ҡала үҙәгендә Раисин убаһында күркәм Раштрапати-Бхаван һарайы урынлашҡан. Раджпатх (шулай уҡ «батшалар юлы» булараҡ та билдәле) Һиндостан ҡапҡаларынан Раштрапати Бхаванға ҡәҙәр һуҙыла. Һиндостан хөкүмәтенең төрлө министрлыҡтары урынлашҡан секретариат бинаһы Раштрапати Бхавандың бер яҡ ситендә төҙөлгән. Һербер Бэйкер проектлаған Парламент йорто Раджпатхҡа параллель булған Сансад Маргта урынлашҡан.

1947 йылда Һиндостан бойондороҡһоҙлоҡ алғас, Нью-Дели мэр менән идара ителеүсе сикле автономиялы район итеп үҙгәртелә. Мэрҙы Һиндостан хөкүмәте тәғәйенләгән. 1956 йылда Дели союздаш территорияларҙың береһе булып китә, һәм мэр вазифаһы лейтенант-губернаторға алыштырыла. 1991 йылда Һиндостан Конституцияһына индерелгән 69-сы төҙәтмәгә ярашлы, Дели союздаш территорияһының рәсми атамаһы «Дели дәүләт баш ҡала округы» итеп үҙгәртелә. Ике власлылыҡ урынлаштырыла[8].

Нью-Дели проектының күп өлөшөн британ архитекторы Эдвин Лаченс төҙөй. Ҡаланың административ үҙәге Бөйөк Британияның империя традицияларын сағылдырырға тейеш булған. Нью-Дели ике үҙәк эспланада — Раджпатх һәм Джанпатх тирәләй урынлаша. Раджпатх, йәғни Батша юлы, Раштрапати-Бхавандан башланып Һиндостан ҡапҡаларына тиклем һуҙылған. Джанпатх, йәғни Халыҡ юлы (башта Королева юлы тип аталған), Коннот-Плейстан башланып тура мөйөш яһап Раджпатх аша үтә. Шантипатх буйлап 19 дәүләт илселектәре урынлашҡан, был ошо урамды Һиндостандың иң ҙур дипломатик анклавына әүерелдерә[9].

Раисин убаһындағы Раштрапати-Бхаван президент һарайы ҡаланың йөрәге булып тора. Уның тирәләй Секретариат урынлашҡан. Һербер Бэйкер проектлаған Парламент йорто Раджпатхҡа параллель булған Сансад Маргта урынлашҡан. Англиялағы Король ярым айы образы буйынса проектланған түңәрәк формалағы Коннот-Плейс (Коннот майҙаны) — ҡаланың финанс, сауҙа һәм эш үҙәге булып тора. Коннот-Плейстың тышҡы әйләнәһенән 12 юл сыға, уларҙың береһе Джанпатх булып тора.

2003 йылда Нью-Делиҙың халҡы — 295 000 кеше тәшкил итә. Нью-Дели ҙа ингән Дели дәүләт баш ҡала округының дөйөм халыҡ һаны — 14,1 миллион кеше, был уны донъяла ҙурлығы буйынса мегаполистар араһында Мумбайҙан һуң икенсе урынға ҡуя[10]. 1000 ир-егеткә 821 ҡатын-ҡыҙ тура килә. Грамоталылыҡ 81,82 % тәшкил итә[11].

Ҡала халҡының 79,8 % — индуизм, 12,9 % — ислам, 5,4 % — сикхизм, 1,1 % — джайнизм һәм 0,9 % христиан диндәрен тота[11]. Шулай уҡ парстар, буддистар һәм йәһүдтәр бар[12].

Ҡалала төп тел булып һинд теле иҫәпләнә. Башҡа таралған телдәр — инглиз, панджаб һәм урду.

  1. NDMC Act. Ndmc.gov.in. Дата обращения: 4 ноябрь 2008.
  2. Hazard profiles of Indian districts (PDF). National Capacity Building Project in Disaster Management. UNDP. Дата обращения: 23 август 2006. Архивировано 19 май 2006 года.
  3. Туризм в Дели - Климат. Дата обращения: 10 март 2007. Архивировано 1 июнь 2012 года. 2012 йыл 19 май архивланған.
  4. Weatherbase entry for Delhi. Canty and Associates LLC. Дата обращения: 16 ғинуар 2007. Архивировано 1 июнь 2012 года.
  5. Глава 1: Введение (PDF). Economic Survey of Delhi, 2005–2006 pp1–7. Planning Department, Government of National Capital Territory of Delhi. Дата обращения: 21 декабрь 2006. 2016 йыл 13 ноябрь архивланған.
  6. Hall P. Cities of Tomorrow. — Blackwell Publishing, 2002. — P. pp.198-206. — ISBN 0631232524.
  7. Lutyens' Delhi|Aman Nath
  8. Конституция (69-я поправка) Постановление, 1991. THE CONSTITUTION (AMENDMENT) ACTS, THE CONSTITUTION OF INDIA. National Informatics Centre, Ministry of Communications and Information Technology, Government of India. Архивировано 1 июнь 2012 года.
  9. Embassies in Delhi, Embassies Address, Contacts, E-Mail, Delhi Embassies. Delhionline.in. Дата обращения: 4 ноябрь 2008.
  10. World Urbanization Prospects The 2003 Revision. ([PDF) p7. United Nations. Архивировано 31 май 2012 года.
  11. 11,0 11,1 http://www.censusindia.net/religiondata/ 2005 йыл 1 декабрь архивланған. 2001 Indian Census Data
  12. Data on Religion 1. Census of India 2001. Дата обращения: 16 май 2006. Архивировано 1 октябрь 2006 года. 2006 йыл 1 октябрь архивланған.
  13. 2012 йыл 6 июнь [https://web.archive.org/web/20120606050131/http://www.chicagosistercities.com/our.php архивланған. 2012 йыл 6 июнь архивланған. 2012 йыл 6 июнь архивланған. 2012 йыл 6 июнь архивланған. 2012 йыл 6 июнь архивланған. 2012 йыл 6 июнь архивланған. 2012 йыл 6 июнь архивланған. 2012 йыл 6 июнь архивланған. Chicago Sister Cities  (инг.)] 2012 йыл 6 июнь архивланған.
pFad - Phonifier reborn

Pfad - The Proxy pFad of © 2024 Garber Painting. All rights reserved.

Note: This service is not intended for secure transactions such as banking, social media, email, or purchasing. Use at your own risk. We assume no liability whatsoever for broken pages.


Alternative Proxies:

Alternative Proxy

pFad Proxy

pFad v3 Proxy

pFad v4 Proxy