Эстәлеккә күсергә

Чосон

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чосон
кор. 조선
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 5 август 1392
Рәсем
Нәҫеле Корейская Императорская семья[d]
Рәсми тел Корей теле һәм китайский (вэньянь)[d]
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  Чосон
Административ үҙәк Хансонбу[d] һәм Сеул
Хәҙерге административ берәмек сиктәрендә урынлашҡан Корея Халыҡ-Демокритик Республикаһы һәм Көньяҡ Корея
Сәғәт бүлкәте UTC+08:32[d]
Урын Корея ярымутрауы
Идара итеү формаһы монархия
Дәүләт башлығы вазифаһы Ван Чосона[d]
Юғары суд органы British Supreme Court for China and Japan[d][1]
Халыҡ һаны 13 000 000 кеше (1907)
Валюта корейский мун[d] һәм Корейский янг[d]
Сиктәш Япон империяһы[d] һәм Цин империяһы
Алдағы Корё
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Корейская империя[d]
Алмаштырылған Корейская империя[d]
Алыштырған Корё һәм Тамла[d]
Ҡулланылған тел Корей теле
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 12 октябрь 1897
Майҙан 220 000 км²
Урынлашыу картаһы
Подробная карта
Мисәттең/эмблеманың һүрәтләнеше
Рәсми дине Неоконфуцианство[d]
Тема иҡтисады economy of the Joseon dynasty[d]
Карта
 Чосон Викимилектә

Чосон
Хангыль 조선 /
조선국
Ханча 朝鮮 /
朝鮮國 /
李氏朝鮮

Чосон (кор. 조선) — 1392 йылдан 1897 йылға тиклем йәшәгән Корея дәүләте. Был осорҙа ил менән Ли династияһы идара итә. Рәсми атамаһы — Бөйөк Чосон дәүләте (кор. Тэджосон-гук), 1897 йылдан 1910 йылға тиклем Корея[2] империяһы (кор. 互相제국 Тэхан чегук).

Ярымутрауға барымталар яһаған япон пираттарына ҡаршы көрәш менән билдәле воевода Ли Сонге (Тхэджо короле) Чосонға рәсми рәүештә нигеҙ һала. Һуңыраҡ Корё династияһының һуңғы бер нисә королен генерал Ли тәхеттән бәреп төшөрә.

Династияның 518 йыллыҡ идара итеүе 1910 йылда Кореяны Япония аннексиялағандан һуң тамамлана.

Ҡалып:История Кореи

Династия идара иткән осорҙа илдең баш ҡалаһы Сеул була (ул саҡта Ханян, һуңыраҡ Хансон булараҡ билдәле). 1394 йылда император һарайы Кёнбоккун төҙөлә башлай.

Тхэджо иле өсөн исем һайлағанда үҙе тәҡдим иткән ике варианттан — Хварён (уның ғаиләһенең төньяҡ-көнсығыш Кореяла тыуған урыны буйынса) һәм Чосондан (Легендар ата-бабаһы Тангун нигеҙ һалған) — Ҡытай императорының Боронғо Чосон исемен һайлап алыуын үтенә. Ҡытай хөкүмәте икенсе вариантты һайлай (боронғо Чосон ҡытай сығанаҡтарында телгә алына), һәм ошо мәлдән алып Чосон (иртәнге сафлыҡ) рәсми атамаға әйләнә. Шулай уҡ дәүләттең баш ҡалаһы итеп Сеул таныла.

Династия идара итә башлағанда будда монастырҙарының чиновник-конфуциандар менән мөнәсәбәттәре бигерәк тә ер биләү мәсьәләләре буйынса киҫкенләшә. Хөкүмәт конфуцианлыҡты һайлай, һәм ул дәүләт идеологияһына әйләнә. 1443 йылда король Седжон Син Сукчу тарафынан уйлап табылған уникаль корей алфавиты хангылде ҡабул итә. Быға тиклем Кореяла ҡытай иероглифтарына нигеҙләнгән ханча яҙмаһы ғына ҡулланылған.

