Шәһиев Хәйҙәр Хызыр улы
Шәһиев Хәйҙәр Хызыр улы һәм Шаһиев Хәйҙәр Хызыр улы мәҡәләләрен берләштерергә! |
Хәйҙәр Хызыр улы Шәһиев | |
Тыуған көнө |
29 октябрь 1953 (71 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны |
Кинйәбулат ауылы, Ишимбайский район, Башҡорт АССР-ы, РСФСР |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
Колхоз рәйесе |
Наградалары һәм премиялары | |
Шәһиев Хәйҙәр Хызыр улы (29 октябрь 1953, Кинйәбулат ауылы, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР) ― СССР һәм Рәсәй сәйәсмәне, СССР халыҡ депутаты Башҡорт АССР-ының 357-се Стәрлетамаҡ территориаль һайлау округынан, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының муниципаль район «Стәрлетамаҡ районы» хакимиәте башлығы (2006—2012)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1953 йылдың 29 октябрендә Ишембай районының Кинйәбулат ауылында (Башҡорт АССР-ы, РСФСР) тыуған.
1969 йылда Стәрлетамаҡ совхоз-техникумының зоотехник бүлегенә уҡырға инә. 1973 йылда Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтына уҡырға инә, уны 1978 йылда тамамлай, ғалим-агроном квалификацияһы менән «Агрономия» һөнәре буйынса диплом ала. Шул уҡ йылда Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ районы «Дружба» колхозының баш агрономы вазифаһына тәғәйенләнә.
1981 йылда Өфө ҡалаһында идара итеүсе кадрҙар курсын тамамлай, шунан һуң Стәрлетамаҡ районының «Ҡорос» колхозы рәйесе, 1984 йылда — шул уҡ райондың Фрунзе исемендәге колхоз рәйесе итеп һайлана.
1989 йылдың мартында Башҡорт АССР-ының 357-се Стәрлетамаҡ территориаль һайлау округынан СССР-ҙың халыҡ депутаты итеп һайлана. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана, бер нисә тапҡыр район Советы депутаты була[1].
1998 йылда Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы була. 2000 йылда Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә, 2006 йылда — Башҡортостан Республикаһының муниципаль район Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы. Был вазифала 2012 йылға тиклем эшләй.
Дуҫлыҡ ордены, «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» һәм «Салауат Юлаев» ордены, «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Ул шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Президентынан «Ауыл хужалығы өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм хеҙмәт уңыштарына өлгәшкәне өсөн» рәхмәт хаты ала.
Хеҙмәттәге уңыштары өсөн Шәһиев Хәйҙәр Хызыр улына «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» һәм «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемдәр бирелә. 2010 йылда «Стәрлетамаҡ районының почетлы гражданы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Әлеге ваҡытта хаҡлы ялда[1].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡатыны — Шаһиева Рәмилә Әнүәр ҡыҙы, ике ҡыҙы һәм ейәндәре[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дуҫлыҡ ордены (1997)
- «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2003)
- Салауат Юлаев ордены (2008)
- «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы
- «Рәсәй профсоюздарына 100 йыл» миҙалы (2004)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре
- Урыҫ православие сиркәүенең "III дәрәжә изге кенәз Даниил Московский"ордены (2006)
- «Рәсәй агросәнәғәт комплексы үҫешенә индергән өлөшө өсөн» алтын миҙал (2006)
- СССР халыҡ депутаты (1989)[2]
- Стәрлетамаҡ районының Почетлы гражданы (2010)[3]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Википедия:Берләштерергә
- 29 октябрҙә тыуғандар
- 1953 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ишембай районында тыуғандар
- Рәсәй райондары башлыҡтары
- Рәсәй агрономдары
- СССР агрономдары
- Колхоз рәйестәре
- Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусылар
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалерҙары