Фемида
Фемида | |
Мифология | |
---|---|
Грексә яҙылышы |
Θέμις, Θέμιδος |
Заты |
ҡатын-ҡыҙ |
Шөғөлө |
ғәҙел хөкөм алиһәһе |
Туғандары |
Рея[1], Иапет[d], Кронос, Гиперион[d], Тейя[d], Океан (мифология) һәм Тефида[d] |
Тормош иптәше | |
Атрибут |
ҡулдарында үлсәү һәм ҡылыс, күҙҙәрендә бәйләмес |
Фемида Викимилектә | |
Фемида, шулай уҡ Темида, Темис (бор. грек. Θέμις, Θέμιδος, лат. Themis) — боронғо грек мифологияһында ғәҙел хөкөм алиһәһе, титанида, Зевстың икенсе ҡатыны. Гомер «Одиссея»һында телгә алына (II 68)[2]. Римлеләрҙә — Юстиция.
Күҙҙәрендә бәйләмес менән, ҡулдарында үлсәү һәм ҡылыс менән һүрәтләнә[⇨].
Ситләтеп әйтелгән рәүештә Фемида — ғәҙел хөкөм, закон; Фемида үлсәүе — ғәҙел хөкөм символы; Фемиданың хеҙмәт итеүселәре (хеҙмәтселәре, ҡанбабалары) — закон хеҙмәтселәре, судьялар[3][4].
Мифологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фемида — Уран һәм Геяның ҡыҙы[5], титанида. Зирәклек алиһәһе Метиданан (Метис) һуң, Зевстың икенсе ҡатыны[6].
Зевс менән союздан ул өс Орҙы («ваҡыт», йәки боронғо грек мифологияһында йыл миҙгелдәре алиһәләрен) таба[7]: Эвномия («алла ҡануны»), Дике («ғәҙеллек») Эйренаны («Тыныслыҡ»)[8]; һәм, мифтың бер варианты буйынса, өс Мойраны (боронғо грек мифологияһында яҙмыш алиһәләрен) Клото («Еп иләүсе»), Лахесис («Яҙмыш»), Атропосты («Ҡотолғоһоҙ») тыуҙыра.
Эсхилға ярашлы, Фемида — Прометейҙың әсәһе[9], шул уҡ ваҡытта уның образы Гея ер менән яҡынлаша һәм уға тап килә[10][11]. Күрәҙәлек һәләтенә эйә булған Фемида Прометейға сер аса: Зевстың Фетидаға өйләнеүе Зевсты ҡолатасаҡ улын тыуыуға килтерә[12][13]. Миф версияһы буйынса, Геянан ул Дельфий оракулы ала, унда күрәҙәлек ҡыла, һәм уны үҙенең һеңлеһе Фебаға тапшыра, ә тегенеһе уны үҙенең ейәне Аполлонға бүләк итә[14].
Фемида Зевсҡа Троя һуғышын башларға ярҙам итә[15].
Гомер буйынса, ул Зевстың Олимпта ихтыярын иғлан итә, тәңреләрҙе кәңәшкә саҡыра[6][16]. Юғары тәңренең әмерҙәрен кешеләргә еткерә.
Фемида беренсе булып күрәҙәселәргә, ҡорбан килтереүҙәргә һәм дини йолаларға өйрәтә[17]. Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, героик гексаметр уйлап таба[18]. Ул һиндтарҙа диндарлыҡ тәрбиәләй[19].
Олимпия мифологияһы алиһәһе булараҡ, Фемида инде ер менән тиңләштерелмәй (Гея менән), ә уның тыумышы була, Зевс ҡатыны булараҡ, хоҡуҡ тәртибенең нигеҙе булып тора[10].
Олимпияла Стомион янында (Ауыҙ, Тишек) Геяның миһрабы янында уның оракулы менән һәм Зевс миһрабы янында Фемиданың ҡорбан килтереү урыны була[20][10].
Фемида бөйөк алиһә була, ул ике миҙгелгә бүленгән йәйге һәм ҡышҡы ҡояш торошо менән 13 айлыҡ йыл менән идара итә. Афинала был замандарҙың кәүҙәләнеше булып Талло менән Карпо тора, был «сәскә атыу» һәм «өлгөргән емеш» илаһтарын аңлата.
Микен дәүерендә «фемис» һүҙе ауыл исемдәрендә осрай: ti-mi-to a-ke-e (Фемисто Агее?), te-mi-ti-ja (Фемистия?)[21].