1418 йылдың авгусында, ике ай элек Тхэджон баш тартҡан тәхеткә Седжон ултыра. 1419 йылдың майында Седжон, атаһы Тхэджондың кәңәше буйынса һәм етәкселегендә, Цусима утрауын талау менән шөғөлләнгән вокоуҙарҙы (яр буйы пираттары) ҡыуып сығарыу өсөн Көнсығыш экспедицияһына юллана.

1419 йылдың сентябрендә Цусима даймёһы Садамори, еңелеүен танып, Чосон һарайына баш һала. 1443 йылда Гехэ килешеүенә ҡул ҡуйыла, уға ярашлы Цусима даймёһы Корея менән йыл һайын илле карап менән сауҙа алып барыу хоҡуғына эйә була[3][4].

Илдең төньяҡ сигендә Седжон үҙ халҡын чжурчжендәрҙән һаҡлау өсөн дүрт ҡәлғә һәм алты пост (кор. 사군육진, 四郡六鎭. , 四郡六́) урынлаштыра. Һуңыраҡ был халыҡ Маньчжурияла йәшәй һәм маньчжур милләте булараҡ таныла. 1433 йылда Седжон хөкүмәт чиновнигы Ким Ченсонды төньяҡҡа чжурчжэндарҙы ҡыуып сығарыу өсөн ебәрә. Кимдың хәрби кампанияһы бер нисә замокты баҫып ала, төньяҡҡа табан хәрәкәт итә һәм Корея территорияһын тергеҙә, йәғни яҡынса Төньяҡ Корея һәм Ҡытай араһындағы хәҙерге сикте яулап ала[5].


Седжон хакимлыҡ иткән осорҙа Корея тәбиғи фәндәрҙә, ауыл хужалығында, әҙәбиәттә, традицион ҡытай медицинаһында һәм инженерлыҡта уңыштарға өлгәшә. Ошо уңыштар арҡаһында Седжон Бөйөк Седжон титулын ала. Король Седжондың ил тарихына индергән иң билдәле эше — 1443 йылда корея алфавиты хангылде булдырыу һәм уның, XX быуаттың икенсе яртыһында көндәлек яҙмала ҡулланылып, ханчанан (ҡытай иероглифтарынан) өҫтөн булыуы.

Япон баҫып инеүҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Карап- гөбөргәйел, донъяла металл бронялы беренсе хәрби карап

Корея тарихында Японияның диңгеҙҙән илгә йыш һөжүмдәре булып тора. Япон диңгеҙендә пират-ваколарҙың күп өлөшөн бригадаларға берләшкән самурайҙар тәшкил итә.

Әммә 1592 йылда япон хакимы (тайко) Тоётоми Хидэёси, португалдарҙан алған мылтыҡтар ярҙамында Ҡытайҙы һәм Кореяны буйһондороу маҡсаты менән, даймёлар һәм уларҙың ғәскәрҙәре ярҙамында Кореяға баҫып инә. Был һуғыш Имдин һуғышы, йәки Ете йыллыҡ һуғыш (1592—1598 йыл) тип атала. Һарай интригалары, дипломатиялағы уңышһыҙлыҡтар һәм ҡорал етештереүҙә артта ҡалыу Чосон короллегенең һуғышҡа әҙерлегенең насар булыуын билдәләй. Көтөлмәгән һөжүм һәм европа ҡоралдарын ҡулланыу һөҙөмтәһендә япондарға бер нисә көн эсендә ярымутрауҙың көньяҡ өлөшөн тотошо менән, шулай уҡ Пхеньян һәм Хансонды (хәҙерге Сеул) баҫып алыу мөмкинлеген бирә.

Әммә урындағы халыҡтың ҡаршылыҡ күрһәтеүе Японияның илдең төпкөлөнә үтеп инеүенә ҡамасаулай, ә адмирал Ли Сунсиндың диңгеҙҙә еңеүе арҡаһында, яр буйы территорияларына контроллек итеү Корея ҡулында ҡала. Бынан тыш, 1593 йылда Мин империяһына ҡараған Ҡытай, Корея ғәскәрҙәрен дә, япон ғәскәрҙәрен дә ҡыҫырыҡлап, Чосонға көнбайыштан баҫып инә. Һуғыш барған йылдарҙа Чрсрнда дарының яңы төрҙәре уйлап табыла, шулай уҡ донъяла беренселәрҙән булып бында пушкалар менән ҡоралланған һәм металл броня менән көпләнгән карап- гөбөргәйелдәр ҡулланыла. Ҡытай-Корея коалицияһы япондарҙы тар-мар итә, әммә Кореяға еңеү бик ҡиммәткә төшә — иҡтисад ҡаҡшаған, өҫтәүенә эшкә яраҡлылар Японияға ҡыуын алып кителгән. Япондар шулай уҡ бик күп тарихи һәм мәҫәни ҡиммәттәрҙе алып китә. Оҙайлы һуғыш ауыл хужалығы ерҙәренең дә ҡыҫҡарыуына килтерә. Бынан тыш япон ғәскәрҙәре 20000 Корея һалдатын, ҡолаҡ япраҡтарын ҡырҡып, зәғифләй. Тик 10 йыл үткәс кенә ике ил араһындағы мәнәсәбәт юлға һалына: 1607 йылда Чосондан Японияға дипломатик миссия юллана.

Был ваҡиғаларҙан һуң Корея дәүләте изоляционизм сәйәсәтен үткәрә башлай. Яңы Цин династияһы хакимлыҡ иткән Ҡытай менән сик ныҡышмалы рәүештә нығытыла. Шуға ҡарамаҫтан, Монголия, Төньяҡ Азия, Ҡытай һәм Япония менән сауҙа бәйләнештәре була.

XVII быуатта Корея маньчжурҙарҙың һөжүменән яфалана. Беренсе баҫып инеү 1627 йылда, икенсеһе 1636—1637 йылдарҙа була. Һөҙөмтәлә Корея Цин империяһына яһаҡ түләй башлай.

Япондар баҫып ингәндән һуң Корея ярымутрауы бөлгөнлөккә төшә. Шул уҡ ваҡытта Цзяньчжоу чжурчжэндарҙың юлбашсыһы Нурхаци (1583—1626 йй.) Маньчжурияның чжурхжэнь ҡәбиләләрен көслө коалицияға берләштерә, уның улы Хун Тайчжи (1626—1643 йй.) был коалиция халҡын «манчжурҙар» тип атай, артабан тап ошо исем милләттең атамаһына әйләнә. Нурхаци 1618 йылда Мин империяһы Ҡытайына ҡаршы «Ете ҙур үпкә» тип аталған манифест иғлан итә. Шулай итеп Нурхаци һәм Мин империяһы низағҡа инә. Бындай саҡтарҙа Нурхаци Кванхэ-гунға (1608—1623 йй.) ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, шулай уҡ Миндар династияһы ла Кореянан ярҙам һорай[6][7]. Кванхэ-гун нейтралитет һаҡлап ҡалырға тырыша, әммә уның чиновниктарының күпселеге уға ҡаршы сығыш яһай, сөнки Хидэёси баҫып ингән ваҡытта Мин империяһы Ҡытайы Чосонды ҡотҡарыу өсөн ярҙам ҡулы һуҙа.[7]

1623 йылда Кванхэ-гун ҡолатыла һәм уның урынына Кванхе-гун яҡлыларҙы ҡыуып сығарған Инджо (1623—1649 йй.) тәхеткә ултыртыла. Яңы король асыҡтан-асыҡ Мин империяһы яҡлы булыуын күрһәтә, ләкин 1624 йылда хәрби начальник И Гваль етәкселегендә ихтилал тоҡана, һәм ул төньяҡтан Чосондың хәрби оборонаһын юҡ итә[7]. Хатта ихтилал баҫтырылғандан һуң да король Инджо баш ҡаланың тотороҡлоғон тәьмин итеү өсөн хәрби көстәр бүлергә мәжбүр була, төньяҡ сиктәрен һаҡлау өсөн һалдаттар һанын бер аҙ кәметә[7].