Уға LXXIX орфик гимн бағышлана
Алиһә исеме менән 1853 йылда асылған Фемида астероиды (24) аталған. Юстиция хөрмәтенә 1887 йылда асылған Юстиция астероиды (269) аталған.
Һүрәте һәм атрибуттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фемиданы күҙҙәрендә бәйләмес менән һүрәтләйҙәр, был ғәҙел ҡарашты символлаштыра бер ҡулында үлсәү, икенсеһендә ҡылыс менән — бындай киң таралған һүрәтте ул гректарҙан образын Юстиция рәүешендә үҙләштергән римлеләрҙән ала. Римлеләр уның ҡулына ҡылыс урынына муллыҡ мөгөҙө һала[2][22], башта уның бер ниндәй ҙә бәйләмесе булмай[23], ғөмүмән, ул үлсәүҙәр һәм муллыҡ мөгөҙө менән һүрәтләнә[24].
Үлсәү — үлсәмдең һәм ғәҙеллектең боронғо символы. Ғәҙел хөкөм үлсәүҙәрендә изгелек һәм яуызлыҡ, тере саҡта башҡарылған эштәр үлсәнә. Үлгәндән һуң кешеләрҙең яҙмышы ниндәй туҫтаҡтың өҫтөнөрәк булыуына бәйле. Фемида ҡулындағы муллыҡ мөгөҙө — хөкөм алдына баҫҡан кешегә түләнеү йәки түләнмәү символы[25].
-
Фемида рус рәссамы һүрәтләүендә, «Жизнь и суд» журналы, 1916 йыл
-
Квинслендтың Юғары суды янында Фемида һыны
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Любкер Ф. Rhea (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. Рубинский — СПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 1153—1154.
- ↑ 2,0 2,1 Любкер, 1885
- ↑ Вадим Серов. Фемида // Энциклопедический словарь крылатых слов и выражений. — М.: «Локид-Пресс». — 2003.
- ↑ Фемида // Словарь русского языка: В 4-х т. / РАН, Ин-т лингвистич. исследований. — М.: Русский язык; Полиграфресурсы, 1999. — Т. 4. С—Я. — С. 557.
- ↑ Гесиод. Теогония 135
- ↑ 6,0 6,1 Обнорский Н. П. Фемида // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Гесиод. Теогония 901—906; Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека I 1, 3; 3, 1
- ↑ Горы, в мифологии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Фемида.Дата обращения: 23 марта 2014. Архивировано 23 марта 2014 года.
- ↑ 10,0 10,1 10,2 Лосев, 1988
- ↑ Введенский Б. А. Большая советская энциклопедия Том 44 — Большая Советская Энциклопедия Второе издание. Дата обращения: 23 марта 2014. Архивировано из оригинала 23 марта 2014 года.
- ↑ Пиндар. Истмийские песни VIII 32
- ↑ Обнорский Н. П. Фетида // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Орфические гимны LXXIX 4; Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека I 4, 1; Страбон. География IX 3, 11 (стр.422); Овидий. Метаморфозы I 321
- ↑ Стасин. Киприи, синопсис
- ↑ Гомер. Илиада XX 4
- ↑ Диодор Сицилийский. Историческая библиотека V 67, 4
- ↑ Климент. Строматы I 80, 3
- ↑ Нонн. Деяния Диониса XXXI 93
- ↑ Павсаний. Описание Эллады V 14, 10
- ↑ Предметно-понятийный словарь греческого языка. Микенский период. Л., 1986. С.132
- ↑ Фемида // Энциклопедия мифологии.
- ↑ Фемида и атрибуты правосудия. Дата обращения: 23 марта 2014.Архивировано из оригинала 23 марта 2014 года.
- ↑ Фемида — Энциклопедия мифологии — Энциклопедии & Словари.Дата обращения: 23 марта 2014.Архивировано 23 марта 2014 года
- ↑ Фемида и атрибуты правосудия.Дата обращения: 23 марта 2014.Архивировано из оригинала 23 марта 2014 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1987—1988.
- Фемида // Реальный словарь классических древностей / авт.-сост. Ф. Любкер ; Под редакцией членов Общества классической филологии и педагогики Ф. Гельбке, Л. Георгиевского, Ф. Зелинского, В. Канского, М. Куторги и П. Никитина. — СПб., 1885.
- Обнорский Н. П. Фемида // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фемида 2020 йыл 30 ноябрь архивланған. // Энциклопедия античной мифологии