Нагрудный знак различия корейских генералов
Буддистский храм Пурёнса[ko]

1627 йылда Нурхациның туғаны Әмин етәкселегендәге 30 000 кешенән торған чжурчжэнь армияһы Чосондың оборонаһын өҙә[8]. Кванхэ-гун яҡлы булған янбаналар хуплаған хәрби кампания тиҙ үтә, чжурчжендар Чосондың уларҙың дәүләте менән дуҫтарса мөнәсәбәт урынлаштырыуын талап итә[9]. Инджоның манчжурҙарға ҡаршы сәйәсәте арҡаһында, Цин императоры Хун Тайджи 1636 йылда Чосонға 120 000 кеше тупланған каратель экспедицияһын ебәрә[10]. Еңелгәндән һуң король Инджо Мин империяһы менән мөнәсәбәттәрен туҡтата һәм үҙен Циндың сюзерены тип танырға мәжбүр була[11]. Инджоның вариҫы Хёджон (1649—1659 йй.)дошмандарын үҙенән алыҫыраҡ тотоу һәм Цинды үс алыу өсөн еңер өсөн армия тупларға тырышып ҡарай, әммә бер ҡасан да үҙенең пландары буйынса эш итә алмай[12].

Ҡытай империяһының яһаҡ түләү системаһына рәсми рәүештә инеү юлы менән иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе тергеҙеүгә ҡарамаҫтан, Чосон лидерҙары һәм интеллектуалдары элеккесә маньчжурҙар яратмай, уларҙы варварҙар тип иҫәпләй[10][13][14].

Династияның ҡолауы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1863 йылда ван Чхольджон, вариҫ ҡалдырмайынса, вафат булғас, тол ҡалған королева тәхеткә Чхольжондың алыҫ туғаны, һуңынан уға ғибәҙәтханала Коджон исеме бирелә, Мёнбокты ултыртырға тәҡдим итә. Яңы ван бәлиғ булмағанлыҡтан, уның атаһы Ли Хаын уның янында регент булып китә, ул тарихҡа тэвонгун (бөйөк принц, принц-регент) титулы аҫтында инә. Дөйөм алғанда, тэвонгун Кореяны ябыу сәйәсәтен үткәрергә тырыша. Уның етәкселегендә корея христиандарына ҡарата репрессиялар тормошҡа ашырыла.

XIX быуаттың икенсе яртыһында абруйлы чиновник Пак Кю Су Япония өлгйөһөндә Кореяла көнбайыш реформаларын (Мэйдзины реставрациялағандан һуң көнбайыш хәрби технологияларын ала) үткәрергә тырыша, әммә улар бик әкрен тормошҡа ашырыла һәм уның вафатынан һуң туҡтатып ҡала.

Ете француз хәрби карабы (1866 й.), АҠШ-тың биш хәрби карабы һәм экспедиция корпусы (1871 й.)) ебәрелеүгә ҡарамаҫтан, ул саҡта был дәүләттәр Корея властарына тиң хоҡуҡлы булмаған сауҙа килешеүҙәренә ҡул ҡуйҙыра алмай.

1873 йылда Коджондың ҡатыны королева Мин Ли Хаынды властан ситләтә.

1875 йылда Япония Кореяны тышҡы донъяға асылырға мәжбүр итергә була. Япон флоты Канхвадо утрауына килеп еткәс, Корея артиллерияһы уға төбәп ут аса. Алыш барышында ике япон кешеһе еңелсә яралана, 35 кореялы һәләк була һәм 16-һы әсирлеккә алына. Япондар был алышты Корея менән элек көнбайыш илдәре Япония менән төҙөлгән килешеү өлгөһөндә тиң хоҡуҡлы булмаған килешеү төҙөүгә сәбәп тип ҡабул итә.

1876 йылдың 15 ғинуарында Курода Киётаки етәкселегендәге япон флоты Корея ярҙарына килә. Шул уҡ йылдың 26 февралендә Япония һәм Корея араһында Канхван солох килешеүенә ҡул ҡуйыла, уға ярашлы япон караптары Кореяның территориаль һыуҙарында ирекле йөҙөү хоҡуғына эйә була, һәм киләсәктә, япондар менән сауҙа итеү өсөн ике өҫтәмә порт (Пусананан тыш) асыла. Япондар яр буйынан 10 километрға эскә үтергә рөхсәт ала. Тиҙҙән Корея АҠШ, Италия, Рәсәй, Германия һәм Франция менән шундай уҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуя.

1882 йылда Ли Хаын Имолағы Инциденттан һуң ҡыҫҡа ваҡытҡа власҡа ҡайта. Әммә тиҙҙән ул Ҡытайға ҡыуып сығарыла, һәм королева Мин үҙенә власты кире ҡайтара.

1893—1894 йылдарҙа Тонхак хәрәкәте вәкилдәре етәкселегендәге башланған революцион хәрәкәт королдең Ҡытайҙан ярҙам һорарға мәжбүр итә. Ҡытай хөкүмәте Кореяға үҙ ғәскәрҙәрен ебәрә, уға яуап рәүешендә Япония ла Кореяға ғәскәрҙәрен ебәрә.

Чосондың тәхет залы

XIX быуат дауамында Ҡытай һәм Япония араһындағы низағтар һөҙөмтәһендә Япония-Ҡытай һуғышы (1894—1895 йй.) башлана. Корея унда рәсми рәүештә ҡатнашмай, әммә һуғыш Корея өсөн алып барыла, һәм хәрби хәрәкәттәрҙең күп өлөшө, нигеҙҙә, Корея территорияһында үтә. 1895 йылда Ҡытайҙың еңелеүе Симоносеки килешеүенең төҙөлөүенә сәбәп була, ул Кореяның Ҡытайҙан бойондороҡһоҙ булыуын рәсми рәүештә гарантиялай, һөҙөмтәлә Японияның Кореяға йоғонтоһо байтаҡҡа көсөйә.

Һуғыштан һуң Корея Япония протектораты аҫтына эләгә. Король ил менән Японияның ҡәтғи контроле аҫтында идара итә. 1895 йылда япондар королева Минды үлтерә. Ғауға шул тиклем киң була, хатта Японияла үлтереүселәр өҫтөнән күрһәтмә суд процесы ойошторола, әммә уларҙың барыһы ла ғәйепһеҙ тип таныла.

1894 йылда король Коджон «Бөйөк Хан империяһын» булдырыу тураһында хәбәр итә һәм Кореяның бойондороҡһоҙлоғон һыҙыҡ өҫтөнә алыу һәм, үҙен Ҡытай һәм Япония императорҙары кимәленә ҡуйыу маҡсатында, император титулын алыуы тураһында иғлан итә. Был ваҡиға Чосон дәүеренең аҙағы тип һанала. 1896 йылдың 11 февралендә ван Коджон үҙенең һарайынан сығып ҡаса һәм Сеулда Рәсәй илселегендә йәшеренә, унда ул бер йыл буйы йәшәй. 1897 йылдың мартында ғына ул үҙ һарайына ҡайта һәм яңы Кванму дәүеренең башланыуы тураһында иғлан итә, бер ниндәй власҡа эйә булмауына ҡарамаҫтан, император титулын ҡабул итә.

Япон аннексияһы уның улы император Сунджондың өс йыллыҡ идара итеүенә һәм 519 йыллыҡ Ли династияһы хакимлығына нөктә ҡуя.

Чосон дәүерендә Корея халҡының һаны тураһында аныҡ мәғлүмәттәр етешмәй, сөнки был осорҙа йорт хужалыҡтарын дәүләт яҙмаларына теркәү ышанысһыҙ тип һанала[15]. 1810 һәм 1850 йылдар араһында халыҡ һаны яҡынса 10 процентҡа кәмей һәм тотороҡло булып ҡала.[16][17] XX быуат башында Корея империяһы хөкүмәте тарафынан хәҙерге заман медицинаһын индергәнгә тиклем Корея крәҫтиәндәренең һәм ябай кешеләрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо 24 йыл, ә ҡатын-ҡыҙҙар-26 йәш тәшкил итә[18].

Чосон Кореяһы граждандар чиновниктары һәм хәрби офицерҙар контроле аҫтында үҙәкләштерелгән административ система урынлаштыра, улар дөйөм алғанда янбан тип атала. XVIII быуат аҙағына янбан нәҫелдән килгән дворян һыҙаттарының күп өлөшөнә эйә була. Әгәр янбан ғаиләһе өсөнсө быуында дәүләт чиновнигы була алмаһа, уның ағзаһы, янбан статусынан мәхрәү ителеп, ябай кешегә әүерелә[19]. Хөкүмәт ҙур булмағанлыҡтан, бик күп янбандар юғары социаль статуслы урындағы дворяндар була, әммә һәр ваҡыт юғары килемле булмай.[20]

Чосон дәүере күренеше.
Рәссам Ан Гён картинаһы, XV быуат.

Чосон династияһы ваҡытында сәйәсәткә король һарайында кәңәшсе булып эшләгән һәм армияла юғары вазифаларға ҡуйылған янбандарҙы йәлеп итеүгә нигеҙләнгән административ система урынлаштырыла. Буддизм әкренләп конфуцианлыҡҡа үҙ позицияларын тапшыра башлай.

Корея мәҙәниәттең ике сәскә атыу осоро аша үтә, был осорҙарҙа Корея сәй церемонияһы, Корея баҡсалары булдырыла һәм киң мәғлүмәттәр туплаған энциклопедиялар яҙыла. Король династияһы шулай уҡ бер нисә ҡәлғә, порт һәм һарай төҙөй.

X быуаттан башлап Кореяла аҡ фарфор етештерелә. Тарихи яҡтан селодондың популярлығы менән ҡапланған аҡ фарфор XV һәм XVI быуаттарҙа ғына танылыу ала. Ҙур аҡ көршәктәр иң ҡиммәтле корей керамикаһы тип иҫәпләнелә. Уларҙың формаһы Айҙы символлаштыра, ә төҫө конфуцианлыҡтың таҙалығы һәм тыйнаҡлығы идеалдары менән бәйле. Был осорҙа король ғаиләһенең аш-һыу бүлмәләрен һәм һарай банкеттарын күҙәткән ведомство аҡ фарфор етештереүҙе ҡәтғи контролдә тота.[21]

Слива һәм бамбук дизайны ҡулланып эшләнгән зәңгәр һәм аҡ фарфор һауыт, XV быуат.

Тәбиғи кобальт пигменты ҡулланылған биҙәктәр менән биҙәлгән аҡ-зәңгәр керамика Чосон осоронда ла популяр була. Әйберҙәрҙең күбеһе король ғаиләһе яллаған һарай рәссамдары тарафынан эшләнә. Был осорҙа пейзаж һынлы сәнғәтенең популяр стиле керамиканы биҙәүҙә сағылыш таба.[21] Тәүҙә ҡытайҙар тарафынан XIV быуат уртаһында Цзиндэчжэнь мейестәрендә эшләнгән фарфор Кореяла етештерелә башлай. 1463 йылда, Кореяла үҙ кобальт ятҡылыҡтары асылғандан һуң, рәссамдар бындағы сығарылған кобальттың сифатының түбәнерәүк булыуын асыҡлай һәм ҡиммәтле импорт кобальтын ҡулланыуға өҫтөнлөк бирә[21].

Ҡыҙыл баҡыр төҫөндәге глазурь менән ялтыратылған фарфор изделиеларҙы етештереү иң ҡатмарлыһы булып тора. Уларҙы яндырыу ҙур оҫталыҡ һәм иғтибар талап итә. Бындай керамиканың ҡасан килеп сығыуы бәхәсле, ә уның XII быуатта Кореяла барлыҡҡа килеүенә шик юҡ һәм ул Чосон империяһы хакимлыҡ иткән осорҙоң икенсе яртыһында бик ныҡ плопулярлашып китә. Ҡайһы бер эксперттар фекеренсә, был керамика Кванджу ҡалаһында барлыҡҡа килгән[21].

Корея астрономияһының кульминацияһы Чосон осорона тура килә, ул ваҡытта Чан кеүек кешеләр Ҡояш, Ай һәм йондоҙҙарҙың торошон күрһәткән күк йөҙө глобустары кеүек ҡоролмалар булдыра.[22] Һуңғы күк йөҙө глобустары (Gyupyo, ogo표) миҙгелле тирбәлеүҙәргә көйләнгән. Астроном Чилджонсан 1442 йылда күк йөҙөндәге ете объекттың (биш күренгән планета, Ҡояш һәм Ай) хәрәкәтен иҫәпләп сығарған. Тап ошо асыш Корея астрономдарына Ҡояш тотолоуы һәм башҡа йондоҙҙарҙың хәрәкәте кеүек бөтә төп күк йөҙө күренештәрен иҫәпләү мөмкинлеген бирә. Honcheonsigye — 1669 йылда Сун И-Ён тарафынан эшләнгән астрономик сәғәт. Сәғәттең диаметры 40 см булған армилляр сфераһы бар. Сфера теләһә ҡайһы ваҡытта күк йөҙө объекттарының торошон күрһәткән сәғәт механизмы ярҙамында ғәмәлгә ашырыла.

Король Мунджоне ваҡытында донъяла беренсе плювиометр[23] эшләнә.

Корё осоронда Корея ғәрәптәр, япондар, ҡытайҙар һәм маньчжурҙар менән тотороҡло сауҙа бәйләнештәрен урынлаштыра. Пхённам иң уңышлы эшләүсе халыҡ-ара порттарҙың береһе була. Кореяның төп экспорт әйберҙәре туҡыма, женьшень, ебәк һәм фарфор була. Әммә Чосон дәүерендә, Ҡытай менән мөнәсәбәттәрҙә көсөргәнешлек арта барғанға һәм будда йоғонтоһо көсәйгәнгә күрә, экспорт бик ныҡ кәмей. .

XV быуат аҙағында Янцзы йылғаһының түбәнге ағымында Корея һәм Ҡытайҙың коммерция үҙәктәре араһында Көнсығыш-Ҡытай диңгеҙе аша даими сауҙа бәйләнештәре булмай.

Император ғаиләһе (үҙәктә император Коджон)

Корея аннексияланғандан һуң император йорто Японияға күсә. Тәхет вариҫы Ли Ын япон принцессаһы Масако Насимотоға өйләнә. Уларҙың ике улы, Ли Чин һәм Ли Гу була. Императорҙың өлкән ағаһы Ыйҙың төрлө ҡатындарынан һәм йәриәләренән ун ике улы һәм туғыҙ ҡыҙы була.

XX быуатта император ғаиләһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Чосон короле флагы
  • Император Коджон (18519) Чосон йортоноң 26-сы башлығы
    • Император Сунджон (1874—1926) Чосон йортоноң 27-се башлығы
    • Принц Кан (1877—1955)
      • Принц Кун (1909—1991)
      • Принц У (1912—1945)
        • Ли Чхун (1936-)
      • Принц Кап (1938—2014)
        • Йи Вон (1962-) Чосон йортоноң 30-сы башлығы
          • 1-се улы (1998-)
          • 2-се улы (1999-)
        • Ли Чон
      • Принц Сок (1941-)
        • Ли Хон (1976-)
        • Ли Чин (1979-)
        • Ли Чон Хун (1980-)
    • Кронпринц Ыймин (1897—1970), Чосон йортоноң 28-се башлығы
      • Принц Чин (1921—1922)
      • Нәҫелдән килгән принц Хо Ын (1931—2005) Чосон йортоноң 29-сы башлығы
    • Принцесса Ток Хе (1912—1989)
  1. (unspecified title)
  2. «spawning a three-stage mutation of Korea’s stunted national identity as a shrimp among whales from Chosun (Yi) Korea» The Two Koreas and the Great Powers, Cambridge University Press, 2006, page 2.
  3. Richard Rutt. et al. Korea. — Routledge/Curzon, 1999. — ISBN 978-0-7007-0464-4.
  4. John W. Hall. et al. The Cambridge history of Japan. — Cambridge University Press, 1990. — Т. 3. — ISBN 978-0-521-22354-6.
  5. 박영규. 한권으로 읽는 세종대왕실록. — 웅진, 지식하우스, 2008. — ISBN 978-89-01-07754-3.
  6. Ebrey, Walthall & Palais 2006, p. 349
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 Ebrey, Walthall & Palais 2006, p. 349
  8. Kennedy 1943 (leader of the expedition); Ebrey, Walthall & Palais 2006 (number of troops).
  9. Lee & de Bary 1997
  10. 10,0 10,1 Larsen 2008
  11. Ebrey, Walthall & Palais 2006
  12. Larsen 2008; Ebrey, Walthall & Palais 2006.
  13. Larsen 2008, p. 36
  14. Kim Haboush 2005
  15. Ch’oe YH, PH Lee & WT de Bary (eds.) (2000), Sources of Korean Tradition: Volume II: From the Sixteenth to the Twentieth Centuries. Columbia University Press, p. 6
  16. Ch’oe YH, PH Lee & WT de Bary (eds.) (2000), Sources of Korean Tradition: Volume II: From the Sixteenth to the Twentieth Centuries. Columbia University Press, p. 6
  17. Jun SH, JB Lewis & H-R Kang (2008), Korean Expansion and Decline from the Seventeenth to the Nineteenth Century: A View Suggested by Adam Smith. J. Econ. Hist. 68: 244-82.
  18. «…before the introduction of modern medicine in the early 1900s the average life expectancy for Koreans was just 24 for males and 26 for females.» Lankov, Andrei (инг.)баш.; Kim EunHaeng. The Dawn of Modern Korea. — 384-12 Seokyo-dong, Mapo-gu, Seoul, South Korea, 121-893: EunHaeng Namu, 2007. — С. 47. — ISBN 978-89-5660-214-1.
  19. Oh SC (2006), Economic growth in P’yongan Province and the development of Pyongyang in the Late Choson Period. Korean Stud. 30: 3-22
  20. Haboush JHK (1988), A Heritage of Kings: One Man’s Monarchy in the Confucian World. Columbia University Press, pp. 88-9.
  21. 21,0 21,1 21,2 21,3 Birmingham Museum of Art (инг.)баш. Birmingham Museum of Art : guide to the collection. — [Birmingham, Ala]: Birmingham Museum of Art, 2010. — С. 35—39. — ISBN 978-1-904832-77-5.
  22. 백석기. 웅진위인전기 #11 장영실. — 웅진출판사, 1987. — С. 56.
  23. Error | Indiana University. Дата обращения: 12 май 2006. Архивировано 14 март 2007 года.
  • Ebrey, Patricia Buckley; Walthall, Anne; Palais, James B. East Asia: A Cultural, Social, and Political History. — Boston and New York: Houghton Mifflin Press, 2006. — ISBN 0-618-13384-0.
  • Kennedy, George A. Amin // Eminent Chinese of the Ch'ing Period (1644-1912) / Arthur W. Hummel. — Washington: United States Government Printing Office, 1943. — P. 8–9. — ISBN 0-618-13384-0.
  • Kim Haboush, JaHyun. Contesting Chinese Time, Nationalizing Temporal Space: Temporal Inscription in Late Chosǒn Korea // Time, Temporality, and Imperial Transition / Lynn A. Struve. — Honolulu: University of Hawai'i Press, 2005. — P. 115–141. — ISBN 0-8248-2827-1.
  • Larsen, Kirk W. Tradition, Treaties, and Trade: Qing Imperialism and Chosǒn Korea, 1850–1910. — Cambridge, MA: Harvard University Asia Center, 2008. — P. 8–9. — ISBN 0-674-02807-4.
  • Lee, Peter H.; de Bary, William Theodore. Sources of Korean Tradition, Volume I: From Early Times Through the Sixteenth Century. — New York: Columbia University Press, 1997. — ISBN 0-231-10567-5.
  • Династия Чосон
  • Курбанов О. С. История Кореи с древности до начала XXI века.. — СПб.: Изд-во С.-Петербургского ун-та, 2009. — ISBN 9785288048524.
  • Тихонов В. М., Кан Мангиль. История Кореи. — М.: Наталис, 2011. — Т. 1: С древнейших времен до 1904 г. — (Orientalia et Classica: Труды Института восточных культур и античности). — ISBN 978-5-8062-0343-5.
pFad - Phonifier reborn

Pfad - The Proxy pFad of © 2024 Garber Painting. All rights reserved.

Note: This service is not intended for secure transactions such as banking, social media, email, or purchasing. Use at your own risk. We assume no liability whatsoever for broken pages.


Alternative Proxies:

Alternative Proxy

pFad Proxy

pFad v3 Proxy

pFad v4 Proxy